Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 613


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУЛҒА
шәмгә ут ҡабыҙҙы. Р. Низамов. • Һуҡыр шәм яҡтыртып эҙләһәң дә, таба алмайһың. Әйтем.
ҺУҠЫР ЭСӘК (эсәге) (Р: слепая кишка; И.: blindgut; T.: körbağırsak) и. анат.
Ас (нәҙек) эсәккә үтеп инә торған эсәк, туҡ (йыуан) эсәктең тәүге өлөшө (кешенеке). □ Слепая кишка, цекум. һуҡыр эсәк ауыртыу. Һуҡыр эсәккә операция яһатыу, һуҡыр эсәккә аппендикс тоташҡан була. Һуҡыр эсәк ҡорһаҡтың уң яҡ өлөшөндә урынлашҡан. ■ Күпселек һуҡыр эсәк, бүҫер, геморрой менән ята икән. С. Агиш. Зиада Димская беҙгә перитонит менән, йәғни һуҡыр эсәге шартлап килеп эләкте. Д. Бүләков.
ҺУЛ (Р: левый; И.: left-hand; T.: sol) с.
1. Кәүҙәнең йөрәк яғындағы. □ Левый. Һул аяҡ. Һул куҙ. Һул ҡул. Һул ҡабырға, һул яҡ. ■ Һул ҡулы бинт менән сырмалған Саръян, окоптан урелеп, алғы һыҙыҡты бер ни тиклем ваҡыт күҙәтеп торҙо. Ә. Байрамов. [Аты - Биктимергә:] Һул ҡолағымдан инеп, уң ҡолағымдан сыҡ,- ти. Әкиәттән.
2. диал. Кейемдең тиҫкәре яғы. □ Изнанка. һул яғын әйләндереү. Һул яғын кейеп алған.
3. сәйәси. Сәйәси йәһәттән киҫкенерәк, алдынғыраҡ ҡарашлы, һул ағым. □ Левый (политическое течение), һул эсерҙар. Парламенттың һул фракцияһы. М Ста-линдың уҙенең Ырымбурға яуап телеграммаһы ине был: «Манатов һул фекерлеләр менән бергә Учредительное собраниены ташлап сыҡты», - тиелгәйне унда. Р. Байымов. Йыйылыш барған Ҡырым һарайын большевик делегаттары ташлап китте, унан Украин эсерҙары, һул эсерҙар, мосолман фракцияһы. Р. Байымов.
4. сәйәси. Революцион һүҙгә ышыҡланған оппортунистик ҡарашлы. □ Левые (политическое течение). Һул флангы. М Төркөстандың земстволары - Әлкә башҡарма комитеттары йыйыны ҙур тантана менән башланды. Бында ярлы-ялпы, һул фирҡә вәкилдәре юҡ тиерлек, милли вәкилдәр ҙә берәм-һәрәм. Р. Байымов.
5. миф. Кире мәғәнәгә эйә яҡ. □ Левый (имеет отрицательную семантику). ■ Һул куҙ тарта, хәйерлегә булһын, һул ҡолаҡ ҡысый, яманлап һөйләйҙәр. «Башҡорт мифологияһынан.
ҺУЛА (Р: рахит; И.: rickets; T.: raşitizm) и. мед.
Һөйәк һәм нервы системаһының үҫеше боҙолғандан барлыҡҡа килгән балалар ауырыуы; рахит. □ Рахит, һула ауырыулы бала. Һуланы дауалау, һулаға ҡаршы дауа.
ҺУЛАҠАЙ I (Р: левша; И.: left-handed person; T.: solak) и.
1. Һул ҡул менән эшләгән кеше. □ Левша. һулаҡай булыу. ■ Мәрәһим һулаҡай икән. Ул, бәләкәйерәк йәйә саҡлы урағы менән усмаларҙы умыра-умыра, тиҫкәре яҡҡа урып китте. М. Кәрим. [Цех начальнигы] һулаҡайҙыр, моғайын, һүҙен әйтеп бөтөрмәй, һул ҡулы менән ниҙер яҙа башлай. Ә. Бикчәнтәев. Һулаҡай һалма киҫә. Халыҡ ижадынан.
2. Һул яҡ. □ Левая сторона. Һулаҡайға боролоу. Һулаҡайҙан килеп сыҡты. ■ Көнгәк тауы ла, уның артындағы Аптыраҡ ауылы ла бөтөнләй һулаҡайҙа тороп ҡалды. Ғ. Ибраһимов. Ҡарлыман күперен сыҡҡас, Әхмәди һулаҡайға ҡайырылды. Ж. Кейекбаев.
%, миф. Һул ҡул менән эшләгән кеше, ҡәҙимгегә ҡаршы ҡуйылып, кире мәғәнәгә эйә. □ Левша (имеет отрицательную семантику). • Һулаҡайға һурпа юҡ. Әйтем.
ҺУЛАҠАЙ II (Р: леворукий; И.: lefthander; T.: solak) с.
1. Һул ҡул менән эшләгән. □ Леворукий. Һулаҡай кеше.
2. ҡар. һул. Һулаҡай ҡул менән күрешеү. Һулаҡай аяҡ. Һулаҡай ҡолаҡ. ■ Ташбулат ҡарт бәләкәй ҡыҙҙың һүҙҙе бүлеүенә көйөндө лә һулаҡай ҡулын ҡорт саҡҡандағы һымаҡ һелтәне. С. Агиш. Илле ике йәшлек Ҡорама һулаҡай аяғына һылтыҡлап атлай ине. С. Ильясов.
3. ҡар. һул 2. Кейемдең һулаҡай яғын әйләндереү.
ҺУЛАУ (һула-) (Р: дышать; И.: breathe; T.: solunmak) ҡ.
Үпкәгә һауа алып сығарыу; тын алыу □ Дышать, вдыхать. Еңел һулау. Тәрән һулау. Йыш-йыш һулау. Бөтә күкрәк менән һулау. Тыжылдап һуланы. Саф һауаны рәхәтләнеп һуланы. ■ Фәтихов, көтөлгән һорау булмағас, иркен һулап ҡуйҙы. И. Абдуллин.
ҺУЛҒА (Р: влево; И.: leftward; Т.: sola) р.
1. һул яҡҡа. □ Влево, налево, һулға боролоу. һулға китеү. Һулға барыу. ■ Нур арбаға
613