УБЫР ҠӘЙНӘ
УБЫР ҠӘЙНӘ и. миф. ҡар. убырлы ҡарсыҡ.
УБЫРЛЫҠ (убырлығы) (Р.: прожорливость, обжорство; И.: gluttony; T.: oburluk) и.
Туймаҫ тамаҡ булыу, ҡомағайлыҡ. □ Прожорливость, обжорство. Убырлығына аптырау. Убырлыҡтан йонсоу.
УБЫРЛЫ ҠАРСЫҠ (ҡарсығы) (Р.: ведьма; И.: witch; Baba-Yaga; soceress; T: cadı) и.
1. миф. Әкиәттәрҙә тасуирлана торған сихырсы, ҡот осҡос йәмһеҙ ҡарсыҡ заты. □ Ведьма, баба-яга, колдунья. К [Кыҙ] ҡыуыштың ауыҙын асып инһә, убырлы ҡарсыҡ ултыра. Әкиәттән. Егеттәр һунарға китеү менән, өйгә бер убырлы ҡарсыҡ килә. Әкиәттән.
2. күсм. Йәмһеҙ һәм уҫал ҡарсыҡтарға ҡарата әйтелә. □ Ведьма, баба-яга. ■ [Ғилми:] һин бында нимә һөйләп ултыраһың, убырлы ҡарсыҡ, бар, сыҡ! М. Ғафури. [Вася:] Бына ошо ҡәһәр һуҡҡан убырлы ҡарсыҡ өс ай буйына көн курһәтмәне миңә. X. Мохтар.
УБЫР САРЛАҠ (сарлағы) (Р: чайка; И.: gull; T: martı) и. диал. ҡар. аҡсарлаҡ.
Уртаса ҙурлыҡтағы, оҙон суҡышлы, ҡыйғас ҡанатлы, балыҡ менән туҡланған һыу ҡошо. □ Чайка (лат. Larus ridibundus). Убыр сарлаҡ һыу буйҙарында йәшәй. Убыр сарлаҡ ояһы. Убыр сарлаҡ йомортҡаһы.
УБЫР САРПЫУЫ (Р: болезни от воздействия духа упыря; И.: ailment because of witchcraft; T: büyüden oluşan hastalıklar) и. миф.
Убыр ҡағылыуҙан барлыҡҡа килгән ауырыуҙар. □ Болезни от воздействия духа упыря. М Бәуел тотмау ҙы у быр сарпыуынан, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
УБЫР СИХЫРЫ и. миф. ҡар. убыр сарпыуы. Убыр сихыры тейеу. Убыр сихырынан һаҡланыу. Убыр сихыры тейеп ауырыу.
УБЫР ТАЯҒЫ и. диал. ҡар. шайтан таяғы. Убыр таяғы баҫҡан. Убыр таяғы тамыры.
УБЫР ТҮҢӘРӘГЕ (Р: ведьмины кольца; И.: fairy’s ring; T: mantarlar oluşturan halka) и.
Бәшмәктәрҙең ерҙә түңәрәк яһап үҫеү формаһы. □ Ведьмины кольца. Урманда убыр туңәрәгенә тап булыу. Баллы бәшмәктәрҙән убыр туңәрәге.
УБЫР УТЫ (Р: блуждающий огонь; И.: will-o’-the-wisp; T.: bataklık yakamozu) и.
1. Төнөн яҡтырып күренгән фосфор газы. □ Блуждающий огонь. М Тауҙар араһында тилергән йәшендәр убыр уты кеуек йымылдап уҙҙы. Ә. Бикчәнтәев.
2. миф. Төндә осоп йөрөүсе убыр, мифик персонаж. □ Ведьма. ■ Эпоста һайыҫҡанды убыр утына әйләнеүсе .. ҡөҙрәтле ҡош рәүешендә алға баҫтырыу башҡорттарҙың бик боронғо ҡараштарын, тылсым эйәләренә ышаныуҙарын сағылдыра. Н. Зарипов.
УБЫР ӘБЕЙЕ и. миф. ҡар. убырлы ҡарсыҡ. ■ Убыр әбейе, убырлы ҡарсыҡ, мәскәй кеүек йән эйәләре, — нигеҙҙә, әкиәттәргә хас традицион персонаждар. Ф. Нәҙершина. Ен-пәрейҙәр, өрәктәр, убыр әбейҙәре тураһында һөйләшә торған мәл етте. Б. Рафиҡов. Тешен ыржайтып, бер убыр әбейе ултыра, ти. Әкиәттән.
УБЫТ и. диал. ҡар. туғын. Тәгәрмәс убыты. Убыт ағасы. Убыт бөгөү.
УБЫУ (уп-) (Р.: засасывать; И.: engulf; Т: yer yarılıp çökmek) ҡ.
1. һурып, эскә тартыу. □ Засасывать, затягивать. // Засасывание, затягивание. Һаҙлыҡ малды упҡан. ■ Баҫыу юлдары ҡамыр һымаҡ тәгәрмәстәргә йәбешә, аяҡтарҙы уба. Д. Исламов. [Мәскәй — Ҡуҙыйкүрпәскә:]Артыңа ҡарама, хәҙер үк үҙеңде упҡын убып алыр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Яйыҡ-ир] утлы дауыл ҡупҡанын, ерҙең ниҙер упҡанын — мәхшәргә ҡарап-ҡарап торҙо ла шаҡ ҡатты, ти. «Иҙел менән Яйыҡ». Тирә-яғы һелкенеп, [баҡалары эркелеп], убып торған һаҙлыҡҡа Ғәнәкә барып ятты, ти. Ҡобайырҙан.
2. Һурылып батыу йәки йәбешеү. □ Тонуть, утопать, вязнуть. Аяҡтар менән батҡаҡҡа убыу. Ҡарға убыу. ■ Мөбәрәк байтаҡ ваҡыт, ҡалтағайы ергә упҡандай, иҫәүәнләнеп ҡыбырламай торҙо. Н. Мусин. Һуңғы ваҡытта көндәр боҙолобораҡ торғанлыҡ
60