ҺАЛЫҠ
ҺАЛЫҠ (Р.: ноша, бремя, тяжесть; И.: burden; T.: yük) и. диал.
1. Өҫкә төшкән ауырлыҡ, бәлә. □ Ноша, бремя, тяжесть, һалыҡтан ҡотолоу. Һалығыңды һалма миңә.
2. Һалым, яһаҡ. □ Налог, обложение. / Налоговый, податный. Һалыҡ һалыу.
3. Өлөш. □ Доля, порция, пай, вклад. Һалығын алған, һалыҡ биреу. һалыҡ сығарыу. Һалыҡ индереу.
ҺАЛЫМ I (Р.: налог; И.: tax; T.: vergi) и.
Берәй ойошманан, халыҡтан һ. б. алыу өсөн хөкүмәт тарафынан билдәләнгән түләм аҡса йәки башҡа нәмә; яһаҡ. □ Налог, подать, обложение. / Налоговый, податной. һалым һалыу, һалым туләусе. Һалым инспекцияһы. Һалым хеҙмәте. ■ Абдулла ахун ил аралап, һалым һалған һәр йортҡа. Халыҡ йырынан. Беҙ, йунселдәр, эш тип талпынғанда, инде нығынам тип ҡалҡынғанда, һалымдары һаман артып тора. Р. Бикбаев.
ҺАЛЫМ II (Р.: к; по направлению к; И.: towards; T.: doğru) бәйл. диал.
Табан, тартым. □ К; по направлению к. (послелог с дат. п). Кискә һалым. Яҙға һалым.
ҺАЛЫМ III и. диал. ҡар. һалыу III.
Һалымға төшөу.
ҺАЛЫНДЫ (Р.: мусор, оставшийся на деревьях после половодья; И.: litter after flood; T.: taşkından sonra ağaçlarda kalan çöp) и. диал.
һыуҙағы ағасҡа эләгеп торған сүп-сар. □ Мусор, оставшийся на деревьях после половодья. Һалындылар һәлберәп тора, һалындыларҙан таҙартыу.
ҺАЛЫНДЫРЫУ I (һалындыр-) ҡ. йөкм. ҡар. һалыныу I, 2. понуд. от һалыныу I, 2. Елән һалындырыу. Селтәр һалындырыу.
ҺАЛЫНДЫРЫУ II (һалындыр-) (Р.: свешивать; И.: make sag; T.: sarkıtmak) ҡ.
Нимәнелер түбәнгә аҫылындырыу, һалбыратыу. □ Свешивать, опускать книзу. Япманы һалындырыу. Шаршауҙы һалындырып элеу. М Һәубән ер ҡырлап ҡына шыуышып ҡараһа, өйрәк тугел, алтын тәхет өҫтөндә алтын сәстәрен һалындырып бер ҡыҙ сәс тарап ултыра, уның тирәһендә аҡ
кугәрсендәр уйнап йөрөй, ти. Халыҡ ижадынан. Ҡайнап, ажғырып аҡҡан йылғаның текә ярына аяғын һалындырып ултырҙы Заһит. Я. Хамматов.
ҺАЛЫНҠЫ (Р.: обвислый; И.: sagging; T.: sarkık) с.
1. һалынып төшөп тороу. □ Обвислый, отвислый, отвисший, һалынҡы итәк. Һалынҡы булыу, һалынҡы куҙ ҡабағы.
2. һөйл. Булдыҡһыҙ, дәртһеҙ. □ Понурый, вялый. • Үҙе һалынҡының аты абынҡы. Әйтем.
ҺАЛЫНЫУ I (һалын-) ҡ.
1. төш. ҡар. һалыу 2. страд, от һалыу 2. Иген һалынған. Ҡарағайҙан һалынған йорт. Купер һалыныу. ■ Көмөшбайҙың йортонан алып батшаның һарайына саҡлы көмөш купер һалынған. Әкиәттән.
2. Өҫкә һалыу (кейем-һалымды). □ Накинуть. Шәл һалыныу. Елән һалыныу. Һаҡал һалыныу.
3. Нимәгәлер ныҡ бирелеү. □ Предаться, пристраститься, поддаваться чему-л. Бала ашауға һалынған. Эскегә һалыныу.
4. Ниндәйҙер бер эште кешенән эшләтергә тырышыу, кешегә ауҙарыу. □ Надеяться, рассчитывать на кого-л. Башҡаларға һалыныу. Ата-әсәгә һалыныу. Кешегә һалынған да эшләмәй.
5. Үҙеңде юрамал бер хәлгә йәки бер сифатҡа ҡуйыу. □ Притворяться, прикинуться. ■ [Сәйфетдин:] Эй, Зиннәтулла, ниңә эреләндең? Курмәмешкә һалынып утеп барған була. Я. Хамматов.
ҺАЛЫНЫУ II (һалын-) (Р.: отвисать; И.: droop; T.: sarkmak) ҡ.
Түбәнгә аҫылыныу; һалбырау. □ Свисать, висеть, поникнуть. Билбау һалыныу. Сәс уреме һалыныу. ■ Атҡынайың булһа, ерән булһын, ял-ҡойроғо ергә һалынһын. Халыҡ йырынан. [Сестра] ауырыу башы аҫтындағы мендәр менән бер яҡ осо иҙәнгә һалынып төшкән юрғанын төҙәтте. Я. Хамматов. Киң гимнастёрка, башҡа кешенең иңенән алынған кеуек, Мәжитовтың нәҙек муйынлы тәнендә тоҡтай һалынып тора. М. Хужин.
ҺАЛЫУ I (һал-) (Р.: положить; И.: put; place; T.: koymak) ҡ.
476