Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 381


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХОЗУРЛЫҠ
новесие, покой. Хозурға сығыу. Хозур булыу. Я Фируз бөгөн атаһы менән әсәһен көтмәне, сөнки улар баҡсала ине. Унда [баҡсала] хәҙер ифрат хозурҙыр инде. Р. Байбулатов.
2. Йәм, тәм, ләззәт. □ Красота, вкус. Я Егеттәр, куп һуҙгә бирелеп, аштың хозурын ебәрмәгеҙ, һыуытмай ашағыҙ, — тине [Сафа апай]. Б. Бикбай. [Кинйә:] Тормош хозурын мин бына шуларҙан [китаптарҙан] табам. Ғ. Ибраһимов. Был тормоштоң, был хозур донъяның рәхәтен татып, игелеген куреп йәшәй генә белегеҙ! — тине ул [Алтын-гәрәй ҡарт — кейәу менән ҡыҙға]. Ф. Әсәнов.
ХОЗУР II [ғәр. (Р.: красивый;
И.: beautiful; T.: huzurlu) с.
1. Күңелгә йәм, ләззәт биргән; һоҡланғыс. □ Красивый, уютный. Хозур урын. Хозур тауҙар. Хозур осор. Я Бинанан сығып йөҙ аҙым самаһы киттеңме, куҙ алдында ғәжәйеп хозур куренеш асыла. Р. Ханнанов. Йәй башында була торған йылы, хозур кистәрҙең береһе ине. Ш. Янбаев. [Гөлкөсура] ҡаяның осло моронондағы өй дәумәле таш өҫтөнә һаҡлыҡ менән генә кутәрелде һәм уның алдында таң зәңгәрлегенә мансылған хозур донъя асылды. Н. Мусин.
2. Ләззәтләнеү тойғоһо уятҡан, рәхәт, ҡәнәғәт. □ Блаженный, безмятежный; спокойный. Хозур ел иҫеп китте. Я Көсөк иһә әллә тәне ҡытыҡланыуҙан, әллә бының ҡылығын уйынға һанап, хозур төҫтә сыйнаны, туп кеуек тәгәрләне. Ә. Хәкимов.
ХОЗУР III (Р .: перед кем\ И.: in front of; T.: huzur) бәйл.
Төбәү, урын-ваҡыт, сығанаҡ килеш формаһында бәйләүес функцияһын үтәп, «кемдеңдер алды, ҡаршыһы» тигән мәғәнәне белдерә. □ Перед кем. Аллаһы Тәғәлә хозурында яуап биреу. Я Шунан [Караһаҡал] Мандарға бойорҙо: «Бынан ары хан хозурында әҙәпһеҙлек ҡылыусыға — ун биш ҡамсы!» Б. Рафиҡов. Сапҡындар теге байҙы береһе башынан, береһе аяғынан тотоп, батша хозурына алып киләләр. Әкиәттән.
ХОЗУРЛАНДЫРЫУ (хозурландыр-) (Р.: повергать в блаженное состояние кого-что; И.: plunge in bliss; T.: huzur vermek) ҡ.
1. Ләззәт, йәм биреп кинәндереү, рәхәтләндереү. □ Повергать в блаженное состояние кого-что. Йөрәкте хозурландыра. Куңелде хозурландырырлыҡ тамаша.
2. Йәмле итеү, күркәмләндереү, матур-лаңдырыу. □ Делать красивым, привлекательным; украшать. Яланды хозурландырыу. Хозурландырып ҡуйыу.
ХОЗУРЛАНЫУ (хозурлан-) (Р.: блаженствовать; И.: bliss; T.: huzur bulmak) ҡ.
1. Ләззәт табып кинәнеү, рәхәтләнеү. □ Блаженствовать, наслаждаться; испытывать блаженство, наслаждение, удовольствие. Матур иртәгә хозурланыу. Я Таштан ташҡа бәрелеп сылтырап аҡҡан һыу янында туҡтала-туҡтала, хозурланып ҡарап торҙо ла [Рәшиҙә] мотоциклына атланды, фара яҡтыһы төндөң ҡара пәрҙәһен йыртып, алға барҙы. Ғ. Аллаяров. Шамил ҡыҙыҡ өсөн тегенең артынан эйәрҙе, ә был мәлде Булат менән Рәфис, көндөң һиллегенә һоҡлана-һоҡлана, хозурланып эшләй ине. Р. Байбулатов. Йылҡыбай ағай ап-аҡ таҫтамал менән хозурланып йыуан ҡыҙыл муйынын һөрттө. Р. Ғабдрахманов.
2. Йәмле булыу, күркәмләнеү. □ Делаться красивым, привлекательным; хорошеть. Я [Зоя:] Булмә генәмдә килеп куренеуе бу ла [Гәҙелдең], шунда уҡ куҙ алдарым яҡтырып, донъям хозурланып китә, тәнем ут кеуек яна торғайны. Т. Сәғитов. Был мәлдә [муйылдар сәскә атҡан саҡ] беҙҙең Егән буйы айырыуса хозурлана. И. Ғиззәтуллин.
ХОЗУРЛЫҠ (хозурлығы) (Р.: душевный покой; И.: serenity; T.: huzurluluk) и.
1. Ләззәтләнеү тойғоһо, рәхәтлек. □ Душевный покой, безмятежность, блаженство, упоение, наслаждение. Хозурлыҡ уятыу. Хозурлыҡ кисереу. Я Тирә-йундәге тәбиғәт шул тиклем куркәм, .. бындай хозурлыҡта зарланыу уҙе ук урынһыҙ булыр ине. Ш. Янбаев. Вилә урмандың хозурлығына һоҡланып, ҡоштар тауышын тыңлап бер аҙ йөрөп килгәнсе, полковник, ысынлап та, байтаҡ балыҡ тотоп өлгөргән. Ғ. Хисамов. Ул [Зөмрәт], йәне-тәне менән хозурлыҡҡа бирелеп, әйтеп аңлатҡыһыҙ ғазаплы рәхәтлек кисерә. Ә. Хәкимов.
381