Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 480


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАЛЫУ
ғанын белдерә. □ С формой деепричастия на -а /-ә основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и выражает внезапность, быстроту движения. Ҡайта һалыу. Ала һалыу. Тора һалыу. М [Батырхан] туҙғытылған ҡауланды рәтләп кире япты ла, ҡайта һалып, бер нисә ир-ат алып килергә ҡарар итте. И. Ноғманов. Заһретдин һике ситенән урын алды ла, ағас аяғын сисә һалып, ишек төбөнә олаҡтырҙы. М. Хужин.
50. Хәл ҡылымдың -п формаһынан һуң килеп, эш-хәрәкәттең ҡапыл, киҫкен башҡарылғанын белдерә. □ С формой деепричастия на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и выражает интенсивность или неожиданность действия. Тетеп һалыу. Әйтеп һалыу. ■ [Заһит] яҡындарына, дуҫ-иштәренә, иптәштәренә әйтә алмағандарҙың, барыһын да теҙеп һалды. Я. Хамматов.
ҺАЛЫУ II (Р.: эпидемия; И.: epidemic; T.: salgın) и.
1. Ниндәйҙер вирус тыуҙырған киҫкен, йоғошло ауырыу; киҙеү. □ Эпидемия; грипп. һалыу тейеу. һалыуҙан дауаланыу, һалыуға ҡаршы көрәшеү. Киҫкен һалыу.
2. диал. Аңын юғалтып, тартыштырып, ҡапыл йыға торған ауырыу; өйәнәк. □ Припадок. Үҙенең бер һалыуы бар, ауырый ҙа китә.
ҺАЛЫУ III (Р.: раскат; И.: rut; T.: yolun eğri yeri) и.
Ҡышҡы юлдың ҡырын киткән урыны; кәйелтмәк. □ Раскат (на зимней дороге). Һалыуға төшөу. ■ Юлда, һалыу урында, машинаһы батҡан, тегеләй-былай тарттырып маташҡанда, арба ҡыйшайған. Р. Солтангәрәев.
ҺАЛЫУ IV (һал-) (Р.: дарить; И.: present; donate; give; T.: hediye etmek) ҡ. диал.
Бүләк биреү. □ Дарить. Ҡайныма кулдәк һалдым. Яулыҡ һалыу.
ҺАЛЫУЛАТЫУ (һалыулат-) ҡ. ҡар. һалыулау II. ■ Йөрөйҙәр сана егеп, һалыулатып, һалҡындан ирендәрен ҡалтыратып. М. Ғафури. [Әхмәтзәкир — Сәлимйәнгә:] Әһин, йәштәш, Өфөгөҙҙән Ырымбурға ту-ралаған таш юлды белмәнеңме ни — был
бөгәрем яҡҡа һалыулатып китеп бараһың? Й. Солтанов.
ҺАЛЫУЛАУ I (һалыула-) (Р.: заболеть гриппом; И.: come down with the flu; T.: grip ile hastalanmak) ҡ.
һалыу менән ауырыу. □ Заболеть гриппом. һалыулап торам, һалыулап китеу. Оҙайлы ваҡыт һалыулау.
ҺАЛЫУЛАУ II (һалыула-) (Р.: наклониться; И.: careen; T.: eğilmek) ҡ.
Юлдың һалыу, ауыш урынында бер яҡҡа ҡыйшайып китеү, кәйелеү. □ Наклониться, переваливаться, накрениться. Н Тәгәрмәстәр, һалыулап, һулға, ҡара упҡынға тартты. Р. Низамов. [Инәһе — Кендеккә:] Мин ойоп барғанмындыр, ахырыһы; купер төбөндә сана һалыулап киткән дә һин юрғаныңа төрөлгән көйө осоп төшөп ҡалғанһың. М. Кәрим. Мансафтың машинаһы ҡыш көнө тимерһеҙ сана һалыулаған төҫлө әле бер яҡҡа ташланды, әле икенсе яҡҡа осто. Ә. Вәли.
ҺАЛЫУЛЫ I (Р.: наклонный; И.: inclined; T.: eğik) с.
Һалыуы булған, ауыш, кәйелтмәк. □ Наклонный, покатый. Һалыулы юл буйлап барыу. ■ Ат йугертә һалмаҡ ҡына һалыулы юлдар буйлап, сана ҡыйшайһа, ауһа ла, һалыуһыҙ ҡайта уйҙар. Н. Нәжми.
ҺАЛЫУЛЫ II (Р .: счастливый; И.: lucky; fortuitous; T.: talihli) с. диал. ҡар. өлөшлө.
Ашау-эсеүгә өлөшлө булған кешегә ҡарата. □ Счастливый, удачливый. Ауыҙы һалыулы булыу. ■ Атла, улым. .. Алдыбыҙҙа башҡорт ауылы. Башҡорттар ул ҡатыҡ бирәләр йә эремсек — ауыҙ һалыулы! Т. Килмөхәмәтов. • һалыулы ауыҙ һаҡлағаныңды ейә. Әйтем.
ҺАЛЫУЛЫ III с.
1. диал. ҡар. һалынҡы 1. Һалыулы иренле кеше.
2. һүҙ тотмаған кеше. □ Болтливый, несдержанный на язык. Теле һалыулы уның!
ҺАЛЫШЫУ (һалыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. һалыу I, 2, 4-17, 24-26. взаимн. от һалыу I, 2, 4-17, 24-26. Йорт һалышыу. Икмәк һалышыу. Кирбес һалышыу. Кәбән һалышыу. Мейес һалышыу. ■ [Тәҙел-
480