Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 479


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАЛЫУ
34. Хайуандың йүгән, тышау, ҡамыт һымаҡ нәмәләрен ысҡындырып ташлау, шуларҙан арындырыу. □ Снимать, снять (например, седло и т. п.). Аттың ҡамытын һалыу. Быҙауҙың муйынсағын һалыу.
35. Ваҡытынан алда үле көйө тыуҙырыу (хайуандарға ҡарата). □ Преждевременно разрешаться от бремени (о самках животных). һарығыбыҙ бәрәс һалған. ■ Йәмилә .. бейәгә яҡынланы: уның ҡойроғо, ялдары ваҡ ҡына итеп ишелеп бөткән, тирә-яғы ла еүеш кеүек — ҡолон һалған, ахыры! 3. Ураҡсин.
36. Балалағандан һуң бала ятҡылығын төшөрөү (хайуандарға ҡарата). □ Выпадение последа (у скотины). ■ [Сәйҙеямал — Гөлъямалға:] Һыйырың ҡасан сыуын һала тип көтөп ултырып оҙаҡлап киттем. Я. Хамматов.
37. Тәбиғи үҫеш процесында ҡамасаулаған нәмәне ташлау, төшөрөү (болан, йылан, ҡарышлауыҡ һ. б. шундай йән эйәләренә ҡарата). □ Сбрасывать, избавляться, освобождаться от чего-л. (например, от шерсти, кожи и т. п.). Ҡау һалыу. Мөгөҙ һалыу. ■ Аҡ йыланға аҡ яулыҡ һалһаң, ул мөгөҙөн һала, мөгөҙ алған кеше бәхетле була, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
38. Иғтибар менән ҡабул итеү, үҙеңдә һаҡлау (һүҙ, кәңәш һ. б. ҡарата). □ Принимать (слово, совет). Башҡа һалыу. Күңелгә һалып ҡуйыу. Әйткән һүҙҙәрҙе йөрәккә һалыу.
39. Кешелә ниндәйҙер тойғо уятыу (дәрт, илһам, мөхәббәт һ. б. ҡарата). □ Закладывать, зародить (чувство). Күңелгә дәрт һалыу. Йөрәккә мөхәббәт уты һалыу. ■ Көсөгөҙҙө иман итеп, мин бағындым, йөрәгемә мөхәббәт һал, матур һындар. Ш. Бабич.
40. Кешене ниндәйҙер ауыр кисерешкә дусар итеү (ҡайғы-хәсрәт һ. б. ҡарата). □ Подвергать (горю, сомнению). Ҡайғыға һалыу. Хәсрәткә һалыу. Ҡурҡыуға һалыу. ■ Бабсаҡ батыр Мәсем ханға килде инде, .. афәт һалған йыртҡысты үлтерҙем тип, .. барын һөйләп бирҙе инде. «Бабсаҡ менән Күсәк».
41. Ниндәйҙер эш-хеҙмәтте һ. б. башҡарыуға бөтә мөмкинлекте биреү, шуға сарыф
итеү. □ Вкладывать, положить (душу, мастерство). Күңел һалып тотоноу. Бөтә оҫталыҡты һалыу. Көстө һалыу. ■ Күңел һалмай, яратмай, тырышмай, ярты-йорто башҡарылған эштән бер кемгә лә ҡыуаныс та, файҙа ла юҡ тигән хәҡиҡәтте аңланы [Юлдаш]. 3. Биишева. Хисмәтулла һалмаҡ ҡына атлап барған ыңғайҙа, бөтә булған эске тойғоларын һалып, йырлап ебәрҙе. Я. Хамматов.
42. Таратыу, сығарыу, барлыҡҡа килтереү (оран, ҡотҡо, йәүкә һ. б. ҡарата). □ Подавать, издавать (сигнал, звук). Яу һалыу. Котҡо һалыу. Яр һалыу. ■ [Солтанғәле] төргәген таба алмағас, йөрәген ҡурҡыу тойғоһо солғап алды. Ул, үҙен үҙе онотоп, һөрән һалды: «Яр-ҙам!Яр-ҙам итегеҙ! Таланылар!» Я. Хамматов.
43. Билдәле бер тәртипкә, ыңғайына килтереү (эш-хәл, тормошто). □ Приводить в порядок, налаживать. Донъяны яйға һалыу. Тормошто рәткә һалыу. Эш-хәлде рәткә һалыу. ■ Ғилман хәҙер ун ике йыл эшләгән дәүерендә эшен тәртипкә һалып алды. Д. Бүләков. [Мөхәмәтша:] Донъяны болар-тыуы еңел ул, ә тәртипкә һалыуы — ай-һай. М. Хужин.
44. Көйгә яраҡлаштырыу, көй менән баш-ҡарырлыҡ итеү (йырҙы, шиғырҙы). □ Переложить, положить (на музыку). Шиғырҙы көйгә һалыу. Көйгә һалып таҡмаҡлау.
45. Күрәҙәлек итеү маҡсатында кәрт, ноҡот һ. б. нәмәләрҙе билдәле тәртиптә төрлөсә теҙеү. □ Гадать, ворожить (на чём-л.). Кәрт һалыу. Ноҡот һалыу сере.
46. күсм. һөйл. Нимәнеңдер иҫәбен сығарғанда билдәле бер система берәмегенә күсереп иҫәпләү. □ Исчислять. Метрға һалып үлсәү. Гектарға һалыу.
47. күсм. һөйл. һелтәнеп һуғыу. □ Стукнуть, ударить кого-л. Бөтә асыу менән һалып ебәреү. Елкә төбөнә һалып ебәреү, һелтәнеп һалып ебәреү.
48. һөйл. Иҫерткес нәмә эсеү. □ Выпивать спиртное. Бер аҙ һалып алыу. Ирҙәр һалып алған. Йыш һалыу.
49. Хәл ҡылымдың -а /-ә формаһынан һуң килеп, эш-хәрәкәттең тиҙ башҡарыл-
479