ХӨКӨМ ЙӨРӨТӨҮ
4. Идаралыҡ итеү. □ Управлять. ■ Батша .. ғәҙел генә хөкөм итеп әле булһа йәшәй, ти. Әкиәттән.
ХӨКӨМ ЙӨРӨТӨҮ (хөкөм йөрөт ) (Р.: властвовать; И.: rule; T.: hüküm sürmek) ҡ.
1. Баш булыу, хакимлыҡ итеү. □ Властвовать, господствовать. ■ Ҡолтубә,.. ҡартын -йәшен теҙ суктереп, зар илатып, хөкөм йөрөтә башлаған, ти. Әкиәттән.
2. Уйлау, фекер итеү. П Рассуждать. Яңы мәғлумәттәрҙән сығып хөкөм йөрөтөу.
■ Ныязғолдоң хәле тураһында йә йәлләп, йә әрләп тигәндәй берәй төрлө хөкөм йөрөтөргә лә айырым ваҡыт та, илтифат та юҡ. Һ. Дәүләтшина.
ХӨКӨМНАМӘ [ғәр. + фарс.
(Р.: приговор; И.: judgement; T.: hüküm) и.
Хөкөм яҙылған ҡағыҙ. □ Приговор. Хөкөмнамәне уҡыу. Хөкөмнамәлә яҙылған ҡарар.
ХӨКӨМСӨ (Р.: судья; И.: judge; Т.: hakem) и. тар.
Хөкөм йөрөтөүсе, хөкөм итеүсе. □ Судья.
■ Ары әйтергә ирек бирмәй, ҡапыл һуҙен булдерҙе [Байымды] хөкөмсөһө. Ғ. Хөсәйенов. Борондан ҡаланы биш әйбер: аҡыллы етәксе, ғәҙел хөкөмсө, оҫта ҡуллы табип, тулы һыулы йылға һәм ҙур баҙар биҙәй, тигән әйтем ҡалған. «Киске Өфө», № 49, 2010. [Батша:] Мин был эште хөкөмсөләргә тапшырам. Улар ниндәй хөкөм сығарһа, мин шуға риза. Әкиәттән.
ХӨКӨМ ҺӨРӨҮ (хөкөм һөр-) (Р.: властвовать; И.: rule; T.: hüküm sürmek) ҡ.
1. Власть башында тороу. □ Властвовать.
■ Япондар ҡырҡ йыл буйына Порт-Артурҙа хөкөм һөргәндәр. Ғ. Аллаяров.
2. Өҫтөнлөк итеү. □ Господствовать. Быуаттар буйы хөкөм һөргән ҡанундар.
3. кусм. Биләп алыу, урынлашыу. □ Устанавливаться, укрепляться. // Установление, укрепление. ■ Залда ярым ҡараңғылыҡ һәм тәрән тынлыҡ хөкөм һөрә ине. А. Абдуллин. Диңгеҙ өҫтөндә иҫ киткес ғорур һәм мөһабәт тынлыҡ, ҡабатланмаҫ наҙ хөкөм һөргән.
3. Биишева. Тон урталарында улар [әсә менән бала] Верейка ауылына килеп етте, ләкин ауылда ҡәбер тынлығы хөкөм һөрә ине. Ғ. Аллаяров.
ХӨКҮМӘТ [ғәр. (Р.: правительство; И.: government; T.: hükümet) и.
1. Дәүләт менән идара иткән юғарғы орган. □ Правительство. / Правительственный. Хөкумәт ағзалары. ■ Ҡайһы саҡта йәшәу, хеҙмәт урынын беҙҙең ихтыярҙан тыш хөкумәт уҙе билдәләй. Р. Байбулатов. Берҙән-бер ваҡыт батша хөкумәте башҡорттарға ерҙәрен ауыл-ауыл итеп бу леп биреуҙе сығарған, ти. 3. Биишева. Беренсе ҡатын-ҡыҙ — социаль эштәр министры хөкумәткә 1926 йылда һайлана. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2011.
2. һөйл. Дәүләт. □ Государство. / Государственный. Хөкумәт планы. Хөкумәт милке. М Көҙ көнө ҡырып-һепереп бөтә ашлыҡ хөкумәткә тапшырылғанлыҡтан, келәттәрҙә куптән инде елдәр уйнай ине. Т. Ғарипова.
ХӨЛЛӘ [ғәр. «KJ (Р.: дорогое одеяние; И.: precious garment; T.: hulle) u.
1. иҫк. Бик затлы яҡшы кейем. □ Дорогое одеяние; одежда. Батша хөлләһе. ■ Сәллә ураған, уҡалы биҙәкле хөлләләр кейгән, йәшел таяҡ тотҡан ахундары, муллалары өҙлөкһөҙ намаҙ уҡый, доғаһын ҡыла, сәждәһенә китә. Ғ. Хөсәйенов. Тағы кейҙем туҙған кулдәгемде — наҡыҫыраҡ, бер аҙ тарыраҡ, тик янында хандар хөлләһе лә мең ҡат төҫһөҙ, мең ҡат ярлыраҡ. Р. Назаров. Араһында Йософ килә, хөллә кейеп, йөҙө балҡый, тирә-яҡҡа нурын һибеп, килтерҙеләр Йософто шулай итеп. «Ҡиссаи Йософ».
2. кусм. Насар, алама кейем. □ Изношенная, изорванная одежда. ■ [Мин — Шәмсиәгә:] Ярай, был хөлләң менән ҡунаҡҡа бармаҫһың әле, — тинем. Ғ. Ғүмәр.
ХӨЛТӨПӘЙ (Р.: плохой; И.: bad; Т.: kötü) с. диал. ҡар. насар.
Килешмәгән, хөрт (эшкә ҡарата). □ Плохой. Хөлтөпәй генә сана табаны бөгөу.
ХӨНӘСӘ [ғәр. (Р.: гермафродит; И.: hermofrodit; T.: hünsa) и. һөйл.
Ике енесле кеше йәки хайуан. □ Гермафродит. М Тәудин тәғлимәтенә ярашлы, Донъя-Ғаләм-Тереклек ул хөнәсә Имир Тәу-бабаның тәне менән йәненән хасил икән. Й. Солтанов.
390