ХӨРШИТ
аяуһыҙ эҙәрлекләргә тотоналар. Ғ. Хөсәйенов.
ХӨРШИТ [фарс. (Р.: солнце; И.: the sun; T.: hurşit) и. иҫк. кит.
Ҡояш, көн. □ Солнце, день. Йәйге хөршит. Хөршит яҡтыһы. Хөршит нуры.
ХӨРӘСӘН (Р.: ленивец; И.: sloth; Т.: miskin) и. мыҫҡ.
1. Ҡулынан эш килмәгән көйө эшләп йәки һөйләп маташҡан кеше; эшкинмәгән, йүнһеҙ. □ Ленивец, лентяй, бездарь. ■ Байғош ҡына хөрәсән нәмәнең мал булырына ышанманы [Котлояр һунарсы]. Л. Яҡшыба-ева. Нәсимә алдында уҙенең шулай булдыҡһыҙ һәм хөрәсән хәлендә ҡалыуына әле Зәкигә асыуы ҡупҡайны уның [Сәлимдең]. Р. Байбулатов. Танау аҫты ла йунле кипмәгән был хөрәсәндең шулай һөйләнеуе Абдулланың һарыуын ҡайнатты. Н. Мусин.
2. әрл. Әрләгәндә әйтелә. □ Лентяй, бездарь (бранное слово). Эй, хөрәсән, тиҙерәк эшлә. Я [Юламанов Айыу ханов тураһында:] Хөрәсән, беҙҙең агроном тураһында нимәләр һөйләгән була бит. Ғ. Аллаяров. [Военком:] Ялҡау хөрәсәндәр, дәртһеҙҙәр [хәҙерге йәштәр ], бар белгәндәре — киң балаҡлы салбар ҙа «Чарльстон», сыбар галстук. И. Абдуллин.
♦ Хөрәсән ялҡау бик ныҡ ялҡау кешегә әйтелә; ата ялҡау. □ Отъявленный лентяй.
ХӨРӘФӘТ [ғәр. Ail>] (Р.: суеверие; И.: superstition; T.: batıl inanç) и.
1. Тәбиғәт күренешенә, һәр төрлө хәл-ваҡиғаға серле мәғәнә биргән уйҙырма. □ Суеверие, предрассудок. Заман хөрәфәте. Я Үҙ уйҙарынан, дини хөрәфәттән азат була алмауы өсөн оялды Салих. Ғ. Хисамов.
2. Юҡ-барға ышаныу күренеше. □ Суеверие. Я Төрлө хөрәфәттәргә ышаныусы әбей-һәбейҙәр ҙә кешеләр йөрәгенә шом һалыуға уҙ өлөшөн индерҙе. Л. Яҡшыбаева. Бәләкәстән ук хөрәфәттәргә бирелгән Айрат, йоҡоло куҙҙәрен ыуып, куҫәктәй егет башы менән ҡурҡышынан дер ҡалтырап .. сығып килә. Й. Солтанов. Ят булдылар куңелемә төрлө-төрлө хөрәфәттәр. Н. Нәжми.
ХӨСНӨ [ғәр. (Р.: добрый; И.: good; T.: hüsün) с. иҫк.
Күркәм, матур. □ Добрый, хороший, прекрасный, прелестный. Хөснө куренеш. Хөснө ҡыланыш. Хөснө уйҙар. Я Ғәлә мулла ла .. хөснө холоҡ вә тәрбиә сахибы улһа, тәрбиәһеҙ, ҡаты ҡәлебле бер ҡатын юлы илә йөрөмәҫ, бәлки, уны уҙенең юлына төшөрөргә ижтиһад итер. М. Ғафури.
ХӨСӨТ I [ғәр. (Р.: завистливый; И.: envy; T.: hasetli) с.
1. Көнсөл, яуыз. □ Завистливый, ревнивый. Хөсөт кеше. Я Ысынлап та, һуңғы ваҡытта Йәмилгә ҡарата .. хөсөттәр ифрат йышайҙы. Р. Байбулатов.
2. Насар уйлы; үсле, дошман. □ Злопыхательский. Я Сабыуымды сәйнәнеләр хөсөттәр. М. Кәрим. Туғандарым менән хөсөт булдым, Хәбирә һылыу, һинең дәртеңдән. Халыҡ йырынан. Хөсөт куҙгә был хатымды уҡытмағыл, иғтибарһыҙ ергә ҡуйып юғалт-мағыл. Бәйеттән.
ХӨСӨТ II [ғәр. (Р.: зависть; И.: jelousy; T.: haset) и.
1. Көнсөллөк, дошманлыҡ. □ Зависть. Кафырҙарҙың хөсөтө. Я Мосолман ҡатындары Ҡөрьән Кәримдә уҙҙәрен ғәйбәттән, яла яғыуҙан, хөсөттән яҡлаған аят булыуы менән дә Ғәйшә Инәбеҙгә бурыслы. Г. Сит-диҡова.
2. Насар эшкә ҡотортҡан һүҙ; ҡотҡо. □ Подстрекательство, провокация; злопыхательство. Хөсөт йөрөтөу. Хөсөт таратыу. Хөсөткә бирелеу. Я Тырнаҡ араһынан кер эҙләп маташҡан Соколовтың хөсөтө йәнә аҫта ҡалды. С. Поварисов. [Тимашев:]Ә һин, атаман, туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп наһырға тейеп ултырыуың етмәгән, хөсөт таратып маташаһың. И. Ноғманов.
ХӨСӨТЛӨК (хөсөтлөгө) (Р.: злопыхательство; И.: malevolence; T.: hasetlik) и.
Яуызлыҡҡа ҡоролған эш; яманлыҡ, хаслыҡ. □ Злопыхательство, злодеяние. Хөсөтлөк ҡылыу. Я Шәрәмәтлекте алдашыу менән ямарға тырышыу хөсөтлөгөнөң серек тамыры бар Юҡташбайҙа. С. Поварисов. Нухҡа боҙоҡ бәндәләрҙән көндән-көн хөсөтлөк артты, хаҡ юлға өндәу тугел, йәшәр әмәл бөттө. Ғ. Хөсәйенов. Дошмандың ҡылыҡ-
394