У
У I (Р.: двадцать седьмая буква башкирского алфавита; И.: the twenty-seventh letter of the Bashkir ABC; T.: Başkurt alfabesinin yirmi yedinci harfi)
Башҡорт алфавитының егерме етенсе хәрефе, иренләшкән артҡы рәт һуҙынҡы [у] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — У, бәләкәй — у формаһында яҙыла. □ Двадцать седьмая буква башкирского алфавита. У хәрефе. У өнө. У хәрефенә һүҙҙәр яҙып килеү.
У Пымл. ҡар. у-у-у П. ■ [Емеш:] У, ҡалай эҫе! 3. Биишева. [Ихсанбай — Шәңгәрәй хаҡында:] У, бахыр, бер ҙә алдай белмәй ҙә ул! Т. Ғарипова. [Сәғиҙә:] У, ҡалай сая икәнһе-геҙ! М. Тажи.
УIII а. һөйл. ҡар. ул II. У килеп киткәйне.
У-У-У I (Р.: у-у-у; И.: sort of interjection, oh; T.: uğultu) оҡш.
һуҙып олоуҙы, өҙлөкһөҙ геүләгән тауышты белдергән һүҙ. □ У-у-у (обычно произносится протяжно для обозначения гудения, воя). Бүре «у-у-у» тип олой. У-у-у итеү.
У-У-У II (Р: у-у-у; И.: oh; T: oh!) ымл.
1. Һоҡланыу, кинәнеү кеүек ыңғай тойғо белдергәндә әйтелә. □ У-у-у, ах (выражает одобрение, восторг, восхищение). У-у-у, ниндәй матур! У-у-у, ҡайһылай ҙур үҫкән! ■ [Фролов:] Урал итәгендә күмер бар. У-у-у, ундағы байлыҡ! Ғ. Хисамов.
2. Ерәнеү, яратмау кеүек кире тойғо белдергәндә әйтелә. □ У-у-у, ух (выражает отвращение, ненависть). У-у-у, ниндәй хәшәрәт!
3. Үс, асыу кеүек көслө тойғо белдергәндә әйтелә. □ У-у-у, ух (выражает угрозу, гнев). У-у-у, тәртипһеҙ. У-у-у, үс алам мин унан!
■ [Каскын Һамаров:] У-у-у, мин уларҙың [тамъяндарҙың] кәрәген бирермен әле. Ғ. Ибраһимов. [Абзый-Хисамыйға:]Күсер,у-у-у, күҙе сыҡҡан нәмә, аттарын туп-тура миңә ҡарай тота, юл бирмәй. Б. Бикбай.
4. Ниндәйҙер эш-хәлдең бик оҙаҡ, бик мәшәҡәтле булыуын билдәләгәндә әйтелә.
□ У-у-у, ух (выражает длительность, медлительность выполнения какой-л. работы). У-у-у! Бик оҙаҡлап китте! ■ [Сәрбиямал — Зәбиргә:] У-у-у, алыҫ улар [Мөнирәләр], барып борсолма. Ғ. Лоҡманов.
УБА I (Р: холм, курган; И.: hill; T.: tepe) и.
1. Ҙур булмаған түмәләс тау, ҡалҡыу ер.
□ Холм, курган. / Холмистый, курганный. Уба башы. Убаға күтәрелеү. Уба итәге. Уба түбәһе. ■ [Аҡша:] Ашыу-ашыу бил икән, аша бер һуҡҡан ел икән; ҡашҡайып торған убала һынаша торған ир икән. «Ҡарас менән Аҡша». Ала-ҡола дала иңдәренән, убаларҙан шыйыҡ алһыу быу күтәрелә. А. Абдуллин.
2. Ҡәберлек өҫтөнә өйөлгән ер. □ Насыпной могильный холм, курган. М Күпме ҡәбер убалары ҡалҡып сыҡты инде фашистарҙан күптән азат ителгән Көнбайыш Украина ерҙәрендә!.. М. Ғиләжев. Археология ғалимы боронғо ҡәберлектәр, убалар менән ҡыҙыҡһына, тип һөйләнеләр. 3. Ураҡсин.
3. Тау баштарына өйөлгән табыныу таштары. □ Камни для поклонения (на вершине горы). ■ Тау баштарында көтөүселәрҙең убалар өйөү йолаһы Әбйәлил, Белорет, Учалы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла яҡтарында әле лә һаҡланған. Ф. Хисамитдинова. Тау эйәһенә таштан уба өйөү — борондан килгән
57