Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 392


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӨРМӘТ
ҡорт халҡының оло һөйөүенә, мәңгелек хөрмәтенә лайыҡ булған .. шәхестәр халыҡ символына әйләнде. М. Ҡолшәрипов. • Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар. Әйтем.
ХӨРМӘТ II [ғәр. 4-ûja.] (Р.: в честь; И.: in the name; T.: hürmeten) бәйл.
Төп килештәге исемде һәм эйәлек килештәге алмашты бәйләп килә; хаҡына, уңайы менән. □ В честь. ■ Сәфәрбикә исемле сибәр, сая, мәргән ҡыҙ хөрмәтенә ошо яланға уның исемен ҡушҡандар. «Ағиҙел», № 1, 2013. Халыҡ .. илде афәттән ҡотҡарған Бабсаҡ батыр хөрмәтенә ойошторолған туйҙы дауам итә. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ХӨРМӘТ ИТЕҮ (хөрмәт ит-) ҡ. ҡар. хөрмәтләү. М [Емештең] тәрән хөрмәт иткән Хаммат ағайҙың шулай ваҡытһыҙ, шәфҡәтһеҙ өҙөлгән ғүмере өсөн дә, .. йән һөйгәненән айырылып ҡалырға мәжбүр булғанға ғәрләнеп тә, әсенеп тә үкһеп-үкһеп илағыһы килде. 3. Биишева. Үҫмергә яйлап үҙаллылыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ бирә башлау, уның ҡыҙыҡһыныуҙарын хөрмәт итеү быуындар татыулығын һаҡлай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2011.
ХӨРМӘТЛЕ (Р.: уважаемый; И.: dear; T.: hürmetli) с.
1. Хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ булған, хөрмәт, ихтирам ителгән (кешегә ҡарата). □ Уважаемый, почётный. Хөрмәтле ҡунаҡ. ■ Хөрмәтле ҡунаҡтар өсөн әлеге ағаслыҡҡа терәтеп тиерлек ҡояштан, ел-ямғырҙан һаҡланыр өсөн махсус урын әҙерләнә.
3. Ураҡсин. Иң хөрмәтле ҡунаҡтың бер ни ҙә ашамай ултырыуына иғтибар итеп, Илмырҙа сәбәләнде. Я. Хамматов.
2. Ололап мөрәжәғәт иткәндә кешенең исеменә ҡушып әйтелә. □ Уважаемый, почитаемый. Хөрмәтле уҡытыусылар! М Хөрмәтле пассажирҙар! — тип гөрөлдәне мачта башындағы репродукторҙан капитандың төрөпкә тартып ҡырыҫланған тауышы. Й. Солтанов. Әссәләмәғәләйкүм, хөрмәтле аға, — тип, мөмкин тиклем ихтирам күрһәтергә тырышып һаулыҡ ҡушҡас, атынан төшөп, уның [кәзә һаҡаллы берәү] эргәһенә килде Алдар. Н. Мусин.
ХӨРМӘТЛӘҮ (хөрмәтлә-) (Р.: чтить;
И.: honor; T.: hürmet etmek) ҡ.
1. Ололап хөрмәт күрһәтеү; ихтирам итеү. □ Чтить, почитать, уважать; оказывать уважение, почёт, честь кому. // Почитание, уважение, честь. N Сөнки бәләкәй саҡтан уҡ ул [Рәсүл] китапты ниндәйҙер бер йәнле нәмә, ысын мөғжизә һымаҡ күреп хөрмәтләргә ғәҙәтләнгән. Р. Байбулатов. Тимер Ян-һаров физик яҡтан таҙа кешеләрҙе хөрмәтләй, уларҙы эшкә, тәбиғәт сорһоҙлоҡтарына сыҙамлы кешеләр һанап, юғары ҡуя ине. Б. Бикбай. Уны [Заятүләкте] бик хөрмәтләп атаһының һарайына алып ҡайталар. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. Ололау, ҙурлау. □ Оказывать почести.
■ Уның [Емештең]элек-электән шулай үҙенә генә хас билдәһеҙ һиҙенеү аша кешеләрҙе яҡшыға йәки яманға бүлә, берәүҙәрен юғары дәрәжәгә күтәреп хөрмәтләй, икенселәрен, шомло хәүеф тойоп, ҡаса, ҡурҡа, яратмай торған ғәҙәте бар ине. 3. Биишева.
ХӨРМӘТСЕЛ (Р.: почтительный; И.: respectful; T.: hürmetkar) с.
Кешегә ихтирамлы, хөрмәт күрһәтеүсән.
□ Почтительный, хлебосольный. Хөрмәтсел күрше. Хөрмәтсел хужа. М Бул инабатлы, хөрмәтсел, булма бесәй, эт булма! X. Назаров.
ХӨРРИӘТ [ғәр. (Р.: свобода; И.: freedom; T.: hürriyet) и.
1. Бойондороҡһоҙлоҡ, ирек, азатлыҡ.
□ Свобода, независимость. Хөрриәт нигеҙендә төҙөлгән дәүләт. Хөрриәт алыу. М Хәҙер беҙҙең ауылдар, батша төшкәс, хөрриәт булғас, ер бөтөнләй халыҡ ҡулына күсте, имеш тә, берәүҙән дә эҙләп, һорап тормай ғына, бүлешеп алабыҙ, имеш, тип уйлайҙар, һ. Дәүләтшина.
2. Ҡыҫынҡылыҡ, тарлыҡ һиҙелмәгән киңлек; иркенлек. □ Приволье, раздолье.
■ Башында байҙар ултырған властан изгелек көтөп булмай, был байҙар өсөн генә хөрриәт булды, — тигән һүҙҙәрен хәтерләйем [атайымдың]. Р. Ғабдрахманов. Аттарға ла хөрриәт бөттө: иркен далала уйнаҡлап йөрөү урынына тар кәртәлә. Р. Өмөтбаев. [Әбей — Буранбайға:] А-а-ай, бар ине бит
392