ХОККЕЙ
2. Күңелгә йәм, ләззәт биргән йәмлелек; күркәмлек. □ Красота, привлекательность. Йәйге көндәрҙең хозурлығы. ■ [Менәурә] торғаны беҙҙең кеуек яҡты тормош төҙөусе кеше инде — бөтә бысраҡлыҡты, аламалыҡ-ты ситкә атып, гел сафлыҡҡа, хозурлыҡҡа ынтыла. Р. Ханнанов. Тәбиғәттең хозурлығына, арыштарҙың уңғанлығына һоҡланып баҫыуҙа бер аҙ тынысланған да ине ул [Йәмил ағай]. Ф. Әсәнов.
ХОККЕЙ [фр. hoquet ‘ырғаҡлы көтөүсе таяғы’] (Р.: хоккей; И.: hockey; T.: hokey) и. спорт.
Боҙ өҫтөндә, сирәмдә туп йәки шайба һуғып уйнай торған спорт уйыны. □ Хоккей. / Хоккейный. Шайбалы хоккей. Хоккей ярышы. Хоккей майҙаны. ■ Уның [Куккулдең] .. икенсе яғында беҙ каток яһап, ҡыштарын курше Хәсән ауылы малайҙары менән хоккейҙа алышабыҙ. Д. Шәрәфетдинов. Бинокль тотҡан егеттең әйткәндәре хоккей репортажына оҡшап китте. Б. Рафиҡов. Юнир ағай хоккейҙы шул тиклем ярата, бер генә матчты ла ҡалдырмайынса ҡарап бара. Р. Ғабдрахманов.
ХОККЕЙСЫ (Р.: хоккеист; И.: hockey player; T.: hokeyci) и.
Хоккей уйнаусы. □ Хоккеист. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы хоккейсылары. ■ Марат та бер ваҡыт шул спортсмендар шикелле шәп хоккейсы булыр, тип ышана инем. Р. Солтангәрәев. Төҙөлөш хоккейсылары командаһының капитаны ла ул [Илдар] ине. Д. Исламов.
ХОҠУҠ (хоҡуғы) [ғәр. 05^1 (Р.: право; И.: law; T.: hukuk) и.
1. Дәүләт тарафынан билдәләнә һәм һаҡлана торған ижтимағи тәртип ҡағиҙәләре. □ Право. / Правовой. Балаларҙың хоҡуғы. ■ Бикбулат хәҙер уҙе ауыл Советы председателе, ул уҙ Зөлхизәһенең генә тугел, башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың да хоҡуғын яҡларға тейеш. С. Агиш. Урыҫ булмаған милләттәрҙең хоҡуҡтарын, мәҙәниәтен, тел-лөғәт һәм дини инаныуҙарын да хөрмәт итә әҙип. Р. Байымов. [Иптәштәр судының председателе] шәхес, уның тейелмәҫлеге, хоҡуҡ
тары һәм тағы әллә нәмәләр тураһында һөйләргә кереште. И. Ғиззәтуллин.
2. Йәмәғәт төҙөлөшө, тормош һәм йәмғиәт эшмәкәрлегенең бер әлкәһенә ҡараған дәүләт закондары һәм ҡарарҙар йыйылмаһы.
□ Право. Гражданлыҡ хоҡуғы. Хеҙмәт хоҡуғы. Милек хоҡуғы.
3. Шул закондарҙы өйрәнә торған фән.
□ Право. Хоҡуҡ дәресе. Енәйәт хоҡуғы белгесе.
4. Нимәлер эшләргә кемгәлер бирелгән һәм закон, ҡарар менән нығытылған ирек, рөхсәт. □ Право. Ергә хоҡуҡ. Эшкә хоҡуҡ. Хоҡуҡ алыу. ■ Бала уҡырға тейеш: был — уның Конституция буйынса бирелгән хоҡуғы. Б. Бикбай. Алпаров бригада советының эшләу тәртибен, уның бурыстарын һәм хоҡуҡтарын аңлатты. Яр. Вәлиев. Ырыҫҡол туҙергә, ырыуҙаштарының хоҡуғын әлегә закон юлы менән яҡлап ҡарарға булды.
3. Ураҡсин.
5. Ниндәйҙер эш-вазифаны үтәү өсөн бирелгән рәсми рөхсәт. □ Право. Етәкселек хоҡуғы. Хоҡуҡты файҙаланыу. ■ [Тәслимә:] Икенсе көндө район уҙәгенә барып имтихан тапшырҙым һәм «уҙ аллы кино курһәтергә хоҡуғы бар» тигән яҙыу алып ҡайттым. Н. Ҡотдосов. Бер механизатор ауырып китһә, уның урынына .. машина йөрөтөргә хоҡуғы булмаған берәйһен тәуәккәлләп ултыртырға тура килә ине [Азаматовҡа]. Ә. Вәли.
6. Нимәлер эшләргә, ҡылырға ирек, мөмкинлек; хаҡ. □ Право. Һуҙ әйтергә хоҡуҡ биреу. Ш [Мулла] уҙен хоҡуғы сикләнмәгән Алла илсеһе итеп иҫәпләгәнлектән, уҙенә һөжум итеу тугел, ҡаршы бер һуҙ әйтеугә лә өйрәнмәгәйне. 3. Биишева. Көҙгө һалҡынса төн тулы хоҡуғына ингән. Д. Исламов. Абдрахманды хужа хоҡуғында аҙым һайын ҡыҫмаҡҡа алып ултырһаң, ул Маргарита-һын етәкләп ҡайтып та китер, — тип туҡтатып ҡуйҙы [Анастасия Петровна Андрей Ивановичты]. Р. Өмөтбаев.
ХОҠУҠИ [ғәр. (Р.: правовой; И.: law; T.: hukuki) с.
Хоҡуҡҡа (1,2) мөнәсәбәтле. □ Правовой. Хоҡуҡи мөнәсәбәт. ■ Хоҡуҡи әлкәләге беле
382