Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 384


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХОЛЕРИК
туп-тура тегенең [мастерҙың шофёры] өҫтөнә алып китте. Р. Солтангәрәев.
ХОЛЕРИК I (холеригы) [гр. chole ‘үт’] (Р.: холерик; И.: choleric; T.: sinirli, asabi) и.
Ҡыҙыу тәбиғәтле, ҡыҙыу ҡанлы кеше. □ Холерик. Холериктың телмәре. Түҙемһеҙ холерик.
ХОЛЕРИК II (Р.: холерический; И.: choleric; T.: asabi) с.
Холҡонда ҡыҙыулыҡ булған, ҡыҙыу тәбиғәтле. □ Холерический. Холерик кеше. Холерик булыу.
ХОЛЕСТЕРИН [гр. chole ‘үт’ + stereos ‘ҡаты’] (Р.: холестерин; И.: cholesterol; Т.: kolesterin) и. мед.
Бөтә тере организмдарҙың да күҙәнәкле мембраналарында була торған тәбиғи майлы спирт; органик берләшмә. □ Холестерин. Холестериндың ҡанда күбәйеүе. ■ Иң түҙемһеҙ кешеләр ҙә, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы баштарына төшкәндә, тыштан тыныс ҡына ҡала беләләр, холестеринды ҡанда иреткән шикелле, ҡайғы-хәсрәттәрен йәшереп ҡала алалар. И. Абдуллин.
ХОЛЕЦИСТИТ [гр. chole ‘үт’ + kystis ‘ҡыуыҡ’ + itis\ (Р.: холецистит; И.: cholecystitis; T.: kolesistit) и. мед.
Үт ҡыуығы шешеүе. □ Холецистит. Холецистит өйәнәге. ■ Холецистит менән яфаланғанда, әгәр ҙә үт күп йәки аҙ кимәлдә бүленеп сыҡҡанда, һары мәтрүшкә, арыҫлан ҡойроғо, бөтнөк, шиңмәҫгөл үләндәрен тигеҙ өлөштә алып бутарға. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2010.
ХОЛОДИЛЬНИК (холодильнигы) и. һөйл. ҡар. һыуытҡыс. Холодильник төрө. Холодильник бүләк итеү.
ХОЛОҠ (холҡо) [ғәр. 3^] (Р.: характер; И.: character; T.: karakter, huy) и.
1. Кешенең ҡылығында сағылған тотороҡло рухи һәм психик үҙенсәлектәр; характер. □ Характер, нрав; норов. Баҫалҡы холоҡло кеше. Күркәм холоҡло кеше. Тиҫкәре холоҡло кеше. ■ Ул [Сергей] Лоҡмандың холҡон белә ине: теләмәй икән — күндерермен тимә. А. Абдуллин. Бисәһе үлгәс, [Әлемғол] үҙенә тиң, холоҡ яғынан бергә килерлек бер ҡатын да осрата алманы. С. Агиш. Холоҡ
тары һәм буй-һындары менән бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған Рифат менән Мөхәмәттең дуҫлығы аталары Раһип менән Кәли ағайҙарҙан күсеп килә. Р. Байбулатов.
2. Малдың, тәбиғәттең ҡылығына әйләнеп киткән сифат; ғәҙәт, ҡылыҡ. □ Нрав. ■ Ләкин донъя күргән, атының холҡон белгән бригадир улай уйламаны. Б. Бикбай. Сергей, Төйлөгән тауының да холҡон өйрәнгәс, Арыҫланбәк менән ысынлап алышырға самаланы. Р. Низамов. Айғырҙың йыртҡыс холҡон маҡтаһаң, Ибраһимдың күңеле йомшарғанын белә ул [шаҙра битле көтөүсе]. Й. Мостафин. • Яҡшы атта ла бер холоҡ була. Мәҡәл.
ХОЛОҠЛАНЫУ (холоҡлан ) (Р.: показывать какой-л. нрав; И.: show holes; T.: davranmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер холоҡ күрһәтеү. □ Показывать какой-л. нрав. ■ Бер сынаяҡ сәй һорап алып эстем дә, ғүмерҙә булмағанса, еңел холоҡланып, малайҙар кеүек ҡыланып, Мин-зәләне әсәйем эргәһенә етәкләп алып барҙым. Н. Мусин.
2. Ҡылыҡ, ғәҙәтте үҙгәртеү (малға ҡарата). □ Улучшаться (о нраве). ■ [Нурулла — бейәһе хаҡында:] Кара, нисек китеп барған була, йөрөгән ҡапҡаһын да онотҡан. Имеш, колхоз аҙбарына барғас, холоҡланған яңы холоҡтан! С. Ҡудаш.
ХОЛОҠ ТӨҘӘТЕҮ ЙОРТО (Р.: исправительная колония; И.: penal colony; T.: sürgün yeri) и.
Иркенән мәхрүм ителгән кешеләрҙе мәжбүри хеҙмәт менән тәрбиәләй торған урын; төрмә. □ Исправительная колония. М Иректәге кешеләр, холоҡ төҙәтеү йортона ингәс кенә, иркенлек ҡәҙерен белә. И. Насыри.
ХОЛОҠ-ФИҒЕЛ (Р.: характер; И.: character; T.: huy) и. йыйн.
Кеше йәки башҡа йән эйәләре тәбиғәтен-дәге һәр төрлө үҙенсәлектәр; төрлө ҡылыҡ һәм ғәҙәт. □ Характер, нрав. Холоҡ-фиғелен тикшереү. Баланың холоҡ-фиғеле. ■ Исем алмашыуҙан уның [сыбай ҡашҡаның] бер ере лә кәмемәне лә, артманы ла, холоҡ-фиғеле лә үҙгәрмәне. И. Ноғманов. Дөрөҫ әйтә ҡарт уҡытыусы, кешенең холоҡ-фиғелен, донъяға ҡарашын, ынтылыш-ниәттәрен заман бил
384