Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 59


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УБЫР ҠАТЫН
УБЫЗ (Р.: молозиво; И.: colostrum; Т.: memeli hayvanların doğumdan sonraki ilk sütü) и. диал. ҡар. ыуыҙ.
Быҙаулаған һыйырҙың иң тәүге һөтө.
□ Молозиво. Убыз ҡоймағы. Убыздан беше-реу.
УБЫЛМА (Р.: яма; И.: pit; T.: çukur) и. диал. ҡар. соҡор.
1. Емерелеп, ишелеп төшкән ер. □ Яма, впадина, низина, лощина, оползень. Тәрән убылма. Убылмаға бәпкәләр төшкән.
2. Ямғыр, ҡар һыуы иҙгән ерҙә барлыҡҡа килгән тәгәрмәс һ. б. эҙе; соҡор. □ Рытвина, колея, ров. Убылмаға килеп төшөү. Убылма буйлап барыу.
УБЫЛЫУ (убыл-) (Р: провалиться; И.: cave in; T.: çökmek) ҡ.
Уйылып аҫҡа төшөү (ергә ҡарата).
□ Провалиться, обваливаться. // Обвал. Ер убылған. Йылға яры убылған. М [Алпамыша] янтайғанда, таллыҡты иҙеп һалған, атлағанда, ер убылып иңрәп ҡалған. «Алпамыша». Ҡапыл малайҙарҙың аҫтындағы ер убыла башланы. Н. Ғәйетбаев. Атлаған һайын аяҡ аҫты убылырға тороуын, һәр ҡыуаҡ, һәр уба артында үлем хәүефе һағалауын тойһон был юлбаҫар. Ә. Хәкимов.
УБЫР (Р: упырь; И.: vampire; T.: cadı) и.
1. миф. Төрлөсә сихырлай, бөтә нәмәне йота торған ҡурҡыныс яуыз мифик зат; мәскәй. □ Упырь, вампир, оборотень. Убыр баҫтырыу. М Убыр эҫенән ҡапыл шартлай, ялпылдап янған киҫәктәре тирә-яҡҡа сәсрәп оса. Б. Рафиҡов. Ҡара урманды үткәндә, пәрей, убыр, дейеүҙәр, төрлө ҡурҡыныс уҫал йәнлектәр сығып, быны [Хөсәйенде[ҡурҡытмаҡсы булғандар. Әкиәттән.
2. күсм. Туймаҫ тамаҡ, күп ашаусы (кеше, хайуан, ҡош-ҡортҡа ҡарата); мәскәй. □ Обжора, прорва. Был убырға ашарға еткереп булмаҫ ул! ■ [Майтап:] Шул етем сабыйҙар ризығын ашай бит ул убыр [көтөүсе]. М. Кәрим. Еңгәкәй, һалма бешерҙең, бешерҙең дә тыҡтырҙың. Был убыр ҡасан китә, тип, һыҡтап та илап ултырҙың. Йырҙан. • Убырҙың үҙе туйһа ла, күҙе туймай. Мәҡәл.
♦ Ҡарт убыр әрләгәндә әйтелә. П соотв. Старый хрыч. ■ [Туҡтамыш:] Имәнесте баш
күрһәң, үҙ башыңа, ҡарт убыр, һыу йоҡмаҫ ҡыу баш убыр! «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Төн убыры төнө менән йөрөп, маҙа килтергән кешегә әрләп әйтелә. □ Ночной бес (о человеке, не спящем ночью). ■ Гнат Люценконың, тон убыры кеүек, шулай һуңлап килеүе ғәжәпләндермәне Оксананы. Ә. Байрамов. Уларҙың [тракторҙарҙың] шулай төн убырҙары кеүек төндә лә ер аҡтарыуҙары Тарифтың үткәнде уйлаған күңелен алғы өмөттәргә күсерҙеләр. А. Таһиров. Убыр күҙе ҡағылыу ҡар. убыр күңеле төшөү. Убыр күңеле төшөү миф. убыр тейеүҙән ауырыу. □ Заболеть из-за воздействия нечистой силы. ■ Убыр күңеле төшкән баланың күлдәген һыуҙа сайҡап кейҙерергә кәрәк. Экспедиция материалдарынан. Убыр ҡәбере миф. убыр ерләнгән ер. □ Могила вампира. ■ Убыр йыш күренә башлаһа, убыр ҡәберенә имән сөй ҡаҡҡандар. Ф. Хисамитдинова. Убыр тарыған күп ашаусан. □ Обжора.
УБЫР АУЫРЫ (Р.: необъяснимо тяжёлое, болезненное состояние; И.: mythic malady; T.: ağrı) и. миф.
Ауыр сырхаулау хәле. □ Необъяснимо тяжёлое, болезненное состояние. ■ Убыр ауыры төшкән. «Башҡорт мифологияһы»-нан.
УБЫР ЗИХМӘТЕ и. миф. ҡар. убыр ауыры. Убыр зихмәте тейеү.
УБЫР КҮҘ (Р.: первая длинная петля нитки основы; И.: the first long loop in a warp; T.: ilk çözgü) и. туҡ.
Шөйтөләнгән буйлыҡтың остағы оҙон күҙе. □ Первая длинная петля нитки основы. Убыр күҙен бәйләү. Убыр күҙен һүтеү. Убыр күҙе киткән.
УБЫР ҠАРСЫҠ (ҡарсығы) и. миф. ҡар. убырлы ҡарсыҡ. ■ Йәһәннәмдән сыҡҡан убыр ҡарсыҡ, ерҙе йотам, тиеп елкенә. Ш. Бабич. [Малай:] Төнгө өрәктәргә лә, өй эйәләренә лә, хатта урмандағы убыр ҡарсыҡтарға ла ышанмайым. Ә. Бикчәнтәев. Убыр ҡарсыҡ ҡыҙарып-бүртенеп бүкәндә ултыра, ти. Әкиәттән.
УБЫР ҠАТЫН и. миф. ҡар. убырлы ҡарсыҡ. Баланы убыр ҡатын менән ҡурҡытыу. Убыр ҡатын булып кейенеү.
59