ХРЕСТОМАТИЯ
фиғелен, ниндәйерәк хөсөтлөккә барасағын алдан тойомларға кәрәк, Ә. Хәкимов.
ХӨСӨТЛӘШЕҮ (хөсөтләш-) (Р.: злопыхательствовать; И.: wish evil; T.: hasetlenmek) к.
Үҙ-ара дошманлашыу, бер-береңә хаслашыу. □ Злопыхательствовать. Хөсөтләшеп йәшәү. Н [Биксәнтәй — Терентийға:] Ышанысты аҡлаһаң — ауыҙыңа бал да май, ә инде хөсөтләшеп, һатырға маташаһың икән, ахырын үҙең беләһең. И. Ноғманов. Уларҙың [коллективтың] .. үҙенә ҡаршы хөсөтләшеп йөрөүен аңлаһа ла, Баян Заһит ҡыҙы күр-мәмешкә һалышты. 3. Ҡаҙаҡбаева.
ХӨСӨТСӨ (Р.: злопыхатель И.: evil wisher; T.: hasetçi) и.
Хөсөт (1, 2) таратып йөрөүсе. □ Злопыхатель, завистник. Хөсөтсө әҙәм. Хөсөтсө булыу.
ХӨТБӘ [ғәр. <Дхк] (Р.: проповедь; И.: sermon; T.: hutbe) и.
1. Дин әһелдәренең халыҡты өйрәтеп, өгөтләп һөйләгән һүҙе; вәғәз. □ Проповедь. Хөтбәнең эстәлеге. ■ Ул ваҡыт [Рәсүлулла йәш ваҡытта] ғәрәптәрҙә шиғыр үә хөтбәнән нотоҡ, вәғәз башҡа ғилем, мәғрифәт юҡ, уҡый-яҙа белеүселәр бик аҙ ине. Ш. Шәһәр. Намаҙ, хөтбә, вәғәз ғибәҙәттәре бөткәс тә әле, мәсет халҡы, бигерәген ололар, өйҙәренә таралышырға ашығып бармай. Ғ. Хөсәйенов.
2. Никах ваҡытында уҡыла торған доға. □ Молитва, читаемая во время никаха. ■ Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде теләгенә ирештерә һәм уларға тәүге никах хөтбәһен уҡый. Г. Ситдикова.
ХӨШТӨМҺӨҘ (Р.: несимпатичный; И.: unsympathetic; T.: sevimli olmayan) с. диал.
Күңелгә оҡшамай торған, һөйкөмлө түгел; йәмһеҙ. □ Несимпатичный, отталкивающий; немилый. Хөштөмһөҙ егет. Хөш-төмһөҙ кеше. ■ Бигерәк һөмһөҙ, хөштөмһөҙ тойолдо үҙенә был ир [бисәгә]. Р. Камал. Тимашевтың күҙҙәре хөштөмһөҙ түңәрәкләнде. И. Ноғманов.
ХӨШТӨР (Р.: голодранец; И.: slumdog; T.: çulsuz) с. һөйл. ҡар. йолҡош.
Тышҡы күренеше алама, насар. □ Голодранец; оборвыш. Хөштөр кейем. Хөштөр кейенеү.
ХӨШҺӨҘ (Р.: бестолковый; И.: stupid; T.: rabıtasız) с. диал. ҡар. йүнһеҙ.
Эшкә булдыҡһыҙ, мәғәнә белмәгән. □ Бестолковый. Хөшһөҙ әҙәм. Хөшһөҙ булыу. М [Таһир олатай — ейәненә:] һәй хөшһөҙ! Атаңдың балаһы булып, шундай һорау бирәһең! Й. Солтанов.
ХӨШҺӨҘЛӨК (хөшһөҙлөгө) (Р.: бессмысленность; И.: senselessness; T.: öküzlük) и. диал.
Мәғәнәһеҙ булыу сифаты, мәғәнә белмәү; мәғәнәһеҙлек. □ Бессмысленность, бестолковость. Хөшһөҙлөк күрһәтеү. ■ Гөлнәзирә-нең өшөп ҡалтыраныуын күргәс кенә, эстән үҙен хөшһөҙлөктә ғәйепләп, ҡыҙҙың яурынына пинжәген һалды [Гөхфәт]. Й. Солтанов.
ХРАМ [рус.] (Р.: храм; И.: temple; Т.: tapmak) и.
1. Ғибәҙәт ҡылыу, дини йолалар башҡарыу йорто. □ Храм. ■ Ярославлдә .. боронғо храмдарҙың күплеген күргәс, иҫе китте Сәғиттең. И. Ғиззәтуллин. Ни заман элек фирғәүендәр унда [Египетта] пирамидалар, һарайҙар, теге донъя храмдары һалдырған. Ғ. Хисамов. Ярты төн үткәс, Лал-Лас беҙҙе Кришна храмын күрһәтергә алып китте. Ә. Бикчәнтәев.
2. күсм. Юғары бөйөк хистәр уятҡан, хөрмәт ителә торған урын. □ Храм. Сәнғәт храмы. К Нәжипичтың .. серле фән храмы һымаҡ булып күренгән, йөрәгемде гел үҙенә генә тартып торған был бай, бөхтә, йыйнаҡ, тын флигеле ҡапыл ҡот осҡос ҡараңғы, ҡырыҫ, ҡотһоҙ булып китте. 3. Биишева. Йөҙйәшәр һәм мәңге йәш Өфөбөҙҙөң йәменә әүерелгән мөһабәт бинаны икеләнмәйсә халыҡтар дуҫлығы храмы тип атарға мөмкин. Р. Бикбаев.
ХРЕСТОМАТИЯ [гр. chrestos ‘файҙалы’ + mathein ‘уҡыу’] (Р.: хрестоматия; И.: reader; T.: müntahabat) и.
Һайланма әҫәр йәки әҫәр өҙөктәренән йыйылған уҡыу китабы. □ Хрестоматия. Мәктәп хрестоматияһы. ■ «Башҡорт балалар яҙыусылары» хрестоматияһын, шулай
395