Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 477


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАЛЫУ
1. Ниндәйҙер нәмәне билдәле бер урынға ятҡырып ҡуйыу. □ Положить, класть. Китапты кәштәгә һалыу. Ҡалаҡты өҫтәлгә һалыу. ■ Алпамышаның аяҡ-ҡулын сынйырҙар менән сырмап, оҙон кукрәк арбаға һалып, атын етәкләп алып киткәндәр, ти. Әкиәттән.
2. Нимәнеңдер эсенә урынлаштырыу. □ Положить, класть. Ҡулъяулыҡты кеҫәгә һалыу. Хатты конвертҡа һалыу. Йәшниккә һалыу.
3. Һаҡлау өсөн тапшырыу (банк, һаҡлыҡ кассаһы һ. б.). □ Вложить (деньги). Һаҡлыҡ кассаһына аҡса һалыу, һаҡлыҡҡа аҡса һалыу системаһы. Кассаға оҙайлы ваҡытҡа һалыу.
4. Билдәле бер маҡсатта ниндәйҙер бер урынға урынлаштырыу. □ Положить, класть, помещать. Дауаханаға һалыу. Госпиталгә һалыу. ■ [Хисмәтулла:] Йәһуҙә ағай, һинең улың менән байтаҡ ваҡыттар бергә хеҙмәт иттем... Бер һуғышта ҡаты яраланып госпиталгә һалғас ҡына айырылыштыҡ. Я. Хамматов. Ғәзиз ағайҙы сереп бөтөп барған упкәләре менән ҡалаға дауаханаға һалдылар. Т. Ғиниәтуллин.
5. Өҫкә, яурынға һ. б. ҡуйыу (кейем-һалымды һ. б.). □ Положить, накинуть (об одежде). Муйынға шарф һалыу. Елән һалыу. Мамыҡ шәл һалыу.
6. Билдәле бер маҡсатта нимәнелер өҫтән беркетеү. □ Положить, класть. Атҡа эйәр һалыу. Арҡалыҡ һалып егеу. Я Туры бейәнең ҡолоно йугән кейҙергәндә — ҡонан, серге һалғанда — дунән, эйәр һалғанда толпар булды, ти. Әкиәттән.
7. Нимәнеңдер өҫтөнә ҡуйыу, тейҙереп тороу. □ Положить, класть. Башты мендәргә һалыу. Ҡулды яурынға һалыу. Я Кусер башын юлдашының яурынына һалды ла, йоҡо баҫҡан куҙҙәрен йомоп, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Я. Хамматов. Кусимов өҙәңгегә аяғын һалыуы булды, ат урәпсеп китте. Р. Өмөтбаев.
8. Кейемгә нимәлер өҫтәү, беркетеү, ҡуша тегеү. П Нашивать что-л. (на одежду). Ямау һалыу. Кулдәккә таҫма һалыу.
9. Төҙөү, ҡороу, эшләү (йорт-ҡаралтыларҙы, хужалыҡ ҡоролмаларын һ. б.). □ Строить. Купер һалыу. Мунса һалыу. Я Элекке
клуб урынында аҙыҡ-тулек магазины ултыра, мәҙәниәт йорто тип аталған клубты урге ауылға һалғандар. Т. Ғиниәтуллин.
10. Төҙөү, ҡороу эшендә кирбес һ. б. теҙеп беркетеү. □ Ставить, класть (в строительстве). Нигеҙ ташы һалыу. Я Кирбес һалырға, панелдәр беркетергә, бейеклеккә менергә-төшөргә өйрәнде [Сәмиғ]. Т. Ғиниәтуллин.
11. Билдәле бер рәүешкә килтереп өйөп яһау (бесән, һаламды һ. б.). □ Ставить, метать (стог). Кәбән һалыу. Эҫкерт һалыу. М Бесәнде кутәремләп кәбәнгә ир-аттан Ғабдулла, Мәхмут һала, Ғабдулла ағайҙың ҡатыны Сәкинә башта ҡабул итеп, ипләп һалып тора. Т. Ғиниәтуллин.
12. Ниндәйҙер бер билдә, тамға һ. б. ҡуйыу, яһау. □ Ставить какую-л. метку. Ин һалыу. Билдә һалыу. Тамға һалыу. М Быға инде бер билге һалайым, тип, арыҫландың шунда телен телә батыр. «Бабсаҡ менән Күсәк».
13. Документҡа, рәсми ҡағыҙға һ. б. ҡултамға ҡуйыу йәки нимәлер яҙыу. □ Ставить подпись. Ғаризаға резолюция һалыу. Имза һалыу. Ҡултамға һалып биреу.
14. Ер өҫтөнән буйлатып үткәреү, яһау (юл, межа һ. б.). □ Прокладывать, прола-гать. // Прокладывание, прокладка, проложение. Бураҙна һалыу. Сана юлы һалыу. Я [Ҡолсобай менән Михаил] ағастар араһынан һалынған һуҡмаҡ буйлап атланылар. Я. Хамматов. Төн уртаһына тиерлек барҙы юл һалыу. Ғ. Хисамов.
15. Әҙерләп, бешерергә ҡуйыу (аш-һыу-ҙы). □ Ставить, готовить (еду). Аш һалыу. Ит һалыу. Я Башҡорттарҙа һурпа бешереу өсөн шулай уҡ мул һәм һимеҙ ит һалыу хуплана. С. Сабирйәнова. Хөппөниса ҡаҙан тултырып ит бешерергә һалды ла, биҙрәһен тотоп, һыйыр һауырға тышҡа сыҡты. Я. Хамматов.
16. Икмәк кеүек ҡамыр аштарын бешереүгә, әҙерләүгә ҡарата. □ Ставить (о хлебе, тесте). Икмәк һалыу. Ләуәш һалып алыу.
17. һауытҡа бүлеп ҡойоу (аш-һыуҙы). □ Наливать, налить, разложить. Стаканға һут һалыу. Тәрилкәгә аш һалыу. Аш һалып биреу. Я Ай-Һай! .. Һары балды һалығыҙ,
477