ХОҘАЙ БАБАЙ
■ Тәртпип, тыныслыҡ ҡасан урынлашырын Хоҙай уҙе генә белә, ахыры. «Башҡортостан», 12 апрель 2012. Хоҙай хаҡы өсөн {йәки Хоҙай хаҡына) ялынып, ялбарып һорағанда әйтелә. □ соотв. Ради Бога, пожалуйста.
■ Ефимий Лукич тауышын кутәрә төштө: «Әжәл сәбәпсеһе итмәгеҙ мине. Хоҙай хаҡы өсөн!Ярлыҡау кәрәк!» М. Кәрим. Хоҙай хаҡы өсөн ҡош ояларын, ҡырмыҫҡа иләуҙәрен туҙҙырмағыҙ\ «Йәшлек», 5 июнь 2012. Хоҙай һаҡлаһын, ҡар. Хоҙай күрһәтмәһен.
□ соотв. Боже упаси! Упаси Бог! Ҡайғы-хәсрәттән Хоҙай һаҡлаһын. Бәлә-ҡазанан Хоҙай һаҡлаһын. Хоҙай ярҙам {йәки ҡеүәт) бирһен 1) бер эшкә уңыш теләп әйтелә.
□ Д ай Бог! (доброе пожелание); с Богом! Изге теләктәргә Хоҙай ярҙам бирһен. Уйҙарыбыҙға Хоҙай ҡеуәт бирһен. Я Адвокат Хәләф Гәрәевич ҡулға алынған Зәбировтың эшен яҡларға булғас, следователь Ғәләует-динов аҫтыртын ғына көлөп ҡуйғайны: «Хоҙай ярҙам бирһен уҙеңә, ауыр хәл...» Р. Байымов; 2) ҡыйын хәлдә, ауыр эштә булған кешене ҡыҙғанып әйтелә. □ соотв. Да поможет Бог; Бог в помощь. Хоҙай ярҙам бирһен һөйгәндәргә, һағыныуҙан янып-көйгәндәргә.
ХОҘАЙ БАБАЙ и. ҡар. Хоҙай. Я Әбей-һәбейҙән ишетеу буйынса, имеш, ҡайҙалыр (куктә, буғай) икенсе донъя бар, унда бөтә нәмә ҡулынан килә торған «Хоҙай бабай» тора. Ә. Бикчәнтәев.
ХОҘАЙ БӘНДӘҺЕ (Р.: Божий человек; И.: God's creation; T.: Allahın kulu) и. (баш хәреф менән)
1. Иң юғары аҡыл ҡеүәһенә эйә йән эйәһе; әҙәм, кеше. □ Божий человек. Я Хоҙай бәндәһе уҙ хыялын таный башлағас ҡына кеше ҡорона инә, имеш, — ти балыҡ ҡармаҡлаусы малай. Ф. Бүләков.
2. Хоҙай тарафынан ебәрелгән ҡунаҡ.
□ Гость. Я Хоҙай бәндәһе булһаҡ та, яҙмыш ҡоло тугел дә! 3. Вәлитов.
3. Бик ипле кешегә ҡарата әйтелә.
□ Божья душа (о тихом, скромном человеке).
4. Аҡылы юҡ; йүләр, тиле. □ Сумасшедший, умалишённый, помешанный. Я Сәйер Хоҙай бәндәһе кәрәкле ҡағыҙҙарын нисек юллап алғандыр, ҡайҙалыр сығып китергә
уға кем рөхсәт иткәндер? «Йәшлек», 6 ғинуар 2012.
5. миф. Мифологияла изге, күрәҙәлек итә алған кеше. □ Святой, блаженный, юродивый. Я Диуананы рәнйеткән кешегә ҡот йоҡмай! Ул Хоҙай бәндәһе! Т. Ғарипова.
ХОҘАЙ ТӘҒӘЛӘ (Р.: Всевышний, Бог; И.: Lord; T.: Huda) и. (баш хәреф менән)
Алланы ололау һүҙе. □ Всевышний, Бог. Хоҙай Тәғәлә беҙҙе ҡанаты аҫтына, якла-уына алһын, ярабби. Я Ҡәмәр белә, ҡатын-ҡыҙҙы Хоҙай Тәғәлә бының мең ысулын, юлын өйрәтеп донъяға ярата. Д. Бүләков. Хоҙай Тәғәлә һеҙ белә алмағанды белә, бәлки, ҡатынығыҙҙың һеҙ өнәп бөтмәгән сифатында бер яҡшылыҡ барҙыр, — тиелә бер хәҙистә. Й. Ильясова.
ХОҘАЙЫМ (Р.: о, боже; И.: oh, heavens; T.: Allahım!) ымл.
Ҡапыл ҡурҡҡанда, ныҡ аптырағанда әйтелә. □ О, боже. Я [Харис бабай:] Эй, Хоҙайым, был хайуан йораттары мине тамам аҡылдан шаштыралар инде. Ғ. Аллаяров. Эй, Хоҙайым, бер ҡунаҡта кеше һымаҡ ултырырға насип булырмы икән? — тип һыҡтаны Сөйөмбикә. И. Ноғманов. Йә, Хоҙайым, ғәфу ҡылсы гөнаһлы мин — бәндәңде: илгә сараһыҙ һуҙ аттым, телгә алдым әсәмде. Р. Йәнбәк.
ХОҘАЙЛЫҠ (Хоҙайлығы) и. ҡар. Хоҙай. Я [Ғәйшә:] Иренең шул уҫаллыҡтарын уйлап, Айбикәне сәйнәп ташларҙай булам да, тағы ла Хоҙайлығыңды уйлайһың, һ. Дәүләтшина.
ХОҘАҮӘНДӘ [фарс. ] и. иҫк. ҡар. Хоҙай бәндәһе 1. Я Ҡарағош та шул [татлы ҡөҙрәт хәлуәһе илә һолуй атлы ҡош] заттан булып, ҡөҙрәтле билге белгертһәсе Хоҙауәндәһенә. Ғ. Хөсәйенов. Йософ әйтер: «Эй, Хоҙайым — Хоҙауәндә, һинең хөкөмөңә килтерҙе мине бында, был фетнәгә төшкән ҡолға сабыр ҡайҙа?» «Ҡиссаи Йософ». Хоҙауәндә, фазлың илә мәҙәт ҡыл, барса мөьминдең куңелен рәғбәт ҡыл. Мөнәжәттән.
ХОЗУР I [ғәр. (Р.: блаженство; И.: bliss; T.: huzur) и.
1. Ҡәнәғәт, рәхәт, матур булған хәл. □ Блаженство, наслаждение, душевное рав-
380