ХӨКӨМ ИТЕҮ
3. Төрлө бәхәстәрҙе хәл иткән һәм енәйәт эштәрен ҡараған дәүләт органы. □ Суд. / Судебный. Хөкөм комиссияһы. Хөкөм алдына баҫыу. Хөкөм яһау. ■ Ғамилды .. фажиғәнең килеп сығыуында төп енәйәтсе итеп, өс йылға хөкөмгә тарттырып, колонияға ебәргәндәр. Р. Байбулатов. Билалды судҡа биреу — полевой суд хөкөмө менән атыу, аҫыу менән ҡурҡыттылар. А. Таһиров.
4. Ошо орган тарафынан шул эште ҡарағандан һуң сығарылған ҡәтғи ҡарар. □ Решение суда, приговор. Ғәҙел хөкөм. Хөкөм сығарыу. Хөкөмдө еренә еткереу. Я Судья тыңҡыш, йомро кәуҙәһен кутәрең-керәп ҡағыҙ тотҡан ҡулдарын эре генә итеп алға һуҙып, хөкөмдө уҡый башланы. Ғ. Дәүләтшин.
5. Берәй эште хәл итеүгә кемгәлер ҡуйылған ирек, ихтыяр; ҡарамаҡ; шул күҙлектән ҡарап әйтелгән фекер. □ Усмотрение, воля. Хөкөмгә килеу. Я Һуңға табан ҡарт бөтөнләй йомшарҙы, көсһөҙләнде һәм тулыһынса Ғриша хөкөмөндә ҡалды. С. Ханов. Өндәшмәй генә тыңлап торҙо ла Кәбир уҙ хөкөмөн әйтте. Яр. Вәлиев. Салих докторҙың йөҙөнән куҙен алмай, уның хөкөмөн көтә. X. Мохтар.
6. Эштең, ҡылыҡтың башҡарылған тәртибе. □ Порядок. Я Яңыраҡ вафат булған Султыҡ старшинаның мираҫ мал-мөлкәтен китап хөкөмө менән булделәр. Ғ. Хөсәйенов. Милицияның хөкөмө ябай: һуғышҡан урында тотолған әҙәмгә мәрхәмәт юҡ. Ә. Бикчәнтәев. Иман белмәй, динде тотмай мөрит булмаҡ, тәһәрәттең хөкөмөн белмәй намаҙ ҡылмаҡ. Мөнәжәттән.
7. Кем йәки нәмә кеүек; кем йәки нәмә дәрәжәһендә. □ Положение, состояние. Юҡ хөкөмөндәге нәмә. Шатлыҡтан бар донъяһын онотҡан малай хөкөмөндә булыу. Я Тәф-килевте уҙен генә бер ҡайҙа сығарманылар. Хан ҡулында тотҡон хөкөмөндә генә йәшәй башланы. Ғ. Ибраһимов. Уныңса [Ғәбдел-ваһап], әҙәм ярлы икән, ул тубән, ят ҡәуем икән, кафыр хөкөмөндә. Ғ. Хөсәйенов.
♦ Алланың {йәки Хоҙаның) хөкөмө Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан эш. □ Божье повеление, Божья воля. Я [Хажи — ахунға:] Алла
хөкөмө йөрөмәй хәҙер Рәсәйҙә. Р. Өмөтбаев. [Карт:] Кайҙан сыҡты инде был афәт. Эй Алланың хөкөмө! Һ. Дәүләтшина.
ХӨКӨМДАР [ғәр. + фарс. jh] (Р.: правитель; И.: ruler; T.: hükümdar) и. кит.
1. Ил башлығы, хөкөм йөрөтөүсе; хаким, батша. □ Правитель, властелин, владыка. Мәскәу хөкөмдары. Айыҡ фекерле хөкөмдар. Я Ул [даруғаJ тәуҙән ук киң куңелле, ғәҙел хөкөмдар, тоғро яуҙаш, шәфҡәтле атахан булып куренергә ниәт тотҡайны. Ә. Хәкимов. Йософ әйтер: «Йә, Зөләйха, мине кур-гел, мин Мысырҙың хөкөмдары — шуны белгел». «Ҡиссаи Йософ».
2. Етәкселек итеүсе, хужа. □ Хозяин.
■ Араларында йәштәрҙе өйрәтеп, уҙехөкөмдар урынында йөрөгән Лоҡман ағай, хәҙрәтте һәм ололарҙы кургәс, уҙ оҫталығын барыһына ла бер юлы курһәтмәксе булды, ахырыһы. Ғ. Хөсәйенов. Ул [Хул-хаш] ҡала хөкөмдарына һәләттәренең ҡайһы берҙәрен курһәтеп, файҙалы буласағына ышандырҙы. Б. Рафиҡов.
ХӨКӨМ ИТЕҮ (хөкөм ит-) (Р.: судить;
И.: judge; T.: hüküm etmek) ҡ.
1. Ниндәйҙер эште судта ҡарау. □ Судить.
■ Хөкөм итеу процесына тиклем Хәләф Гәрәевичкә лә ниндәйҙер аныҡ ҡарашҡа килеп, баһалау һәм яҡлау критерийҙарын табып өлгөрөргә кәрәк. Р. Байымов. Бөгөн суд залында, халыҡ алдында өс уҫмерҙе хөкөм итәләр. С. Кулибай.
2. Судта ҡарап, ҡарар сығарып, яза биреү. □ Выносить приговор, приговаривать кого к чему. Я Микоданыц законы буйынса, улем язаһына хөкөм ителгән самурай, йәнәһе, уҙен һуғыштарҙа аҡлай ала. Ғ. Аллаяров. Сәми-ҙең төндә мотоциклға атланған кешегә һөжум итеуе,.. был уның тәуге генә енәйәте булмауы һәм иң юғары язаға хөкөм ителеуе тураһында яҙылғайны. Р. Байымов. Һалдат иптәштәр, был әфәнделәргә ни хөкөм итәбеҙ? — тип һораны Закир. 3. Биишева.
3. Уйлау, фекер йөрөтөү. □ Составлять мнение, высказывать суждение, судить о ком, о чём. Я Ер тетрәуҙән ҡурҡышып, таңға ҡалып, төрлө әҙәм төрлөсә хөкөм итте. «Бабсаҡ менән Күсәк».
389