ХӨР ФЕКЕРЛЕ
шәп замандар! Әйтәһе тугел, әлеге тормош менән сағыштырғанда, хөрриәт ине ул замандағы донъя! Я. Хамматов.
ХӨРТ I (Р.: плохой; И.: bad; T.: kötü) с.
Ыңғай баһаға торошһоҙ; насар; киреһе — яҡшы. □ Плохой, дрянной, негодный. Хөрт ғәҙәт. М Председатель путёвка тоттороп сығарғас: «Шулай ҙа хөрт, ҡаҫта эсле кеше тугелдер», — тигән һығымтаға килде уның тураһында [Тимерйән ағай]. Н. Мусин. Беҙ йәш саҡта һәр хөрт шағир уҙенсә насар яҙа ине. М. Кәрим.
ХӨРТ II (Р : плохо; И.: badly; T.: kötü) р.
Тейешле талаптан, ыңғай баһанан түбән.
□ Плохо. ■ Ҡара әле, беҙ «б» класындағы Мостафиндан да хөртөрәк булып ҡалғанбыҙ бит, — тине буйға оҙонораҡ Ғәлим, аптырап. Р. Байбулатов. Ҡымыҙҙың шәп йәки хөрт булыуы ла ана шул ҡурҙың нисек ҡалды-рылыуына, көбөләрҙе ваҡытында ҡарап, бешеп тороуға бәйләнгән, — тип һөйләп бирҙе [Зөләйха әбей]. 3. Биишева. Эш һөҙөмтәләре хөрт булғас, тимәк, насар етәкләйһегеҙ, иптәш полковник, тип яуап ҡайтарҙы һөйләшкәндә һуҙ һайларға кунекмәгән Хәмитов. Р. Вәлиев.
ХӨРТЛӨК (хөртлөгө) (Р.: недостаток; И.: flaw; T.: yoksulluk) и.
1. Етешһеҙлек, насарлыҡ. □ Недостаток, нехватка. ■ Өсөнсө урынды алырға дәғуәләу-селәр, тимәк, минең еңелеуемде теләуселәр таҡтаны һырып алған, позициямдың хөртлөгөн куреп ҡыуаналар. Н. Ғәйетбаев. Уның [Мөхәммәт ағайҙың]кәйефе хөртлөгө тауышына ла сыҡҡайны. Р. Ғабдрахманов. • Йәшлек — иҫәрлек, ҡартлыҡ — хөртлөк. Әйтем.
2. Етешһеҙ, мохтажлы хәл, юҡсыллыҡ.
□ Бедность, нужда, нищета. Хөртлөктө бөтөрөу.
♦ Эш хөрт хәлдең насарлығын белдереп әйтелә. □ Плохи дела. М Ну, туғандар, эш хөрт. Һ. Дәүләтшина.
ХӨРТӘЙ с. Һөйл. ҡар. хөрт I. Хөртәй куренеш. ■ Ҡоторонҡо Эҫем буйҙарында маяҡтар янмағандай, унан алыҫта ла шул уҡ хөртәй хәл — куктең яҡты маяғы Ай тоҡандырылмай ҡалдырылған, шайтан ҡараңғылығына тулы хоҡуҡ бирелгән. Й. Сол
танов. [Нина — Ғабдуллаға:] Хөртәй булыу өсөн иман талап ителмәй! Д. Исламов.
ХӨРТӨЙЛӘНЕҮ (хөртөйлән-) ҡ. һөйл. ҡар. хөртәйеү. Хөртөйләнеп ҡуйыу. Хөр-төйләнгән ваҡиға.
ХӨРТӘЙЕҮ (хөртәй-) (Р.: ухудшиться; И.: deteriorate; T.: kötüleşmek) ҡ.
Хөрткә әйләнеү, хөрт булыу; насарланыу. □ Ухудшиться, стать неважным. Уҡыу хөртәйеу. Я Туҙ, туҙ, һалдат Ҡамалова, заражение булһа, эшең хөртәйер, — тип ул уҙен батырландырҙы. И. Абдуллин. Белосток суҡаһындағы ҡаты контузиянан һуң ике ай самаһы ваҡыт утһә лә, штаб началънигының хәле һаман һәйбәтләнмәне, ә хөртәйә генә барҙы. Д. Исламов. Саимә тиҙ генә шәбәймәне, киреһенсә, хәле хөртәй-гәндән-хөртәйҙе. Н. Мусин.
ХӨРТӘМЕШ с. диал. ҡар. хөрт I. Хөртә-меш тәпәш йорт. ■ Кит, һин хөртәмешкә ҡарай буламы һуң шул еләктәй ҡатын, һөйләшеуе ни тора, йөрәк-бауырыңа инеп китә прәме, — тип уртәне [Гәуһәр Хәмит Ғумәровичты].С. Поварисов.
ХӨРТӘМШӘ (Р.: бездарный; И.: incompetent; T.: istidatsız) с. диал. ҡар. булдыҡһыҙ.
1. Ҡулынан эш килмәгән; эшкинмәгән. □ Бездарный, неспособный, бестолковый. Хөртәмшә булыу. ■ [Сәлим:] Әле лә оноттом, йыуырға тип алып төшкән бөтә нәмәләремде ҡалдырып, теге хөртәмшә янына киттем. И. Ғиззәтуллин. Юғары әхлаҡлы-лыҡ офоғонан тороп фекер йөрөтһәң, Уймин кеуек хөртәмшә бәндә куҙ алдында туҙан бөртөгөнә әйләнә лә ҡуя. С. Поварисов.
2. әрл. Әрләгәндә әйтелә. □ Бездарный. (бранное слово). Хөртәмшә, нимә һөйләнеп маташа.
ХӨР ФЕКЕРЛЕ (Р.: свободомыслящий; И.: liberal; T.: hür düşünceli) с.
Киң ҡарашлы, алдынғы фекерле. □ Свободомыслящий. Хөр фекерле уҡыусылар. М һәр эштә ғәҙел, хөр фекерле, раҫ һуҙле, баһадир, эстән дә, тыштан да бер булығыҙ. Р. Фәхретдинов. Иҫке ҡарашлы Солтан Аҙнабаев кеуектәр хөр фекерле йәштәрҙе
393