Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 387


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХОСУСИ
ХОРҠОЛДАУ (хорҡолда-) (Р.: хрюкать; И.: oink; T.: domuz gibi ses çıkarmak, domuz gibi homurdanmak) ҡ.
Хорҡ-хорҡ итеү, хорҡ-хорҡ килеү. □ Хрюкать. // Хрюканье. Насар итеп хорҡолдау.
■ Оло бейә хорҡолдап, танау тишектәрен-ҡумшырығын киңәйтеп, башын, ҡойроғон күтәреп, алан-йолан ҡарап, көтөү эсенә юртты. С. Ильясов.
ХОРҠ-ХОРҠ, хорҡ та хорҡ (Р.: хрю-хрю; И.: sound imitative word; T.: domuz sesi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат хорҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Хрю-хрю. Хорҡ-хорҡ итеу. Хорҡ-хорҡ килеу.
ХОРМЕЙСТЕР [гр. chores + нем. Meister ‘оҫта, етәксе’] (Р.: хормейстер; И.: choirmaster; T.: koro şefi) и.
Хор етәксеһе, хор дирижёры. □ Хормейстер. Куп йырсыларға етәкселек иткән хормейстер. Балет театрының хормейстеры. Я Хормейстер Ниғмәт Яруллович әле яңы тауыштар тынмай. М. Садиҡова.
ХОРУНЖИЙ [пол. chorazy] и. ҡар. харунъя. Хорунжий погоны. Я [Зөбәйер Ҡотлобаевтарҙың] хорунжий дәрәжәһенә еткән улдары Раян беренсе башҡорт кантонының управляющийы булып хеҙмәт итә. «Башҡортостан ҡыҙы», №4,2011. Туҡмалған хорунжий эргәһенә килгән казак та Ҡәнзәфәргә эйәрҙе. М. Ғиләжев. Нух Ҡотлогил-денең һуғыштан хорунжий булып, уның уйынса, ҙур кеше булып ҡайтыуына ныҡ ышанды. Ж. Кейекбаев.
ХОСРАН [ғәр. ûL>^] (Р.: утрата; И.: loss; T.: hüsran) и. иҫк. кит.
Нимәнәндер яҙыу, нимәнелер юғалтыу хәле. □ Утрата. ■ Үтте ғумерем, барыһы хосран икәндер, белмәнем. Һ. Салихов.
ХОСУЛ [ғәр. (Р.: доход; И.:
income; T.: husul) и. иҫк. кит.
Килем, файҙа. □ Доход. Хосул алыу.
■ Беҙгә йәй буйы өҙлөкһөҙ эшләнә торған һәм иң аҙында 30-40 һум хосул килтерә торған эш кәрәк. М. Ғафури.
ХОСУС [ғәр. (Р.: повод; И.:
reason; T.: husus) и.
Булған бер хәл, күҙҙә тотолған бер мәсьәлә. □ Повод, случай, отношение. Билдәле бер хосуста. Эштең был хосусында. Я Зәки Вәлиди өсөн иң көтөлмәгәне — .. Наливкиндың был хосуста, бер ниндәй сара курмәйсә, уҙен ифрат битараф тотоуы булды. Р. Байымов. Ундай нәмә [шикле фекерҙәр ] башыңа килгән хосуста ла теш араңдан сыҡмауы хәйерлерәк, заманы тағы ла бик хәүефлегә әйләнеп бара. Р. Өмөтбаев.
ХОСУСАН [ғәр. (Р.: особенно;
И.: especially; T.: hususen) р.
Айырыуса, бигерәк тә. □ Особенно, в особенности. Хосусан халыҡ араһында. Хосусан йылы. Я Хосусан, Мәрйәм — йәш ҡыҙ, ундай-бындайҙы белмәҫ, һатып ебәрһәң дә, һис дәғүә ҡылыусы юҡ. М. Ғафури. Ул [өйәңке] ботаҡтарын тирә-яҡҡа рәхәтләнеп, ләззәтләнеп ебәреп, хосусан бер хозурлыҡта уҫкән. С. Поварисов.
ХОСУСИ [ғәр. (Р.: частный; И.:
private; T.: hususi) с.
1. Берәй шәхескә, айырым бер кешегә ҡараған; шәхси. □ Частный, личный. Хосуси милекселек. Хосуси бер йомош. Я Театр залында бер нисә шәреҡ павильоны асылып, унда ҡатнашыу өсөн ҡалабыҙҙың хосуси сауҙагәрҙәренә ләрөхсәт биреләсәк. С. Агиш. Ауыл һис бер план-фәлән менән эш итмәгән, һәр кемдең хосуси теләге менән, уның хосуси иркенә буйһондороп, өйҙәр, ҡаралтылар уҙа-лы-ғаҙалы һалынғандар. Ғ. Дәүләтшин.
2. Үҙенә бер башҡа; айырым. □ Особый, особенный. Я Үҙенең хосуси хәленә килгәндә, дин бер яҡта тороп ҡала, [Хәйбуш] уҙ файҙаһына уҙенең яратҡан муллаһынан берәй фәтуә таптырып ала ине. М. Ғафури. Бәғзе заттарға ҡәләм артыҡ еңеллек әйләгән, бәғзеләрен бер хосуси хәлгә бәйләп сәйнәгән. Ш. Бабич.
3. Йәмәғәткә ҡағылмаған, айырым кешеләр тарафынан башҡарылған. □ Отдельный. Хосуси кәңәшмә. Я [Татар буржуаһы] көн дә, хосуси мәжлестәр яһап ҡына булһа ла, был хаҡта кәңәшә. 3. Шәрҡи.
4. Үҙҙәренә айырым эш иткән, дәүләткә, дәүләт ойошмаларына ҡағылмаған. □ Частный. Хосуси уҡытыусы. Хосуси сауҙагәр.
387