Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 526


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЕПЕРЕШЕҮ
ға, сәсем менән ер һеперергә ризамын, — тип һөйләй торғайны Нәсимә. Ә. Хәкимов. Һепереп түгеү тотош юҡ итеү, юҡҡа сығарыу. □ Уничтожить, соотв. Сжить со свету. М [Яшинский:] Сәхибә кеуектәрҙе сәнскеле һепертке менән һепереп тугергә кәрәк! — тип ҡысҡырҙы. 3. Биишева. Тауҙар аралап, Иҙелбашы ҡалаһы яғынан килеп сыҡҡан Ҡыҙыл Армия аҡтарҙы һепереп тукте. И. Ғиззәтуллин.
ҺЕПЕРЕШЕҮ (һепереш-) ҡ. урт. ҡар. һепереү 1. взаимн. от һепереү 1. Урам һепе-решеу. Өй алдын һеперешеу. ■ [Айбулат тётя Дашаны] ҡәҙер итергә тырыша, ҡулы бушаған арала иҙәнен һеперешеп, утынын ярып, һыуын индереп ярҙамлаша торғайны. һ. Дәүләтшина.
ҺЕПЕРТЕҮ (һеперт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һепереү 1. понуд. от һепереү 1. Урам һепертеу. Иҙән һепертеу. М Утҡа баҫҡан бесәй кеуек бейетмәһәмме, биттәре менән ер һепертмәһәмме, — тип, ҡағыҙҙы дурткә бөкләп, клеёнка аҫтына ҡыҫтырҙы ла аяғөҫтө баҫты Хөббөниса. Р. Ғабдрахманов. Вәлидов, шинеле менән баҫҡыстарҙы һепертеп, юғары ҡатҡа менеп бара ине. А. Таһиров.
2. кусм. Бер йүнәлештә ер өҫтөнән ҡарҙар осороу (ел-буранға ҡарата). □ Вьюжить, мести (о метели, позёмке и т. д.). ■ Көндөҙ һепертеп кенә башланған буран кискә табан көсәйҙе, өҫтән ҡар яуа башланы. Ә. Вәли. Минең өң алдында ҡалдырған эҙҙәремде куҙ асып йомғансы һепертеп тә ҡуйҙы. Р. Вәлиев. Көнө былай аяҙыған, ләкин ҡар өҫтөнән барыбер һепертеп тора. Ғ. Ибраһимов.
ҺЕПЕРТКЕ (Р.: веник; И.: broom; Т.: süpürge) и.
1. Һепереү өсөн сыбыҡ йәки сыбыҡ һымаҡ нәмәләрҙән бергә беркетеп яһалған ҡулайлама. □ Веник, метла. ■ Бер мәл Яҡуп эргәһенә һепертке тотҡан ҡарсыҡ килеп сыҡты. X. Ғиләжев. Ғәфурә селек һепертке менән иҙәндәге суп-сарҙы йәһәт кенә һепереп алды. Ж. Кейекбаев.
2. миф. Яман көстәр менән бәйле әйбер. □ Метла (мифологизированный предмет, связанный с нечистой силой). Я һепертке
менән кешегә, малға һуҡһаң, яман була. «Башҡорт мифологияһы »нан. Бәуел тотмаһа, мунса ингән һеперткегә атланып кутәрмә аҫтына һыу һибәләр. «Башҡорт мифологияһы » нан.
♦ Яңы һепертке ныҡ (йәки яңыса, яҡшыраҡ) һеперә яңы килгән түрәнең үҙ эшенә ҡаты тотоноуына, үҙ тәртибен урын-лаштырыуына ҡарата әйтелә. □ Новая метла чисто (по-новому) метёт. ■ Яңы һепертке яңыса һеперә бит, бәлки, бәғзеләргә яңы турә оҡшап та төшөр. Р. Камал. [Атаһы:] Әйҙә инде, Фаил, хәҙер һөйлә! Нисек унда яңы райком секретары? Яңы һепертке яҡшыраҡ һеперә, тиҙәр. «Ағиҙел», № 11, 2011.
ҺЕПЕРТКЕ АРТЫ (Р.: ручка метлы; И.: broom handle; T.: süpürgenin kolu) и. миф.
Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, кире мәғәнәгә эйә булған, шул уҡ ваҡытта ен-зәхмәтте имләүҙә ҡулланылған предмет.
□ Ручка метлы (по поверьям, этот предмет имеет отрицательную семантику, но в то же время используется для отгона нечистой силы). М Сирҙе һепертке арты менән осоҡлайҙар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺЕПЕРТКЕБАШ (Р.: мятлик обыкновенный; И.: роа; T.: kaba salkımotu) и. бот.
Ҡыяҡлы үләндәр ғаиләһенә ҡараған ялбыр сәскәле, бер йыллыҡ ҡый үләне.
□ Мятлик обыкновенный, метлица (лат. Роа trivialis L.). Иген баҫыуын һеперткебаш баҫҡан.
ҺЕПЕРТМӘ (Р.: вьюжный; И.: drifty; T.: fırtınalı) с.
Бик көслө, ҡарлы-буранлы (ел, буранға ҡарата). □ Вьюжный, сильный со снегом (о ветре, метели). ■ Кисәге ямғырҙан һуң яуған ҡар, бөгөн кискә табан башланып киткән һепертмә буран бөтөнләй юлды баҫҡайны. И. Ғиззәтуллин. Һепертмә ел ҡарҙы ҡойма буйҙарына, уҙәк-соҡорҙарға тултырҙы. С. Ильясов. Тышта һепертмә ел сыҡҡан. Я. Хамматов.
ҺЕПТЕК I (һептеге) (Р.: мусор; И.: garbage; T.: çöp) и. диал. ҡар. сүп.
1. Кәрәкмәгән ваҡ-төйәк нәмә. □ Мусор, сор. Һептек өйөмө. Һептекте тугеу. Тиҙәк һептеге.
526