Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 386


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХОРВАТ
3. Йырсылар төркөмө башҡарыу өсөн яҙылған музыкаль әҫәр, пьеса. □ Хор. Хор яҙыу. Хор башҡарыу. Академик хор.
4. Бер үк ваҡытта яңғыраған күмәк тауыш. □ Хор. М Улар [әтәстәр] хорына ара-тирә һарыҡтар мәэлдәуе, һыйырҙар мөнрәуе ҡушыла. Яр. Вәлиев. «Тарт та тарт» тип ҡысҡырыусы тартайҙар хорына яңғыҙлыҡтан йөҙәгән кәкук ҡушылды. И. Ғиззәтуллин. Уларҙың [гигант буровой машиналарҙың] тауыштары бер тыңлағанда хор менән укергән арыҫландар тауышына, бер тыңлағанда ер аҫты тетрәуҙәренә оҡшай. И. Насыри.
ХОРВАТ (Р.: хорват; И.: Croatian, Horvath; T.: Hırvat) и. этн.
Хорватияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (славян телдәренең береһендә һөйләшә). □ Хорват. Хорват егете. ■ Был хаҡта [сталинизм тураһында] XVII быуатта уҡ куренекле славян мәғрифәтсеһе, сәйәсмән һәм яҙыусы-публицист .. хорват Юрий Крижанич та яҙып ҡалдырған. М. Хужин.
ХОРДА [гр. chorde ‘ҡыл’] (Р.: хорда; И.: chord; T.: kiriş) и.
1. мат. Кәкре һыҙыҡтың ике нөктәһен тоташтырған тура һыҙыҡ. □ Хорда. Туңәрәк уртаһынан уткән хорда. Хордаға перпендикуляр хорда. Хорда оҙонлоғо.
2. зоол. Ҡайһы бер хайуандарҙа һәм кешеләрҙә һөлдәнең беше еп рәүешендәге иң тәүге, башланғыс үҙәге; арҡа ҡылы. □ Хорда. / Хордовый. Ҡайһы бер балыҡтарҙа һаҡланған хорда.
ХОРЕЙ [гр. choreios ‘бейеү ’] (Р.: хорей; И.: chorei; T.: şirde birinci hece üzerine vurgu yapılan iki heceli vezne ait uyak) и. әҙ.
Силлабо-тоник шиғырҙарҙа баҫымы беренсе ижеккә төшкән ике ижекле стопа. □ Хорей. Силлабо-тоник хорей. Биш быуынлы хорей. М Европа, рус сонеты силлабо-тоник шиғыр ритмына нигеҙләнеп, ямб, хорей улсәмдәре менән ижад ителһә, силлабик ритмына ҡоролған башҡорт шиғриәте жанр алдында башҡа талаптар ҡуя. «Ағиҙел», № 1,2013.
ХОРЕОГРАФ [гр. choreios ‘бейеү’ + gra-phö ‘яҙам’] (Р.: хореограф; И.: choreographer; T.: koreograf) и.
Хореография буйынса белгес. □ Хореограф. ■ [Әлкә Комитеты секретары:]Бәлки, [клуб мөдире] Өфөлә берәй хореографҡа мөрәжәғәт итер. Б. Рафиҡов. [Игорь Стра-винскийҙың «La мапоппетте» («Марионетка») балетының] музыкаль етәксеһе һәм дирижёры — Герман Ким, хореографы һәм либретто авторы — Ринат Әбушаһманов, рәссамы — Фәниә Низамова. «Йәшлек», № 65, 2010. Тап ошо театрҙа [Стәрлетамаҡ Бейеу театрында] Хәлил Ишбирҙин уҙенең иҫ киткес талантлы хореограф икәнлеген иҫбатлай ҙа инде. «Ағиҙел», № 8, 2012.
ХОРЕОГРАФИК (Р.: хореографический; И.: choreographic; T.: koreografik) с.
Хореографияға мөнәсәбәтле. □ Хореографический. Хореографик уҡыу йорттары. Хореографик поэма. ■ Хореографик тел менән ҡоштоң характерын биреу өсөн оҫталыҡ та кәрәк. «Йәшлек», № 48, 2010.
ХОРЕОГРАФИЯ [гр. choreios ‘бейеү’+ graphö ‘яҙам’] (Р.: хореография; И.: choreography; T.: koreograf!) и.
1. Бейеү сәнғәте. □ Хореография. М Фәйзи Ғәскәров — профессиональ башҡорт хореографияһын тыуҙырыусы ла. Р. Камал.
2. Бейеүҙәр һәм балет спектакле әҙерләү, ҡуйыу сәнғәте. □ Хореография. / Хореографический. ■ [Сәғиҙә:] Хореография училищеһын тамамлап ҡына сыҡҡан, тубәм куккә тейерҙәй булып елкенгән саҡтарым ине. Й. Солтанов. Ә ул [Көнһылыу], мәктәпте бөткәс, Ваганова исемендәге хореография училищеһына уҡырға инергә тейеш! Т. Ғарипова.
ХОРИСТ [гр. chores] (Р.: хорист; И.: choristers; T.: koro üyesi) и.
Хорҙа (2) йырлаған кеше. □ Хорист. Хорист булыу.
ХОРҠ (Р.: хрю; И.: sound imitative word; T.: domuz sesi) оҡш.
Сусҡа сығарған тауышты белдергән һүҙ. □ Хрю (подражание хрюканью). Хорҡ итеу.
386