ХУЖА
аңлашыла, художестволы әҫәрҙә бөтәһенә лә өлөш сығарып булмай. А. Мағазов. Ул [Емеш] синфи көрәшкә ҡушылып китә, комсомол сафына инә һәм художестволы әҙәбиәттә уҙенең тәуге ижади аҙымдарын яһай. Ә. Вахитов. Әҫәрҙә, куренеуенсә, тау башының таҡыр булыуы ла поэтик биҙәк ролен утәй, художестволы һурәтләу сараһы итеп ҡулланыла. Р. Шәкүр.
2. Сәнғәт әҫәренә хас, ижади эшләнгән, сәнғәт, эстетика талаптарына яуап бирерлек.
□ Художественный. Художестволы образ. Юғары художестволы. ■ Йылдар уткән һайын тарихи ваҡиғаларҙы объектив рәуеш-тә художестволы туҡымаларға кусереу -оҫталыҡтың бер яғы. Ф. Күзбәков. Ижадҡа .. фанатик ҡараш-мөнәсәбәт булғанда ғына юғары художестволы әҫәрҙәр тыуҙырырға мөмкин. Ә. Әминев. Яҙыусының, шағирҙың китабынан китабына ижадының нисек уҫешен, камиллашыуын куҙәтеу, һәләт, талант дәрәжәһен аныҡлау, художестволы оҫталығын билдәләу — мөһим шарттарҙың береһе. Ғ. Хөсәйенов.
3. Сәнғәткә хас үҙенсәлектәре булған.
□ Художественный. Художестволы гимнастика. Художестволы фото.
4. Сәнғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеккә бәйле. □ Художественный. Художестволы уҙешмәкәр коллективы. М Эштән һуң балалары менән спорт залдарына, художестволы уҙешмәкәр туңәрәктәренә йөрөгән ғаиләләр кубәйҙе. Ә. Үтәбай.
ХУДОЖЕСТВОЛЫЛЫҠ (художестволылығы) (Р.: художественность; И.: art; Т.: sanat değeri) и.
Сәнғәт талаптарына яуап биргән, уның асылын билдәләгән үҙенсәлек. □ Художественность. Художестволылыҡ кимәле. Художестволылыҡ улсәмдәре. ■ Иң мөһиме — әҙиптең ни әйтергә теләуе, әҫәренең әҙәбиәт донъяһына яңылыҡ алып килеуе, художестволылыҡ йәһәтенән тейешле кимәлдә булыуы. Ф. Күзбәков. Уларға ла [Марат Кәримовтың проза әҫәрҙәренә лә] художестволылыҡ, «герой»ҙарына психологик тәрәнлек, уҙенсәлек хас. Р. Мифтахов.
ХУДОЖНИК (художнигы) (Р.: художник; И.: painter; T.: ressam) [рус.] и. ҡар. рәссам.
1. Һынлы сәнғәт әлкәһендә ижад итеүсе; рәссам. □ Художник. М Шундай бөйөк художниктар була, ил шаулата улар исеме; улгәс, һәр береһенең өҫтәлендә бөтмәй ҡала һуңғы рәсеме. М. Хәй.
2. кусм. Сәнғәт әлкәһендә ҙур оҫталыҡ күрһәткән кеше; сәнғәт әһеле. □ Художник. ■ Башҡорт сәнғәтенең ҙур художнигы Арыҫлан Мөбәрәков уҙ ижадының сәскә атыу осорон кисерә. Ғ. Әхмәтшин.
ХУЖА [фарс. (Р.: хозяин; И.:
master; T.: sahip) и.
1. Берәй нәмәнең биләүсеһе; эйә. □ Хозяин, владелец. К Батша төшөрөлгәндән һуң Иштуған, Емештәр уҙҙәрен «килмешәк» тип тугел, ә ерҙең хужалары итеп тоя башлайҙар. Ә. Вахитов. Бара-тора Ирйегет уҙе лә байып, карап хужаһы булып алған. 3. Биишева.
2. Яллап, эшсе көсө тотоусы кеше. □ Хозяин. Ялсының хужаһы. М Эшсенең теләге хужаның теләгенә ҡапма-ҡаршы була. Һ. Дәүләтшина.
3. Йорт-хужалыҡтың биләүсеһе; эйә. □ Хозяин, хозяйка. М Ҡайһы берҙә хужаларыбыҙҙы борсомайбыҙмы тигән һымаҡ һағайып, тартынып ҡына сутылдайҙар ине улар [тутыйғоштар]. Р. Байбулатов. Квартира хужаһы — нескә куңелле тынғыһыҙ ҡарсыҡ инде ҡырҡ тапҡыр тышҡа сығып кергәндер, — юҡ, куренмәй, квартиранты һаман юҡ. Ә. Байрамов. Келәт ҙур аҙбар йоҙағы менән бикләнгән, тик хужаһы ашыҡҡандырмы, асҡысын алырға онотҡан. Р. Байымов.
4. Йорт, ғаилә башлығы. □ Хозяин, хозяйка. Өй хужаһы. Хужа апай. М [Өйҙәрҙең] һәр ҡайһыһы был ихатала ниндәйерәк ҡуллы хужа донъя көткәненә ишара яһап, йә кур-кәмлегенән маһайып, йәмеҫкенлегенән бөршәйеп торғандай. М. Хужин. Ололай бел хужа хаҡын, хөрмәт курәм тиһәң, маҡта уның атын. М. Кәрим.
5. һөйл. Ир (ҡатынға ҡарата). □ Муж. Хужам һуғышта ятып ҡалды.
399