Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 397


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХРОНОМЕТР
малар алмашыныуы. Л һирәк ауырыуҙарҙың тәбиғәте, белгестәр фекеренсә, башлыса хромосомаларҙың боҙолоуына бәйле. М. Хужин.
ХРОМОСФЕРА [гр. chroma ‘төҫ’ + spha-ira ‘шар’] (Р.: хромосфера; И.: chromosphere; T.: renk yuvarı, kromosfer) и. астр.
Ҡояш атмосфераһының Ҡояш тотолғанда күренә торған ҡыҙыл төҫтәге ҡатламы. □ Хромосфера. / Хромосферный.
ХРОНИК I (хронигы) (Р.: хроник; И.: chronic; T.: kronik) и. һөйл.
Бер үк ауырыу менән йыш ауырыған кеше. □ Хроник. Йүткереүҙән арына алмай шул был хроник.
ХРОНИК II (Р.: хронический; И.: chronic; T.: müzmin) с. һөйл.
Оҙаҡҡа һуҙыла йәки ваҡыт-ваҡыт ҡабатлана торған. □ Хронический. Хроник ауырыу. М Хроник алкоголиктарҙың да айыҡ көндәре, аяҙ күктәре булған шикелле, һатлыҡ йән Мануевич та ҡайһы саҡ иртәгеһе көнө хаҡында уйлап ҡуя торғайны. И. Абдуллин. Хирург яңылышмаған — миндә хроник аппендицит булған. И. Нурғәлиев.
ХРОНИКА Iгр. chronos ‘ваҡыт’] (Р.: хроника; И.: chronicle; T.: vakayiname) и.
1. тар. Ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ теркәп барған тарихи яҙма; йылъяҙма. □ Хроника. М Ишек яңағы уларҙың [Әлфиәләрҙең] «ғаилә хроникаһы» ине. И. Абдуллин. Е. Борисенков менән В. Пасецкий, урыҫ халҡы йылъяҙмаларына, төрлө илдәр хроникаларына .. ҡарап,.. китап яҙған. М. Хужин.
2. Ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ тасуир иткән әҙәби әҫәр. □ Хроника. М Күренештәр ябай хроника булараҡ түгел, ә поэтик әҙәби әҫәр булараҡ ҡабул ителә. Р. Алтынбаев.
3. Периодик матбуғатта, радиола, телевидениела, кинола һ. б. көндәлек ваҡиғалар тураһында ҡыҫҡа хәбәр. □ Хроника. Хроника бүлеге.
4. Ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ һүрәтләгән документаль фильм. □ Хроника. Хроника ҡарау. Хрониканың йөкмәткеһе.
ХРОНИКАСЫ (Р.: хроникёр; И.: reporter; T.: müverrih) и.
Хроника яҙған кеше. □ Хроникёр. Хроникасы яҙмалары.
ХРОНОГРАФ [гр. chronos ‘ваҡыт’ + graphö ‘яҙыу’] (Р.: хронограф; И.: chronograph; T.: kronograf, zaman ölçeği) и.
Ҡыҫҡа ваҡыт араһын йәки төрлө ваҡиға, күренештәрҙе бик дөрөҫ итеп үҙ ваҡытында регистрациялай торған прибор. □ Хронограф. Хронограф төҙөлөшө. Хронограф урынлаштырыу.
ХРОНОЛОГИК (Р.: хронологический; И.: chronological; T.: kronolojik) с.
Хронологияға мөнәсәбәтле. □ Хронологический. Хронологик тәртип. Хронологик эҙмә-эҙлелек. Н Горизонталь форматтағы картинала хронологик рәүештә теҙелһәләр ҙә, йәнһеҙ статик өс портрет тойғоһо юҡ мәгәр. Ә. Әминев.
ХРОНОЛОГИЯ [гр. chronos ‘ваҡыт’ + logos ‘ғилем’] (Р.: хронология; И.: chronology; T.: kronoloji) и.
1. Тарихи ваҡиғаларҙың ваҡыт буйынса эҙмә-эҙлелеге, шулай уҡ шул ваҡиғалар даталарының теҙеме. □ Хронология. Хронология тәртибендә бирелгән белешмә. Мәҡәлдәрҙең хронологияһын билдәләү. ■ Хронология буйынса килһәк, .. Ғайса Хөсәйеновтың башҡорт фольклористикаһының шулай уҡ мөһим аспекттарын өйрәнеүгә арналған мәҡәләләренең береһе — «Башҡорт ҡары һүҙҙәре». Г. Хөсәйенова. Рустә ҡоролоҡ хронологияһы тураһында былтыр «Комсомольская правда»ла ентекле яҙылып сыҡты. М. Хужин.
2. Берәй төрлө күренештәрҙең, ваҡиғаларҙың ваҡыт теҙемендәге эҙмә-эҙлелеге. □ Хронология. М Унда [«Әхмәтзәки Вәлиди» китабында] тарихи дөрөҫлөк һәм хронология принциптары теүәл һаҡлана. Ә. Үтәбай.
3. Яҙма йәки археологик сығанаҡтарҙы өйрәнеү һәм сағыштырыу нигеҙендә ваҡиға һәм документтарҙың датаһын билдәләй торған ярҙамсы фән. □ Хронология. Тарихи хронология. Астрономик хронология.
ХРОНОМЕТР [гр. chronos ‘ваҡыт’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р.: хронометр; И.: chronometer; T.: kronometre) и.
Астрономия, геодезия күҙәтеүҙәрендә һәм диңгеҙ эшендә ҡулланыла торған, ваҡытты дөрөҫ күрһәткән, күсереп йөрөтөлмәле ба
397