Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 61


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УГЛЕВОДОРОД
тан, ул [юл] әле уғата бысрап, ҡуйыртмаҡ-ланып киткән, һыйырҙарҙың аяғы баҫҡан һайын шап та шоп уба. Н. Мусин.
3. Аҫтан йыуып, емереү; ашау. □ Размывать, подмывать. // Размывание, подмывание, подмыв. Ташҡын ярҙы упҡан.
4. кусм. Үҙеңдеке итеү, үҙләштереү; урлау.
□ Присваивать. М Их, яуыз бай... Көсөбөҙҙө беҙҙең уба бара, ә бер телем икмәк ҡыҙғана. Ғ. Хәйри.
5. кусм. Юҡҡа сығарыу, һәләк итеү; йотоу.
□ Поглощать; губить, загубить. М Нәфсе тигәне төпһөҙ һаҙлыҡ менән бер бит. Батыра, төпкә һөйрәй һәм упмайынса ҡуймай. Ғ. Хисамов.
♦ Ер упҡыры ҡарғағанда әйтелә. □ Чтоб земля проглотила! (зложелание). Ер упһын 1) ант иткәндә әйтелә. □ Пусть земля проглотит! (при клятвенном заверении в чём-л.).
■ [Хашим:] Алдашһам, торған ерҙә ер упһын, аяҙ көндө йәшен атһын! Т. Ғарипова. Алдашыуҙар бынан китеп, йәһәннәмдә аҙашҡан. Валлаһиҙыр-билләһиҙер, ерҙәр упһын, алдашһам! Ш. Бикҡол; 2) ҡарғағанда әйтелә.
□ Пусть земля проглотит! (зложелание).
■ [Баҙыян:] Бынау тамыры ҡороғоро Әпте-рәйгә нимә ҡалған инде?! Эсе ярылһын, ер упһын уҙен!.. Б. Бикбай.
УВЕРТЮРА [фр. ouverture < лат. ouvrir ‘асыу’] (Р: увертюра; И.: overture; T.: uvertür) и. муз.
1. Опера, балет, кинофильмдың һ.б. музыкаль әҫәрҙең инеш өлөшө. □ Увертюра. Операның увертюраһы. Билдәле фильм увертюраһы. ■ Музыкаль әҫәрҙең авторы увертюрала билдәле бер моңдо алдан һиҙҙергәне шикелле, [яҙыусы] уҡыусыны айырым бер тойғо-кисерешкә әҙерләй. С. Сафуанов.
2. Оркестр өсөн соната төрөндә яҙылған әҫәр. □ Увертюра. Тантаналы увертюра. Концерт увертюраһы. Увертюра башҡарыу.
■ Бер аҙ тынлыҡтан һуң, радионан Бет-ховендың «Эгмонт» увертюраһы яңғыраны. А. Абдуллин.
УВОЛЬНЕНИЕ [рус.] (Р: увольнение; И.: leave; T.: izin) и. хәрби.
Ваҡытлыса хәрби хеҙмәт урынын ҡалдырыу хоҡуғы. □ Увольнение. Я Курсанттар,
.. ял көндәрендә увольнение алып, ҡалаға сығып йөрөгәндәр. Ғ. Хөсәйенов.
УВОЛЬНИТЕЛЬНЫЙ [рус ] (Р.: увольнительная; И.: leave of absence; T.: izin kâğıdı) и. хәрби.
Ваҡытлыса хәрби хеҙмәт урынын ҡалдырыу хоҡуғы биргән ҡағыҙ. □ Увольнительная. Увольнительный алыу. Увольнительный биреу.
УВРАЖ [фр. oucrage ‘эш’] (P: увраж; И.: ouvrage; T.: eser) и.
Гравюраларҙан торған ҙур форматлы әҙәби баҫма. □ Увраж. Увраж һатып алыу. Увраж данаһы.
УВУЛЯР [лат. uvula ‘кесе тел’] (Р: увулярный; И.: uvular; T.: küçük dil ile ilgili) с. лингв.
Кесе тел һәм аңҡау ярҙамы менән әйтелә торған. □ Увулярный. Увуляр тартынҡылар. Увуляр ротацизм. Увуляр өндәрҙе өйрәнеу.
УГЛЕВОД [рус.] (Р: углевод; И.: carbohydrate; T.: karbonhidrat) и. биол., хим.
Тереклек өсөн кәрәк булған углерод, кислород һәм водород кеүек органик берләшмәләрҙең күп һандағы һәм киң таралған төркөмө. □ Углевод, углеводы. / Углеводный. Организмда углеводтар алмашыныуы. Аҙыҡтағы углеводтар. Ауыр уҙләштере-леусе углеводтар. ■ [Кара көртмәле] составында флавоноидтар, .. минераль тоҙҙар, углеводтар, С, В витаминдары һ. б. биологик актив матдәләр бар. В. Ғүмәров. Шәкәр диабеты .. — инсулиндың бөтөнләй йәки тейешле куләмдә буленмәуенә һәм организмда углеводтың, майҙың, аҡһымдың уҙләш-терелеу эшмәкәрлегенең эштән сығыуына бәйле эндокрин системаһы сире. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010.
УГЛЕВОДОРОД [рус.] (Р: углеводород; И.: hydrocarbon; T: hidrokarbon) и. хим.
1. Углерод менән водородтың химик берләшмәһе. □ Углеводород. Углеводородтың формулаһы.
2. Углерод менән водородтан торған органик берләшмәләр төркөмө. □ Углеводороды. / Углеводородный. Асыҡ сынйырлы углеводородтар. V Углеводород сеймалын табыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ
61