УБА
бөтә төркиҙәргә хас йола. «Башҡорт мифологияһынан.
УБА II (Р.: яма; И.: pit; hollow; ditch; T.: çukur) и. диал.
1. Ер өҫтөндә тәбиғәт шарттарының тәьҫире арҡаһында барлыҡҡа килгән уйынҡы урын, убылған ер, соҡор. □ Яма, ров, рытвина; углубление. Тәрән уба. Уба төбө. Буре убаһы. М Ваһап ағай уҙе шул уба эсенә йығылды, көрт тәрән ине, тороп өлгөрә алманы, уғаса булмай, йыуан имән ауып ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев.
2. Йәнлек ояһы. □ Нора. Сысҡан убаһы.
УБА III (Р: ой; И.: ouch!; Т.: ау!) ымл. диал.
Ҡурҡыуҙы, аптырауҙы белдергән һүҙ. □ Ой (выражает испуг, удивление). Уба, ҡурҡыттың бит! Уба, шулай ҙа булыр икән! Уба, өлгөрөрмө икән?
У Б АЛ АЙ р. диал. ҡар. тотош II. Убалай алыу. Убалай йыйыу. Аҡсаны убалай тотоноу.
УБАЛСЫҠ (убалсығы) (Р: холмик; И.: hillock; T.: tepecik) и.
Бәләкәй генә уба (I, 1). □ Холмик. Убалсыҡ тубәһе. Убалсыҡта ҡар ята. Убалсыҡҡа кутәрелеу.
УБАЛСЫҠЛАНЫУ (убалсыҡлан-) (Р: покрываться холмами; И.: be hilly; T.: tepeli olmak) ҡ.
Убалсыҡтар менән ҡапланыу, убалсыҡлы булыу. □ Покрываться холмами. ■ Өй ту-бәләре генә, өйөлөп ҡатып ҡалған балсыҡ кеуек булып, убалсыҡланып ята. Ғ. Дәүләтшин.
УБАЛСЫҠЛЫ (Р.: холмистый; И.: hilly; T.: tepeli) с.
Убалсығы булған. □ Холмистый; изобилующий холмами, горками. Убалсыҡлы урын. Убалсыҡлы ер.
УБАЛЫ I (Р: холмистый; И.: hilly; Т.: tepeli) с.
Убалар менән ҡапланған, убалар күп булған. □ Холмистый; изобилующий холмами, горками. Убалы ер. Убалыурын. ■ [Аҡбалуан:] Туғайҙың арыуы, иң уҫкән урыны — Ҡол-морҙаға, иген уҫә торған ҡара тупрағы, убалы ерҙәр — Ҡолморҙаға. Т. Хәйбуллин.
УБАЛЫ II с. ҡар. соҡорло. Убалы һаҙ.
УБАЛЫҠ (убалығы) (Р: место, изобилующее холмами, горками; И.: hilly terrain; T.: tepelik) и.
1. Күп уба (I), төрлө түмәләс булған ер.
□ Место, изобилующее холмами, горками. ■ Ул [Һөйөнөс] ауыл тирәһендәге һәр бер убалыҡ, һәр бер уйһыулыҡ, һәр бер йыраҡа, һәр бер таштың нисек ятҡанлығын өйрәнгән. Ғ. Дәүләтшин. Оло Иҙел, хәҙер беҙҙеңсә әйткәндә, Волга йылғаһы, Волга яны убалығын Каспий яны тигеҙлегенә бу леп аға. «Йәшлек», 3 июль 2008.
2. диал. Үлгән кешеләрҙе ерләй торған урын; ҡәберлек, зыярат. □ Кладбище. Убалыҡҡа барыу. Убалыҡты кәртәләу. Мосолман убалығы.
УБАСЫҠ (убасығы) (Р: холмик; И.: hillock; T.: tepecik) и.
Бәләкәй генә уба (I); убалсыҡ. □ Холмик. Убасыҡҡа менеу. ■ Юл, .. дала битен сыбарлап, миң кеуек һибелеп ятҡан убасыҡтар араһынан бара. И. Көҫәпҡол.
УБА-ТУБА (Р: помногу; И.: in plenty; T.: çokça) р. диал.
Күпләп, өйөлөп. □ Помногу, кучами. Кус-тәнәскә уба-туба бауырһаҡ тейәп килеу.
УБЕЖИЩЕ [рус.] (Р.: убежище; И.: shelter; T.: sığmak) и. ҡар. нығытма 2.
Ғәскәрҙең шәхси составын һәм граждан-дарҙы күпләп зарарлау, зыянлау ҡоралы тәьҫиренән һаҡлау өсөн махсус йыһазландырып эшләнгән ҡоролма. □ Убежище. Убежищеға йәшенеу. ■ Урманға етер алдынан юлдың ике яғында ла окоптар, окоптарҙы тоташтырған ҡаҙма юлдар, блиндаждар, убежищелар осрай башланы. А. Таһиров. Үҙ ғумерендә Азат бик куп убежищеларҙы курҙе. Ә. Бикчәнтәев.
У БЫЖЫР (Р: прижимистый, жадный; И.: stingy; mean; greedy; T.: cimri, hasis) с. диал. ҡар. ҡарун.
Үҙ нәмәһен кешегә бирергә ҡыҙғаныусан, ҡулдан ебәрмәҫкә тырышыусан; һаран.
□ Жадный. / Скряга. Убыжыр кеше. Убыжыр булыу. Ул у быжырҙан ҡыш көнө ҡар ҙа һорап ала алмаҫһың.
58