ХОЛЕРА
мен урынлы ҡулланып, сәмләнеп, ныҡышмал тотонғайны, [Рәсимәнең] кәсебе лә уңышлы ғына китте, матди хәле лә зарланырлыҡ тугел. X. Тапаҡов. Яңы етәксе көн һайын тиерлек телевизорҙан, хоҡуҡи, демократик йәмғиәт төҙөйбөҙ, илдә һуҙ ирке, фекер ирке буласаҡ, тип хәбәр һөйләй. Ә. Әминев. [Врач — Илғужаға:] Үҙебеҙ, хоҡуҡи дәуләт төҙөйбөҙ, тип кукрәк ҡағабыҙ, ә уҙебеҙҙең, куҙҙе асыбыраҡ ҡарағанда, бер ниндәй ҙә хоҡуғыбыҙ юҡ. Д. Бүләков.
ХОҠУҠЛЫ (Р.: правоспособный; И.: legal; T.: ehliyetli) с.
Нимәгәлер хоҡуғы булған. □ Правоспособный, имеющий право; правомочный, полноправный. Хоҡуҡлы ағза. Хоҡуҡлы хужа. ■ [Сәлимгәрәй солтан Йәнтурин:] Ирек, мөхтәриәт бирелмәһә, бөтә милләттәр ҙә тиң хоҡуҡлы була аламы? Р. Байымов. Куптән тугел ауыл ҡыҙы булған Зифа хәҙер уҙен тулы хоҡуҡлы нефтсе тип әйтә ала. Ә. Бикчәнтәев. Үҙен һөйөусе кеше барлығын белеу менән, баяғы меҫкен Хәллә шунда уҡ тулы хоҡуҡлы Хәлиуллаға әйләнде. И. Ғиззәтуллин.
ХОҠУҠЛЫҠ (хоҡуҡлығы) (Р.: правомочие; И.: authority; T.: yetki) и.
Хоҡуҡҡа эйә булған хәл. □ Правомочие. Тулы хоҡуҡлыҡ. ■ [Ҡәнзәфәр[ берәй волоста старшина була ҡалһа, .. иң мөһиме, ирек, тигеҙ хоҡуҡлыҡ, ҡоллоҡтан, бурыстан ҡотҡарыу кеуек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеуҙе алға ҡуйыр. М. Ғиләжев. [Салих:] Уларҙың [башҡорттарҙың] бөтәһенең дә маҡсаты — милли иҙелеуҙән ҡотолоу, тиң хоҡуҡлыҡ, уҙ ерен, байлығын һаҡлап алып ҡалыу. Ғ. Хисамов.
ХОҠУҠ ҺАҠЛАУСЫ (Р.: правоохранительный; И.: law-enforcement; T.: kanunu uygulayan) с.
Хоҡуҡ, ҡанундарҙы һаҡлауға бәйле. □ Правоохранительный. / Правоохранитель. Хоҡуҡ һаҡлаусы орган. Хоҡуҡ һаҡлаусы бу лек. ■ Ул [Камалов], ниңәлер, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы уҙһенмәй, унда эшләгәндәрҙе бутән тормоштан килгән ят шәхестәр һымаҡ итеп курә ине. Р. Вәлиев.
ХОҠУҠҺЫҘ (Р.: бесправный; И.: disenfranchised; T.: haklardan yoksun) с.
Хоҡуҡтан мәхрүм ителгән; хоҡуғы булмаған. □ Бесправный. Ҡол кеуек хоҡуҡһыҙ. ■ Был өйҙә ул [Мөнирә] — хеҙмәтсе көнөндә, хоҡуҡһыҙ бер бала: мал, ҡош-ҡорт ҡарай, аш-һыу әҙерләй, усаҡ тирәһенән китмәй. Р. Камал. [Максим Горький — Зәки Вәлидигә:] Хоҡуҡһыҙ йәшәгән милләттәрҙең ғибрәтле тарихын, әле һеҙ һөйләгән бөйөк шәхестәрен, мәҙәниәт гәуһәрҙәрен донъяға курһәтергә ине. Р. Байымов. Ләкин әле [Әсҡәп] уҙенең был эштә [буләк булешеуҙә] бөтөнләй хоҡуҡһыҙ кеше икәнлеген иҫенә төшөрҙө. Н. Ҡотдосов.
ХОҠУҠҺЫҘЛЫҠ (хоҡуҡһыҙлығы) (Р.: бесправие; И.: lack obrights; T.: hukuksuzluk) и.
Хоҡуҡһыҙ хәл. □ Бесправие. Хоҡуҡһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәш. М Әҙәбиәткә төшөп китһәң инде — йөҙәрләгән миҫал табаһың ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡһыҙлығына. Г. Яҡупова. Шәмсиә һәм уның кеуек хоҡуҡһыҙлыҡтан тамам йыуашланған ҡатын-ҡыҙҙарҙы [Ҡәғбә ]уҡырға, яҙыу танырға өйрәтте. Ф. Чаны-шева. Европола фәҡирлек менән тиң хоҡуҡһыҙлыҡ бер-береһенә бәйле ҡарала, — ти Лилия Овчарова. М. Хужин.
ХОЛЕРА [гр. chole 4үт’ + гһео ‘ағыу’] и.
1. мед. ҡар. ваба. Холера таралыу. Холераға ҡаршы вакцина. ■ Аквариумдарҙың эсендә чума, холера, ҡара сәсәк һәм һары биҙгәк менән ағыуланған аҡ сысҡандар булған. Ә. Бикчәнтәев. Ул йәйҙә ни эшләптер холера ауырыуы килеп сығыуҙан ҡурҡты кешеләр. М. Садиҡова. [Доктор — Абдрахманға:] Ябай тел менән әйткәндә, ана шул [укол]холераны уҙеңә тейҙермәй һәм халыҡҡа таратмай торған көс хасил була. Р. Өмөтбаев.
2. кусм. Ялҡытҡыс, һөмһөҙ кеше. □ Холера. Холера булыу. Холера ҡыҙыҡай. ■ [Әл-фрит — Сәлимәгә] «сирле себеш», «холера», «быҙау» кеуек һуҙҙәрҙе, таҡылдыҡ һайыҫҡан кеуек, аҙым һайын тип әйтерлек ҡабатлап торҙо. С. Поварисов. «Эй, холера, кит юлдан!» Ул [Рая] машинаһын аҡрын ғына
383