Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 400


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХУЖАБИКӘ
6. Хужалыҡ йәки ойошманың етәксеһе; башлыҡ. □ Глава, руководитель. Абруйлы хужа. ■ Тынғыһыҙ, яуаплы һәм мәшәҡәтле эш ул — ауыл хужалығы районының хужаһы булыу. И. Абдуллин. Ил хужаһы тынғы белмәҫкә тейеш, шул саҡта илгә тыныслыҡ килер. Р. Бикбаев.
7. Кемгә йәки нимәгә етәкселек итерлек власы булған кеше. □ Хозяин. Донъяға йәштәр хужа. Илгә хужа булыу.
8. миф. Нимәгәлер баш булған мифик зат; эйә. □ Хозяин. Кул хужаһы. Өй хужаһы. М Тау хужаһы таш артына инеп юғалған. Әкиәттән.
ХУЖАБИКӘ (Р.: хозяйка; И.: master; T.: hanım) и.
1. Йорт хужаһының ҡатыны; хужа ҡатын. □ Хозяйка. Яңы өйҙөң хужабикәһе. Хужабикәнең әхирәте. ■ Ят кешенең ихатаға уҡ килеп инеуе хужабикәне бер аҙ ҡаушатты. М. Хужин. Хужабикәнең ҡаты итеп яһалған сәйен ҡарағат вареньеһы менән эсеу албыраған ҡунаҡтарға һуш-зиһендәрен йыйып, хәл туплауға арыу булды. М. Садиҡова.
2. Йорт эштәре, ғаиләһен тәрбиәләү менән шөғөлләнгән кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ. □ Домохозяйка. М Хужабикәләр биҙрәләрен куңелле итеп сылтырата-сылтырата һыйыр һауырға сығалар. И. Абдуллин.
ХУЖАЛАНЫУ (хужалан-) (Р.: выйти замуж; И.: marry; T.: evlenmek) ҡ. һөйл.
Хужалы булыу, иргә сығыу. □ Выйти замуж. Кала егетенә хужаланыу. Кыҙым уҡыған ерендә хужаланды.
ХУЖАЛАРСА I с. ҡар. хужалыҡлы. Эшкә хужаларса ҡараш. Хужаларса тауыш. ■ Гөлбаныу тәуге тапҡыр улының хужаларса әмерен тойҙо, артынан эйәрергә мәжбур булды. Р. Низамов. Беҙ шулай уйлаштыҡ, — тип иғлан итте Тәмбәриә апай хужаларса көр генә тауыш менән. М. Садиҡова.
ХУЖАЛАРСА II (Р.: по-хозяйски; И.: master wise; T.: akıllıca, bilgece) p.
Хужа кеүек, хужалыҡлы. □ По-хозяйски. Хужаларса куҙ йөрөтөу. И Япондар хәҙер уҙҙәрен ысын хужаларса тота. И. Ноғманов.
Рәшит киткәс, Наилә, ысын хужаларса ҡыланып, тәҙрәләрҙе асып ташланы: балаға саф һауа кәрәк ине. С. Поварисов. Халыҡ куптән көтә бит, — тип һуҙ башланы ул [Кирәев], хужаларса ҡыланып. Б. Рафиҡов.
ХУЖАЛЫҠ (хужалығы) (Р .: хозяйство; И.: household; T.: ekonomi, işletme) и.
1. Теге йәки был ижтимағи-иҡтисади ҡоролоштағы етештереү саралары һәм ысулы. □ Хозяйство. / Хозяйственный. Социалистик хужалыҡ. Капиталистик хужалыҡ.
2. Эшләп сығарыу, етештереү өлкәһендәге бөтә нәмә йыйылмаһы. □ Хозяйство. Халыҡ хужалығы. Башҡортостан хужалығы. Хужалыҡ тауарҙары. Хужалыҡ магазины һатыусыһы. ■ Шөкөр, уҙен [Йәримовты] ауыл хужалығы идаралығына начальник итеп ултыртҡас, тындыҡ, хәҙер һирәк килә. В. Исхаҡов. «Добрый день» хужалыҡ тауарҙары, аҙыҡ-тулек магазины көнөнә йөҙҙәрсә кешене хеҙмәтләндерергә һәләтле. «Йәшлек», 3 август 2010.
3. Эшләп сығарыуҙың бер тармағы, берәмеге. □ Хозяйство. Райондың урман хужалығы. Ауыл хужалығы. ■ Киптереу хужалығы начальнигы ла — уҙ эшенә мөкиббән киткән кеше. М. Ғиләжев. Тик ҡағиҙә белеп кенә урман хужалығына етәкселек итеп булмайҙыр. Н. Мусин. Оҙатыусы хужалыҡтың да уҙ резервуарҙары, насостары етерлек. И. Нурғәлиев.
4. Бер ойошма йәки берәмектең эш башҡарыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәһе. □ Хозяйство. / Хозяйственный. Мәктәп хужалығы. Цех хужалығы. М Атлы дивизия ул саҡтағы штат менән ҡаралған артдивизион, сапёр, элемтә, химик һаҡланыу һәм хужалыҡ эскадрондарынан тора. Р. Өмөтбаев.
5. Ер-Һыуы, мал-мөлкәте, ҡорал-ҡорама-лы булып, етештереү менән шөғөлләнгән бер хеҙмәт берәмеге. □ Хозяйство. Крәҫтиән хужалыҡтары. М Мәҙинә «Иғландар таҡтаһы»на ҡараны: хужалыҡ буйынса сыҡҡан бөтә приказ, ҡарарҙарҙың кусер-мәләре ошонда эленә. Т. Ғарипова. Хужалыҡ етәксеһе, бына ҡайҙа ул байлыҡ, бына ҡайҙа ул төҙөлөш материалы, тип куҙгә куренеп
400