Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 396


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХРИЗАНТЕМА
уҡ «Балалар әҙәбиәте антологияһы »н башҡорт һәм рус телдәрендә баҫып сығарыу бик кәрәк беҙгә. Ф. Туғыҙбаева.
ХРИЗАНТЕМА [гр. chrysos ‘алтын’ + anthemion ‘сәскә’] (Р.: хризантема; И.: chrysanthemum; T.: krizantem) и. бот.
Ойошма сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, әремдеке кеүек әскелтем еҫле, киртләс япраҡлы, ялбыр сәскәле декоратив үҫемлек; алтын сәскә. □ Хризантема (лат. Chrysanthemum). Хризантема гөлләмәһе. ■ Рауза, хризантема һәм башҡа сәскәләрҙе бәшмәк сирҙәренән һаҡлау өсөн аҙнаһына бер тапҡыр 1 процентлы бордос шыйыҡсаһы йәки 0,5 процентлы баҡыр хлорокисы иретмәһе менән эшкәртегеҙ. «Киске Өфө», № 27, 2009.
ХРИСТИАН [гр. christianos ‘һынауға алынған уҡыусы’] (Р.: христианин; И.: Christian; T.: Hıristiyan) и.
Христиан динен тотҡан кеше. □ Христианин. / Христианский. Христиан байрамдары. ■ Беҙ, христиандар, мосолмандарға ҡағылырға тейеш тугелбеҙ. М. Ғиләжев. Христиандар «Бог-отец, Бог-сын, Бог-Святой Дух» тиҙәр. Н. Ғәйетбаев.
ХРИСТИАН ДИНЕ (Р.: христианство; И.: Christian creed; T.: Hıristiyan dini) и.
Беҙҙең эраның I быуатында барлыҡҡа килгән, нигеҙҙә, Иисус Христосҡа (Ғайса пәйғәмбәргә) табынырға өндәгән дин. □ Христианство. Христиан дине тарафтары. Христиан динендәге кеше. Христиан диненец йолалары буйынса уткәрелә торған. М Көсләп тә суҡындырғандар, мосолман динен уҙ ирке менән ташлап, христиан диненә кускәндәр ҙә булған. В. Исхаҡов.
ХРИСТИАНЛЫҠ (христианлығы) и. ҡар. христиан дине. ■ Әллә һеҙ христианлыҡҡа кусеуселәрме? — тине ул [Сынбулат], көсәнеп көлөп. Б. Рафиҡов.
ХРОМ [гр. chroma ‘буяу’] (Р.: хром; И.: chrome; T.: krom) и. хим.
1. Химик элемент, ялтыр көмөш төҫөндәге ҡаты металл (ҡаты иретмәләр алыуҙа ҡулланыла). □ Хром. / Хромовый. ■ [Егет] кеҫәһенән хромдан эшләнгән әғлә портмонетын сығара. С. Агиш.
2. Ошо химик элемент тоҙҙары ярҙамында эшләнгән йоҡа йомшаҡ күн. □ Хром./ Хромовый. Хромдан тегелгән әйбер. ■ Яку-шевтыц хром итеге бөгөн ялт итеп тора ине, йәшел улән һуты уныц төҫөн боҙоп ағартты ла ҡуйҙы. Ғ. Аллаяров. [Хәбир] Бикбулат алдына ашъяулыҡ ҙурлыҡ ялтлап торған ҡара хром йәйеп һалды. Р. Ғабдрахманов. [Богданов:] Был хром йәш саҡта ҡыҙҙар артынан сапҡанда ла парадҡа ғына эшкинә бит ул! Д. Исламов.
ХРОМИТ [гр. chroma ‘буяу’] (Р.: хромит; И.: chromite; T.: kromit) и. мин.
Хромлы магматик тау тоҡомо. □ Хромит./ Хромитовый. Хромиттан эшләнгән керамик йылытҡыстар. Хромиттан эшләнгән кирбес.
ХРОМКА [рус.] (Р.: хромка; И.: sort of Russian accordeon; T.: bir tür armonika) u. һөйл.
Иң бәләкәй интерваллы тауышҡа йәки ярым тонға ҡулайлаштырылған гармун. □ Хромка. Хромка моцо. ■ Кәрим хромка-һыныц ҡайышын ицбашына эләктерҙе лә куреген өҙөрҙәй итеп аккорд яцғыратты. Р. Байбулатов. Ғөбәйҙуллин байтаҡ иҫкергән хромканы ҡулына алды, .. сыйылдатты, бәйләнешһеҙ тауыштар сығартты. Я. Хамматов.
ХРОМЛАУ (хромла-) (Р.: хромировать; И.: apply chrome; T.: krom kaplamak) ҡ.
1. Хром (1) ялатыу, хром менән ҡаплау, хромлы итеү. □ Хромировать. // Хромирование. Һауыт-Һабаны хромлау.
2. Нимәнелер хром (1) тоҙҙары менән эшкәртеү, йомшартыу. □ Хромировать. // Хромирование. Кунде хромлау.
ХРОМЛЫ (Р.: хромистый; И.: chromium; T.: kromik) с.
Хром (1) ҡатнаш. □ Хромистый; хромовый. Хромлы ҡорос. Хромлы буяу.
ХРОМОСОМА [гр. chroma ‘төҫ’ + soma ‘есем’] (Р.: хромосома; И.: chromosome; Т.: kromozom) и. биол.
Тере йән эйәләре һәм үҫемлектәр организмының күҙәнәк ядроһындағы нәҫелгә хас үҙенсәлектәрҙе һаҡлаусы матдә. □ Хромосома. Хромосомаларҙыц боҙолоуы. Хромосо-
396