ХОСУСИӘТ
Я М. Халиҡов ҡул ҡуйған документта волость һәм ауыл кимәлендәге дәүләт һәм хосуси учреждениеларҙа эш ҡағыҙҙарын алып барыу тәртибе буйынса инструкция ла була. С. Агиш. Журнал хосуси кешеләр тарафынан нәшер ителде. Т. Йәнәби.
5. Дәүләт мил кенә бәйле булмаған, айырым кеше ҡулындағы. □ Частный. Хосуси хужалыҡ. Хосуси фатир. Я Әлеге ала бейәне илтеп тапшырырға йүгәнләй башлағас ҡына, унда [минец ҡарсыҡта] хосуси милекселек шайтаны тағы ҡуҙғалды бит. Д. Исламов. Мин ятҡан лазарет — берәүҙец хосуси лазареты булып сыҡты. Д. Юлтый.
ХОСУСИӘТ [ғәр. (Р.: осо-
бенность; И.: feature; T.: hususiyet) и. кит.
Үҙенсәлек, айырмалыҡ. □ Особенность, специфика, своеобразие, һәр милләттец үҙ хосусиәте. Я Милләт булып ойошоу өсөн халыҡтыц бер урынға (территорияға) тупланыу ы, тел дөйөмлөгө,.. иҡтисади хосусиәт булыу шарт. Ф. Күзбәков. Кеше булыу өсөн әле беҙ ацлап бөтөрмәгән әллә ниндәй хосусиәттәр барҙыр. С. Поварисов.
ХОСУСИӘТЛЕ (Р.: особенный; И.: special; T.: hususiyeti olan) с. иҫк. кит.
Үҙенсәлекле, үҙенә бер төрлө. □ Особенный, особый, специфичный, своеобразный. Хосусиәтле фекер. Я Хис-тойғо, үтә ҡупшы тасуири биҙәктәр түгел, күҙәтеү үткерлеге, аҡыл ҡеүәһе уны [X. Назар поэзияһын] хосусиәтле итә. Ғ. Хөсәйенов.
ХОХОҠ (хохоғо) (Р.: вид уток; И.: duck species; T.: bir tür ördek) и.
Көрән башлы, аҡ ҡорһаҡлы буҙ өйрәк. □ Вид уток. Хохоҡтар тубы.
ХОШ (Р.: внешность; И.: appearance; Т.: görünüş) и. диал. ҡар. ҡиәфәт.
Кешенең тышҡы күренеше, килеш-килбәте, төҫ-сырайы. □ Внешность, вид. Хош-һоҙ кеше.
ХӨДДӘҺЕНӘ СЫҒЫУ (хөддәһенә сыҡ-) (Р.: проучить кого-, И.: teach a lesson; T.: haddini bildirmek) ҡ. һөйл.
Кәрәген биреү, уҡытыу. □ Проучить кого. Я [Аҡбирҙе:] Солтан түгелме икән шул, хәйерһеҙ? Хөддәһенә сыҡмай ярамаҫ, ҡыҫмаҡҡа алайым әле. 3. Ураҡсин.
ХӨДҮТ [ғәр. J(Р.: граница; И.: border; T.: hudut) и. иҫк. кит.
Ниндәйҙер дәүләттең сиген күрһәткән һыҙыҡ; сик. □ Граница. Хөдүт һаҡсыһы. Башҡорт иленец хөдүте.
ХӨЖРӘ [ғәр. (Р.: келья; И.: celi; Т.: hücre) и. иҫк.
1. Мәҙрәсә ятағындағы ял итә торған бүлмә. □ Келья. Я Гел дин әһелдәре, шәкерттәр, хәлфәләр мөхитендә уралып, хөжрәләрҙә сикләнеп йәшәгәс, Батырша үҙен хатта ниндәйҙер ғәжәйеп халәттә тоя башланы. Ғ. Хөсәйенов. Малайҙы отҡор сауҙагәр мәҙрәсә хөжрәләренец береһенә алып килде. К. Мәргән.
2. Йорт, бина эсендәге бүлмә. □ Келья, комната. Я [Муса:] Шишмә буйында беҙ серле хөжрә күреп ҡалдыҡ. Ә. Бикчәнтәев. Ҡарамаған, эҙләмәгән бер урын, бер хөжрә ҡалманы. В. Исхаҡов. [Сабир мулла:]Йәһән-нәмдец уты һүнә башлағас,.. Аллаһы Тәғәлә-нец хөжрәһендә ҙур йыйылыш булған икән. Б. Ишемғол.
ХӨЗӨН [ғәр. (Р.: горе; И.: grief; T.: hüzün) и. иҫк. ҡар. ҡайғы.
Күңелде ғазаплағыс, йәнде әрнеткес ауыр тойғо; хәсрәт, бәлә-ҡаза. □ Горе. Я Унда бер шатлыҡ, рәхәт, бер ғәм, хөзөн. Ғ. Иҫәнбирҙин.
ХӨКӨМ [ғәр. (Р.: суд; И.: court; Т.: hüküm) и.
1. Дәүләт менән идара итеү хоҡуғы; власть. □ Суд, господство. Батша хөкөмө. Хөкөмгә алыу. Я Күрәһец, улар [ырыу баштары] ырыу ерҙәре менән эш итеүҙе үҙ хөкөмөндә һанап, хандан ризалыҡ һорап тормағандар. 3. Ураҡсин. Башҡорт ере һаб-рау хыял иткән берҙәмлеккә, үҙ дәүләтен төҙөп, Урҙа хөкөмөн һелтәп ырғытыуға ирешерме? Ә. Хәкимов. • Ил хөкөмһөҙ булмай. Әйтем.
2. Нимәнелер эшләргә, башҡарырға ҡушҡан ҡәтғи күрһәтмә; әмер, бойороҡ. □ Решение, приказ. Я Падишаһтан хөкөм тип, сығарҙылар взводҡа. Бәйеттән. Шүлгән батша үҙенец хөкөмөн үҙгәртмәгән. «Заятүләк менән һыуһылыу».
388