Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 481


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАМАҠЛАУ
ша:] Ҡала — Нәфисәм менән беҙ иң тәүге кирбестәрен һалышҡан, беҙҙең һөйгән ҡала хәҙер нисек үҫте, нисек матурланды. 3. Биишева. Тимер минең әйберҙәремде арбаға һалыша. Ә. Вәли. Фәиз дә, башта уҡ машинаһынан сығып, бүрәнәләрҙе һалышырға ярҙамлашты. Р. Низамов.
2. Нимәгәлер ныҡ бирелеү. □ Предаваться; пристраститься. Ашауға һалышыу. Йоҡоға һалышыу. ■ Һуңғы йылдарҙа [Азаматтың] әсәһе биреште, сиргә һалышты, үҙенең яңғыҙлығынан яфаланды. Т. Ғиниәтуллин. Һуңғы көндәрҙә ул [Сәлимдең атаһы] бигерәк тә күп эсергә һалышып китте. В. Исхаҡов. Һалдатта хеҙмәт иткәндә шиғыр яҙыуға һалыштым да киттем. Н. Мусин.
3. Ниндәйҙер бер эште кемдәндер эшләтергә тырышыу, кешегә ауҙарыу. □ Рассчитывать, сваливать на других. Кешегә һалышыу. Туғандарына һалышыу. Бер-береңә һалышыу. ■ [Ғималетдин:] Бүрәнә тартҡанда ла берең көсәнеп, икенсең башҡаларға һалышып ҡына йөрөһә, бүрәнәне ҡуҙғатырмын тимә. Ш. Янбаев.
4. Үҙеңде юрамал бер хәлгә йәки бер сифатҡа ҡуйыу. □ Притворяться, прикидываться. Белмәмешкә һалышыу. Күрмәмешкә һалышыу. ■ Зәки Вәлиди һорауҙы ишетмәмешкә һалышты. Р. Байымов. Яҡуп, күрмәгән кешегә һалышып, өйөнә инеп китте. Б. Бикбай. Зөһрә һаман йоҡлағанға һалышты, ул торорға ла, тормаҫҡа ла белмәй ине. Н. Мусин.
ҺАМАЙ I (Р.: висок; И.: temple; T.: şakak) и. ҡар. сикә.
Баш һөйәгендә ҡолаҡ өҫтө тәңгәленән ҡашҡа тиклемге ара. □ Висок. Һамай сәсе. К Ашыға-ашыға атлай ҡыҙ, елберләй таңғы елдәрҙә һамай сәстәре. К. Кинйәбулатова. Килен алырға килгән ҡоҙағыйҙың ике һамайы һеркәле. Сеңләүҙән.
ҺАМАЙ II (Р.: коса; И.: plait; T.: saç örgüsü) и. диал.
Үрелгән сәс толомо. □ Коса (волосы). Һамайҙы тағатыу. Оҙон һамай. Һамай йөрөтөү.
ҺАМАЙЛАНЫУ (һамайлан-) (Р.: помешаться; И.: go mad; T.: delirmek) ҡ. диал. ҡар. йүләрләнеү.
Аҡылдан яҙыу, иҫәрләнеү. □ Помешаться, сходить с ума. һамайланып китеү, һамай-лана башлау. Ҡайғынан һамайланыу.
ҺАМАЙЛАП ҮРЕҮ (һамайлап үр-) (Р.: заплетать волосы от виска; И.: plait in a particular way; T.: şakaktan saçı örmek) ҡ.
Сәсте маңлайҙан түбән һамайҙан башлап уратып үреү. □ Заплетать волосы от виска. Бәләкәй ҡыҙҙарҙың сәсен һамайлап үрәләр, һамайлап үрелгән толом.
ҺАМАЙ СӘСЕ (Р.: чёлка; И.: bangs, quiff; T.: kahkül) и. диал. ҡар. кикел.
Маңлайға төшөп торған ҡыҫҡа сәс. □ Чёлка. Һамай сәсен ҡырҡтырыу. Һамай сәсен йөрөтөү.
ҺАМАҠ (һамағы) (Р.: прибаутка; И.: byword; saying; T.: ördeyiş) и.
1. Көйләп әйтелгән шиғри һүҙ. □ Прибаутка, присказка, закличка. Я Даланы думбыра сыңы, аҡын һамағы ҡапланы. Ғ. Хөсәйенов. Кинйә,.. думбыраһын сиртә-сиртә, йә һамаҡ һамаҡларға тотона, ләземләп әйтем әйтә, йә берәй иртәкте ишеттерә. Ғ. Ибраһимов. Барсынһылыу, атаһы менән әсәһенә килеп, илап һамаҡ әйткән, ти: «Ҡуйсы, атай, ҡуйсы, атай, ҡыҙыңа йомшаҡ булсы, атай. Өйөңә кейәү алып килдем, тороп ҡулың бирсе, атай, улың итеп күрсе, атай». «Алпамыша».
2. миф. Ауырыуға, ен-зәхмәткә ҡаршы әпсенләү доғаһы, им-том. □ Заговор. Балаһыҙ ҡатынды йыуындырғанда һамаҡ әйтелгән.
ҺАМАҠЛАУ (һамаҡла-) (Р.: припевать; И.: sing limericks; T.: türkü söylemek) ҡ.
Һамаҡ итеп әйтеү, һамаҡ әйтеү. □ Припевать, произносить прибаутки. Я Аттың юртыуына тура килтереп, бабай үҙенең яңы таҡмағын һамаҡлай башланы. И. Ғиззәтуллин. Кинйә үҙ арбаһына ултырып, дилбегәне яйлап торғанда, ҡапыл ҡыҙҙар һамаҡлай башланы: «Эй әлем суҡ, әлем суҡ, йүгәненә тектем йәшел суҡ». Ғ. Ибраһимов. Ҡоҙалар һамаҡлап бөтөр-бөтмәҫтән, Буранбай ҡурайҙа уйнап ебәрҙе. Я. Хамматов.
481