ХОР
дәләй. Ә. Хәкимов. Ҡартәсәйем бар ихласлығын хәҙер намаҙ уҡыуға, дарыу уләндәре йыйыуға һәм атай йортона тамам эйәләшеп алған Камилаға уҙенең холоҡ-фиғелен «йоҡтороуға бирә. Г. Яҡупова.
ХОЛОҠҺОҘ (Р.: дурной по характеру; И.: bad character; T.: huysuz) с.
1. Насар холоҡло, яман характерлы; тәртибе насар; ҡылыҡһыҙ. □ Дурной по характеру, с дурным нравом. ■ Миһербаныу еңгә әйткән холоҡһоҙ кейәу ошолор инде, — тип уйланы Сәлих. С. Агиш. Ҡустыһының эштә ал бирмәуенә асыуы ҡабарған холоҡһоҙ Вәлит унан ус алырға уйланы. И. Ғиззәтуллин. [Ҡонҡас — Кинйәгә:] Илен белмәгән — игелекһеҙ, халҡын белмәгән — холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән нәсәпһеҙ бит ул. Ғ. Ибраһимов.
2. Насар ғәҙәтле (малға ҡарата). □ С дурными повадками. Холоҡһоҙ һыйыр. ■ Иртәнге ысыҡта, томанда кеше атын эҙләуе, әгәр ул холоҡһоҙ ҙа булһа, уны тотоп йугәнләуе .. еуештә тығыҙланып, уҡмашҡан тышауҙы cüceye еңел эшме ни! И. Абдуллин.
ХОЛОҠҺОҘЛАНЫУ (холоҡһоҙлан-) (Р.: показывать плохой характер, дурной нрав; И.: show a bad temper; T.: huysuzlanmak) ҡ.
Холоҡһоҙға әйләнеү, холоҡһоҙ булыу; холоҡ насарайыу, характер боҙолоу. □ Показывать плохой характер, дурной нрав. Холоҡһоҙланып тороу. Холоҡһоҙланып ҡайтыу. ■ Бикбаевтың холоҡһоҙланыуы, — һис шикһеҙ, уның етәксе вазифаһын оҙаҡ биләуенең касафаты ла. Н. Мусин. [Ат] һанға һуҡмай, холоҡһоҙланырға маташһа, өлкәндәрҙән ишеткән һуҙҙәр менән ҡайыҙлайһың: «Тр-р, буре йыҡҡыр!» М. Ямалетдинов.
ХОЛОҠҺОҘЛОҠ (холоҡһоҙлоғо) (Р.: плохой характер; И.: bad nature; T.: huysuzluk) и.
Яман ҡылыҡ, насар характер. □ Плохой характер, дурной нрав. Турәнең холоҡһоҙлоғо. ■ [Зөбәржәт еңгә] куңелендә әле улын яҡлап, ҡартының холоҡһоҙлоғона ҡаршы бунт ҡупһа, әле ҡайҙа барып бәрелергә белмәгән ирен йәлләу тойғоһо өҫтөнлөк алды. Б. Рафиҡов. «Тиҫкәре» һаман уҙенең холоҡһоҙлоғон ташламай, йә дилбегәгә баҫа, йә
ауыҙлыҡ кейҙертергә теләмәй башын саң-ҡайта. Ш. Янбаев.
ХОПОР (Р.: подражание громкому звуку, чавканью, чмоканью; И.: smack; T.: şapır şapır) оҡш.
Шыйыҡ нәмәне ҡабаланып ҡапҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание громкому звуку, чавканью, чмоканью. Хопор итеу. Хопор иттереу.
ХОПОРЛАТЫУ (хопорлат-) (Р.: чавкать, чмокать с шумом; И.: slurp (smacking noise)', T.: şapırdamak) ҡ.
Хопор-хопор итеү, хопор-хопор килеү.
□ Чавкать, чмокать с шумом. // Чавканье, чмоканье. Хопорлатып эсеу. Хопорлатып ҡуйыу. ■ Ултыр, бисәкәй, ултыр, — тине Сакай, — балалар уҙҙәре хопорлатһындар шунда, һин беҙҙең менән ултыр. Ғ. Хисамов.
ХОПОРЛАУ (хопорла-) (Р.: чавкать, чмокать; И.: slurp; T.: şapırdamak) ҡ.
Хопор-хопор итеү, хопор-хопор килеү.
□ Чавкать, чмокать. // Чавканье, чмоканье. Хопорлатып ҡуйыу.
ХОПОР-ХОПОР (Р .: многократное подражание громкому звуку чавканья, чмоканья; И.: sound imitative word; T.: şapır şapır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат хопор иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Многократное подражание громкому звуку чавканья, чмоканья. Хопор-хопор итеп эсеу. Хопор-хопор килеу. Хопор-хопор ашау.
ХОР [гр. choros ‘төркөм, халыҡ’] (Р.: хор; И.: choir; T.: koro) и.
1. тар. Боронғо грек трагедияларында һәм комедияһында ҡатнашыусы коллектив герой. □ Хор.
2. Бергәләп музыкаль әҫәр башҡарған йырсылар төркөмө. □ Хор. / Хоровой. Ветерандар хоры. Уҡыусылар хоры. М Емеш уйға бирелеп, онотолоп ултырған арала хор, тәу-ге йырҙы йырлап бөтөп, икенсеһенә кусте.
3. Биишева. Хор эсендә кемдеңдер матур тауышы айырыуса көслө яңғырай. Ә. Бикчәнтәев. Һағыш ҡатыш хозур тынлыҡҡа сумған залда өс тауышҡа буленгән хор тотош бер аһәң булып яңғыраны. Т. Ғарипова.
385