ХӨРМӘТ
ХӨР [ғәр. (Р.: свободный; И.: free; T.: hür) с.
1. һис ни менән сикләнмәгән, үҙ ихтыярлы, үҙ аллы; азат, ирекле. □ Свободный, независимый, вольный. Хөр тормош. Хөр булыу. ■ Ә Ғайса бабай, уның атаһы, ат тирәһендә сыуалыусан, ғумере урыҫ араһынан ҡайтмаҫ, хөр тәбиғәтле бер ҡарт ине. Б. Бикбай. Мәңге хөр, мәңге йор Мирхәйҙәр бабай куп уйлап торманы. И. Ғиззәтуллин. Кукрәккәйем тулы моң ине, мин уҙем дә хөр ҡарсыға инем, ә йәшлегем — яҙғы таң ине. В. Әхмәҙиев.
2. Тартынып тормаған, үҙен ирекле, иркен тотҡан. □ Свободный, независимый, вольный. Хөр уйлы. Хөр ҡыланыу. ■ Һәр эштә ғәҙел, хөр фекерле, раҫ һуҙле, баһадир, эстән дә, тыштан да бер булығыҙ. Р. Фәхретдинов. Беҙ — матур Урал буйҙарында, Яйыҡ ярҙарында, Ағиҙел туғайҙарында, иҙеуҙәрен сисеп ебәреп, иркен йәшәргә өйрәнгән хөр башҡорт балаһыбыҙ. И. Насыри.
3. Юҡлыҡты, етешһеҙлекте белмәгән; бәхетле, мул, иркен. □ Обильный, изобильный, богатый; привольный. Хөр тормош. ■ Ғилем һәнәренә өлгәшкән әҙәм заты ғына хөр тормошҡа сығасаҡ, ғәмһеҙлектән, битарафлыҡтан ҡотоласаҡ, — тип уйланы ул [Аҡмулла]. Я. Хамматов.
ХӨР КҮҢЕЛЛЕЛЕК (Р.: бодрость; И.: vigor; T.: dinçlik) и.
Шат, күтәренке күңеллелек. □ Бодрость. М Илле йыл бергә иҫән-аман, татыу йәшәу-ҙәренең серен улар [Ғафаровтар] йор һуҙ-лелектә, хөр куңеллелектә, кешеләр менән уртаҡ тел табыуҙа һәм, әлбиттә, хеҙмәт һөйөусәнлектә курә. «Ашҡаҙар», № 39, 2013.
ХӨРЛӨК (хөрлөгө) (Р.: свобода; И.: freedom; T.: hürlük) и.
1. Бойондороҡһоҙлоҡ, азатлыҡ. □ Свобода, независимость. Милли хөрлөк. Хөрлөккә сығыу. ■ [Карас сәсән — Караһаҡалға:] Әле башҡорт туғандарымдың хәле аяныслығын кургәс, уҙ хәстәрҙәремде ҡалдырып тороп, ҡәҙимге мосолман хөрлөгө өсөн яу сабырға ғазем ҡыламын. Б. Рафиҡов.
2. Сикләнмәгәнлек, иркенлек. □ Воля, независимость. ■ Жанибәк хан заманын
дағы хөрлөк, әҙиптәргә, ғалим-ғөләмәгә илтифат юҡҡа сыҡты. Ғ. Хисамов. Һинең өҫтөңдәге ямауҙарың менән дә, етемлегең менән дә иҫәпләшеп тормай, гел киңлеккә, хөрлөккә, мөхәббәткә ашҡына. Ф. Әсәнов.
3. Етеш, мул тормош; муллыҡ. □ Обилие, изобилие, достаток. Хөрлөктә йәшәу. ■ Йәй куңелдәргә хөрлөк, кутәренкелек алып килгән һымаҡбулаине. Н. Мусин. Үлеш-ҡыйралыш-тан имен-аман ҡотолоп, хөрлөккә сыҡҡан ырыу, баҡшының уйлауынса, йомартлыҡ курһәтергә тейеш. Ә. Хәкимов. Улар [башҡорттар] уҙҙәренең икһеҙ-сикһеҙ ерҙәрендә куршеләрен тығыҙламайынса, киреһенсә, уларға уҙ усағы янында йылыныу мөмкинлеге биреп, хөрлөктә йәшәгән. М. Ҡотлоғәл-ләмов.
ХӨРМӘ [фарс. (Р.: хурма; И.:
tamarind; T.: hurma) и.
1. Ҡауырһын япраҡлы көньяҡ ағасы йәки ҡыуағы. □ Хурма, финик. / Финиковый (лат. Diospyros). Хөрмә уҫеп ултырған баҡса. ■ Һылыу ожмахтың иң туренә барып ингән... Киң «ожмахтың» теҙелеп уҫеп ултырған хөрмә ағастары куләгәһендә теттереп йырлап та ала. Т. Йәнәби. Алма, хөрмә, өрөк ағастары уртаһында, яҙ етһә — сәскәгә, көҙ етһә, емешкә кумелеп ултыра ине йортобоҙ, тип һөйләгән [Рухия инәй]. Г. Яҡупова.
2. Шул ағастың йәки ҡыуаҡтың һарғылт ҡыҙыл төҫтәге татлы емеше. □ Финик. / Финиковый. К Көньяҡтан килтерелгән тау-тау ҡарбуздарҙың, ҡауындарҙың, өйөм-өйөм алмаларҙың, хөрмәләрҙең хуш еҫе куңелдәрҙе ҡытыҡланы. X. Зарипов. Фәр-рәхтең Ташкенттағы апаһы .. туғандарына ебәк кулдәктәр, ебәк ойоҡтар һәм шәлдәр, дөгө, йөҙөм, хөрмә емеше, абрикос кеуек кустәнәстәр алып ҡайта. Ә. Байрамов.
ХӨРМӘТ I [ғәр. ] (Р.: уважение; И.: respect; T.: hürmet) и.
1. Кемгәлер күрһәтелгән ҡәҙер, ихтирам. □ Уважение, почитание, почёт, почтение; честь. / Почётный. Атай-әсәйгә хөрмәт. Хөрмәт менән иҫкә алыу. Хөрмәтте онотмау. Хөрмәт ҡарауылы. ■ Хужабикә лә Ғумәр менән миңә ҡарағанда Сания хөрмәтенә әкиәтен дауам итте. С. Агиш. Баш
391