ҺЕПЕРЕҮ
Туҡтауһыҙ һелкенеп тороу. □ Трястись, качаться. ■ Батыргәрәй ҡып-ҡыҙыл булып һеңкелдәп көлөп ебәрҙе. Р. Солтангәрәев. Бульдозерҙар саналарын юлда ҡалдырҙылар ҙа баҫҡан һайын һеңкелдәп ятҡан, әле ныҡлап туңырға өлгөрмәгән мүклеккә төшөп киттеләр. Й. Мостафин.
ҺЕҢКЕҮ I (һеңке-) ҡ. диал. ҡар. һеңкелдәү. Һеңкеп китеу. Ҡапыл һеңкеү. Аяҡ һеңкене.
ҺЕҢКЕҮ II с. диал. ҡар. һиңкелдәк.
Һеңкеү арба. Һеңкеү баҫма.
ҺЕҢЛЕ (Р.: младшая сестра; И.: younger sister; T.: kızkardeş) и.
1. Үҙеңдән кесе ҡыҙ туған; һеңлекәш. □ Младшая сестра, сестрёнка. ■ һенлеһен ныҡ ярата ине шул Сәми, үҙе ас булғанда ла, уны ҡайғырта торғайны. Р. Байымов, һеңлеһе Зөлфиә әсәһенең бүләген алды ла, аҡҡоштай нәҙек муйынына тағып, көҙгө алдында борғоланырға кереште. Р. Вәлиев. Бер заман шулай ишегебеҙҙән ҡатынымдың төпсөк һеңлеһе, йәғни төпсөк балдыҙ, килеп инде. М. Ғиләжев.
2. өндш. Үҙеңдән кесе ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙе. □ Сестрёнка, сестричка (обращение к девушке, молодой женщине). ■ Иҫәнме-һаумы, һеңлем! — тине ҡарт тонок ҡына тауыш менән. В. Исхаҡов. Ғәфү итегеҙ, һеңлем, бына ошоно, — Аллабирҙин кеҫәһенән ҡағыҙ алды, — уҡып сығығыҙ әле. Т. Килмөхәмәтов.
ҺЕҢЛЕКӘШ и. ирк. ҡар. һеңле. ■ Дания-ны үҙ күреп һәм ҡыҙҙың бер нисә йәшкә кесерәк булыуын да иҫкә алып, Саръян уны һеңлекәш тип йөрөй, осраған һайын уйынсалап һөйләшеп үтә. Ә. Байрамов. Егет тә ҡыҙҙы шәйләп алды.— Һаумы, һеңлекәш! — тип ихлас сәләмләне ул Мәүсиләне. Д. Бүләков.
ҺЕҢРӘН (Р.: сынрян; И.: Bashkir tribal name; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Башҡорт ырыуының исеме. □ Сынрян (название башкирского племени). Һеңрән ырыуы ауылдары, һеңрән тамғаһы, һеңрән иләүе.
ҺЕПЕРЕЛЕҮ (һеперел-) ҡ. төш. ҡар. һепереү, страд, от һепереү. S Ҡалҡыулыҡ
бик текә һәм, өҫтәүенә, ҡырып һеперелгән кеүек, таҡыр ине. X. Ғиләжев. Урам тултырып ултырған сағандар, йүкәләрҙең төптәре тап-таҙа итеп һеперелгән, ап-аҡ итеп бурланған. Т. Килмөхәмәтов. Ап-аҡ итеп ағартылған өй, тигеҙ рәшәткәләр зәңгәргә буялған, ишек алды таҙа итеп һеперелгән. Ғ. Хисамов.
♦ һеперелеп йөрөү оятһыҙ рәүештә теләһә кем менән енси бәйләнешкә инеү.
□ Прелюбодействовать, вести разгульный образ жизни. М [Ҡайныһы — Гөлйөҙөмгә:] Тфү! Ирҙәүкә, оятһыҙ! Һеперелеп йөрөйһөң шунда иһаһайлап. Ф. Иҫәнғолов, һеперелеп сығарылыу ҡайҙандыр ҡыуылыу, юҡҡа сығарылыу. □ Быть изгнанным, выдворенным. М Хан ҡалдыҡтары Бажман түрә, мәхрәм улдары һеперелеп сығарылды. А. Таһиров. Һеперелеп сығыу күмәкләп, бер юлы сығыу. □ Выходить гурьбой. ■ Ашап-эсеп ҡоторонған халыҡҡа етә ҡалды. Һеперелеп тышҡа сыҡтылар. Т. Хәйбуллин, һеперелеп эшләү өнһөҙ-һүҙһеҙ баш баҫып эшләү.
□ Работать, не жалея сил, не зная усталости; усердно трудиться. Н Әҡлимә ике урында ла, үҙе әйтмешләй, һеперелеп эшләне, кешеләрҙән насар һүҙ ишетмәҫкә тырышты. М. Хужин.
ҺЕПЕРЕҮ (һепер-) (Р.: мести; И.: sweep; T.: süpürmek) ҡ.
1. Һепертке кеүек ҡорал менән һыпырып, сүп-сарҙан таҙартыу. □ Мести, подметать, выметать, һепереп алыу. Урам һепереү. Һепереп ҡуйыу. Н Фәһим, һепертке алып, ике оҫта — Фирүз менән Фәрүәз сүпләп ташлаған иҙәнде һеперергә тотондо. Яр. Вәлиев. Атайым бөтә ҡураны тап-таҙа итеп һепереп ҡуйған, һарғайып килгән йорт үләне өҫтөндә бына бынау саҡлы ла сүп таба алмаҫһың. М. Кәрим.
2. Көслө итеп иҫеү (ел, буранға ҡарата).
□ Мести. ■ Ҡилке-килке иҫкән әсе ел, дала өҫтөндә тулҡын-тулҡын биҙәктәр яһап, ҡарҙы һеперә. А. Абдуллин.
♦ Сәс менән ер һепереү ярарға тырышып, бөтә нәмәне эшләргә әҙер булыу.
□ Угождать, подлизываться. ■ Сәсе менән ер һеперергә әҙер тора Ләйлә. С. Поварисов. Ҡушһалар, ат урынына егелеп йөк тартыр
525