Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 398


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХРОНОМЕТРАЖ
лансирлы сәғәт. □ Хронометр. Хронометр ҡулланыу.
ХРОНОМЕТРАЖ [фр. chronos ‘ваҡыт’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р.: хронометраж; И.: timing; T.: kronometraj) и.
Билдәле бер эшкә киткән ваҡыт күләмен сәғәт ярҙамында билдәләү, иҫәпләү эше.
□ Хронометраж. Хронометраж яһау. М Һәр кемдең эшенә аҙна буйы хронометраж алып барылды. Ғ. Хисамов. Кисә .. хронометраж яғынан да иҫ киткес камил килеп сыҡты. Р. Бикбаев.
ХРОНОМЕТРАЖЛАУ (хронометражда-) (Р.: хронометрировать что; И.: clocking; T.: kronometre ile ölçmek) ҡ.
Билдәле бер эшкә киткән ваҡыт күләмен сәғәт ярҙамында билдәләп, иҫәпләп барыу.
□ Хронометрировать что. Эш көнөн хроно -метражлау.
ХРОНОСКОП (хроноскобы) [гр. chronos ‘ваҡыт’ + skopeö ‘ҡарайым, күҙәтәм’] (Р.: хроноскоп; И.: chronostop; T.: kronoskop) и.
Бик ҡыҫҡа ваҡыт араһын үлсәй, шулай уҡ ике сәғәттең күрһәткесен йәки сәғәт күрһәткесен радиосигнал ваҡыты менән сағыштыра торған прибор. □ Хроноскоп. Астрономияла хроноскоп ҡулланыу.
ХРУСТАЛИК (хрусталигы) (Р.: хрусталик; И.: the lens; T.: billurcisim) и. анат.
Күҙҙең ҡараһы артында урынлашып, шуның аша үтә торған нурҙарҙы селтәр ҡатламында фокусҡа йыйып, һындыра торған үтә күренмәле асыҡ, ике яғы ҡабарынҡы есем (линза). □ Хрусталик. М [Врач Носратулла:] Йәшереп тороуҙың кәрәге юҡ: куҙҙәрҙең хрусталигы боҙола башлаған... Берҙән-бер юл — уны алып ташлау. Р. Ханнанов.
ХРУСТАЛЬ I [гр. krystallos ‘боҙ’] (Р.: хрусталь; И.: crystal; T.: billur, kristal) и. ҡар. гәлсәр.
Нурға уйнап емелдәүе һәм яңғырауыҡлы итеп зыңлауы менән айырылып торған юғары сифатлы быяла; бәлләүер, бәллүр.
□ Хрусталь. / Хрустальный. ■ [Рәйфә] сервантын асып, һауыт-һабаларын, хрусталдәрен ҡараштырҙы. Р. Солтангәрәев.
[Роялдең] аяҡтары һырлап эшләнгән саф хрусталь, тотош корпусы ҡалын быяланан (бәлки, быяла тигәнем дә хрусталь булғандыр әле), эсе тотош утәнән-утә куренеп тора. Б. Бикбай.
ХРУСТАЛЬ II [гр. krystallos ‘боҙ’] (Р.: хрустальный; И.: crystal; T.: billur) с.
Бәлләүерҙән, гәлсәрҙән эшләнгән, шуға оҡшаған. □ Хрустальный. М Сыбарланып биҙәлгән бейек тушәм уртаһына аҫылған ҙур, ауыр бронза люстраның йөҙләгән хрусталь тамсылары емелдәй, ҡайһы сатында ишетелер-ишетелмәҫлек кенә сыңрағандай итеп ҡуя. И. Абдуллин. Ниндәйҙер утә ку-ренмәле хрусталь тулҡындар йымылдаған яҡты кук йөҙөндә мең-мең һабан турғайҙары һайрайҙар. Р. Ғабдрахманов. Сервант сәй сервиздары, фужерҙар, рюмкалар, хрусталь вазалар менән лыҡа тулы. Т. Ғиниәтуллин.
ХУДОЖЕСТВО [рус.] (Р.: художественный; И.: of art: artistic; T.: sanat, sanatsal) c.
1. Сәнғәт әлкәһенә ҡараған, сәнғәт менән бәйле. □ Художественный. Художество етәксеһе. ■ Ҡаланан килгән художество бригадаһы яҙға әҙерлек тураһында спектакль, концерт биреп китте. А. Карнай. Художество училищеһына барырға мөмкин дә бит, тик ундай уҡыу йорто Өфөлә юҡ. Ә. Әминев. Өфөлә «Латифа» исемле башҡорт балалар художество студияһы уҙ ишектәрен асты. «Киске Өфө», № 25, 2009.
2. Сәнғәт әҫәрҙәренә ҡараған, уның эстетик тәьҫиренә бәйле. □ Художественный. Поэманың художество кимәле. Журналдың художество булеге. Яҙыусының художество оҫталығы. М Яҙыусы әҫәренең художество кимәлен кутәреу өсөн бик куп шартлы эпизодтар уйлап сығара, һәм был нәфис әҙәбиәт өсөн тәбиғи хәл. Ә. Үтәбай. Художество оҫталығын әҫәрҙән әҫәргә камиллаштыра барыу иһә яҙыусының ғумерлек бурысы булып ҡала. Н. Мусин.
ХУДОЖЕСТВОЛЫ (Р.: художественный; И.: of arti; T.: sanat, sanatsal) c.
1. Ысынбарлыҡты образдар аша сағылдырған, сәнғәткә, матур әҙәбиәткә бәйле. □ Художественный. Художестволы анализлау. ■ Әле куптәрҙең исемдәре сыҡманы:
398