Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 478


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАЛЫУ
арыҫландай батырҙарҙың арҡаһынан ҡағығыҙ! Халыҡ йырынан.
18. Аш-Һыуға нимәнелер өҫтәп ҡушыу, ҡатнаштырыу. □ Положить, добавить что-л. (в еду). Ашҡа ҡорот һалыу. Турамаға тоҙ һалыу.
19. Ашамлыҡты алдына ҡуйып биреү, һибеү, ташлау (мал, ҡош-ҡорттарға ҡарата). □ Давать корм; кормить. Малға бесән һалыу. Тауыҡҡа ем һалыу. ■ Туғарылған аттарына һоло һалып ингәндән һуң, Зиннәтулла тимер мейескә ут яғып, сәйгүндә ҡайнатҡан сәйҙе тимер кружкаға яһаны. Я. Хамматов.
20. Аулау, тотоу, эләктереү өсөн ҡороп ҡуйыу (ау, ҡапҡан, ҡармаҡты). □ Ставить (капкан, сеть). Бүрегә ҡапҡан һалыу. Тәпе һалыу. ■ Ҡапҡан ғына һалдым, ай, күк боҙға ҡама йәнлек менән ҡондоҙға. Халыҡ йырынан.
21. Бәйләп, быуып, бикләп йәки башҡаса беркетеп ҡуйыу (тышау, бығау, еп, бәй, йоҙаҡты һ. б.). □ Надевать, надеть (путы, замок и т. д.). Аяҡ-ҡулға бығау һалыу. Атҡа тышау һалыу. Ишеккә бик һалыу.
22. Дауалау, төҙәтеү маҡсатында тәндең бер ерен нимә менәндер беркетеп нығытып ҡуйыу. □ Наложить. Дауаханала гипс һалыу.
23. Боронғо йола буйынса, дауалау маҡсатында бөтә тәнде йәки аяҡ-ҡулды һ. б. нимәнеңдер эсенә ҡуйыу. □ Положить, поместить во что-л. (больного или больное место). Ауырыуҙы ҡырмыҫҡа иләүенә һалыу. Ауырыуҙы тирегә һалыу. Үлән һыуына һалыу.
24. Дауалау һ. б. маҡсат менән тәнгә индереү, ебәреү, тамыҙыу. □ Сделать, положить (об уколе, лекарстве). Укол һалыу. Күҙгә дарыу һалыу.
25. Һөлөк, банка һымаҡ нәмәләрҙе һурҙырып дауалау өсөн тәнгә ҡуйыу. □ Ставить (банки, пиявки). Һөлөк һалыу. Банка һалыу.
26. Билдәле бер маҡсатта берәй ойошмаға, халыҡҡа хөкүмәт йәһәтенән һалым, яһаҡ һ. б. билдәләү һәм шуға мәжбүр итеү. □ Налагать, наложить (штраф, налог и т. д.). Һалым һалыу. Штраф һалыу. ■ [Солтанов:] Диләнкәләрҙә ҡырҡылмай ҡалған ағастар
өсөн лесхоз беҙгә йөҙ ҙә егерме ете мең һум штраф һалыуын беләһегеҙ бит. Н. Мусин. Гөмүмән, бер ил эсендә сауҙаны сикләү, пошлиналар һалыу алыш-бирешкә ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Ғ. Хөсәйенов.
27. Килешеү буйынса хаҡ, түләм тәғәйенләү (туй йолаһы буйынса). □ Давать калым. Мәһәр һалыу.
28. Берәй тантанаға арнап, ниндәйҙер бүләк биреү, тапшырыу. □ Давать, дарить. Юбилейға бүләк һалыу. Туйға аҡса һалыу.
29. Ситкә нимәнелер почта аша ебәреү. □ Посылать, отправлять, һалдатҡа посылка һалыу. Почта аша китап һалыу. Хат һалыу. М Хаттар ғына һалһаң, һал заказной, заказной ҙа хаттар тиҙ урай. Халыҡ йырынан.
30. Һыуыҡтан, ҡоротҡостарҙан һ. б. һаҡлау маҡсатында тирә-йүнгә, ер-һыуға таратыу (төтөн, дарыу, ыҫты һ. б.). □ Пустить (дым и т. п.). Төтөнлөк һалыу. Ыҫ һалыу.
■ Урман эсе серәкәйҙәр, ваҡ ҡына ләпәкәйҙәр, төрлө ҙурлыҡтағы себен-күгәүендәр менән тулғанлыҡтан, Хажисолтан йүкә ҡабығы һыҙырған урынға төрлө яҡлап төтөнлөк һалырға ҡушты. Я. Хамматов.
31. Яндырыу, янғын яһау. □ Зажигать, поджигать. Бесәнгә үрт һалыу. Ут һалыу.
■ Йола буйынса хужа — ырыу старшинаһы алдан әҙерләп ҡуйылған ғәләмәт ҙур сытыр өйөмөнә ут һалыуға, «сығыр уты» тип аталып, борондан килгән ғөрөф-ғәҙәтте күреп ҡалыр өсөн барыһы ла шул яҡҡа ағылды. И. Ноғманов.
32. Пар сығарыу йәки көсәйтеү өсөн мунса мейесенә һыу һибеү. □ Поддать, пустить (пару, жару). Күп итеп эҫе һалыу. Эҫе һалып сабыныу. Әҙләп кенә эҫе һалыу.
33. Өҫ-башҡа, аяҡ-ҡулға кейгән кейемде, таҡҡан нәмәне сисеү. □ Снимать, снять (одежду). Өҫтө һалыу. Эш кейемен һалыу.
■ Төльямалдың да йөрәген ҡурҡыу сырмап алды, ҡапыл ағарынып, өҫ кейемен һалыуҙан туҡталды. Я. Хамматов. Мәҙинә, өйөнә ҡайтҡас, байтаҡ ваҡыт өҫтөн һалмайынса, урындың ширлегендә шаңҡыған һымаҡ ултырҙы. Т. Ғарипова.
478