ҺАМАН
ҺАМАН [фарс. jbxA ] (Р.: всё ещё; И.: so far; T.: hala)p.
Ошо ваҡытҡа тиклем, ошоға ҡәҙәр. □ Всё ещё. ■ Йәнтимер ҙә һаман йоҡлай алмай, һаман әйләнгеләп ала. С. Агиш. Рөстәм гөлдәренең сәскә атыуын һаман түҙемһеҙлек менән көтә. Р. Байбулатов. Ғилман менән Юлдаш, уҙ һүҙҙәренә мауығып, Ҡыҙырасты һаман күрмәне. 3. Биишева.
ҺАМАНА [фарс. LjUa ‘нәҡ, Һис шикһеҙ’] (Р.: сейчас; И.: now; at present; T.: şimdi) p. иҫк. кит.
Ошо ваҡыт, ошо мәл. □ Сейчас, в данный момент. Һамана ултырыу. Я [Ер һатыусылар] ихласла кәсебен ишәрләр, .. һамана ағлайыу китәр эшенә. Бәйеттән.
ҺАМАН ДА р. ҡар. һаман. ■ Болоттар һаман да көҙгө һарыҡ йөнө кеүек ҡабарып, бөҙрәләнеп йөрөйҙәр. С. Агиш. Саръян һаман да, Иҙел ярына һуғылған ауыр тулҡындар шаулауын тыңлап, бер урында тора бирҙе. Ә. Байрамов.
ҺАМАР I (Р.: деревянная чаша с одной ручкой; И.: kind of large bowl; T.: bir kollu ahşap çanak) и. диал.
1. Бер яҡтан тотҡалы ағас һауыт. □ Деревянная чаша с одной ручкой, һамарға икмәк әсетеү, һамар яһау. Һамар алыу.
2. Ҙур ағас һауыт, ашлау. □ Большая деревянная чаша. Бутҡалы һамар. Аш һалынған һамар. Һамарға һалыу.
ҺАМАР II (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения баш-кир-бурзян. һамар араһы шәжәрә байрамы үткәрҙе.
ҺАМАТАЙ (Р.: глупый; И.: foolish; silly; stupid; T.: aptal) с. диал. ҡар. аңра.
Аҡылһыҙ, иҫһеҙ. □ Глупый, тупой, бестолковый. Бигерәк һаматай кеше инде.
ҺАМҪЫТЫУ (һамҫыт-) (Р.: утомлять;
И.: tire; weary; T.: yormak) ҡ. диал.
Арытыу, йонсотоу. □ Утомлять, изнурять. Һамҫытып бөтөрөү. Я [Хәким:] Бесәндән беләктәрҙе һамҫытып ҡайтылған, шулай ҙа һикереп торҙом. С. Шәрипов.
ҺАМҪЫУ (һамҫы-) (Р.: утомляться; И.: weary; fag; tire; T.: yorulmak) ҡ. диал. ҡар. йонсоу.
Ныҡ арыу. □ Утомляться, изнуряться. ■ Бала сәйәхәт итеп йөрөп, бик һамҫыған, ябыҡҡан. Ж. Кейекбаев. Былай ҙа ҡыҙыу усаҡты ҡағыштыра-ҡағыштыра, арлы-бирле атлауға ла һамҫып өлгөргән аяҡтарҙы яҙылдырып, юҡ-барҙы тылҡып ултырабыҙ. С. Шәрипов. Күберәк эшләнһә лә, кисәгеләй һамҫымағайныҡ. Г. Яҡупова.
ҺАМТЫҠ (һамтығы) и. диал. ҡар. һарҡыт 1. Аҙыҡтан ҡалған һамтыҡ. ■ Ашап туйғас, тиҙәклек йылыһында, ундағы һамтыҡ бесәне өҫтөндә яттылар [Боғаҡ менән Тупыс]. С. Ильясов.
ҺАМТЫРАУ I (һамтыра-) (Р.: обессилеть; И.: become enervated, exausted; T.: halsiz düşmek) ҡ. диал. ҡар. хәлһеҙләнеү.
Эҫенән, арыуҙан һ. б. хәл бөтөү, әлһерәү. □ Обессилеть, изнемогать, выбиваться из сил, утомляться. Һамтырап бөтөү. Һамты-рап ҡайтыу. Эштән һамтырау.
ҺАМТЫРАУ II (һамтыра-) (Р.: болтать вздор; И.: blather; talk piffle; T.: çene çalmak) ҡ. диал.
Теләһә нәмә һөйләү. □ Болтать вздор. Юҡ-барҙы һамтырап йөрөү.
ҺАМҺА р. диал. ҡар. һаман да. һамһа булһа юҡ. һамһа килмәне.
ҺАМҺЫУ (һамһы-) (Р.: обессилеть; И.: become enervated, lose strength; T.: halsiz düşmek) ҡ. диал.
1. Көс-хәлдән яҙыу, хәлһеҙләнеү. □ Обессилеть. Эшләп һамһыған. һамһып бөтөү. Ҡартлыҡтан һамһыу.
2. Ятып ауырыу. □ Лежать пластом, лежмя лежать (из-за болезни), һамһып ятыу. һамһып ауырыу. Һалыуҙан һамһыу.
ҺАН I (Р .: число; И.: number; T.: sayı) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер берәмекле иҫәбе. □ Число, счёт. / Числовой. Халыҡ һаны. Малдың баш һаны. Нәмәнең һанына сығыу. ■ Хаттар тәүҙә йыш, аҙна һайын килделәр, дүртәр битле булдылар, аҙаҡ ул биттәр һаны икегә, бергә ҡалды, аҙна айға алышынды һәм тора-бара бөтөнләй юлдарын юғалттылар. И. Абдуллин. Тупраҡ ташыусыларҙың һаны арта төштө, тағы ла
482