ҺУҠЫРАҠ
мәгәр атаһы бик йонсоған, Биктимер өсөн ҡайғырып, куҙҙәре һуҡырайған, ти. Әкиәттән.
ҺУҠЫРАҠ (Р.: подслеповатый; И.: weak-sighted; having poor eyesight; T.: yarı kör) c.
Күреү һәләте насар; күрер-күрмәҫ кеше. □ Подслеповатый, слабовидящий. Һуҡыраҡ кеше. Һуҡыраҡҡа әйләнеу. Ауырыуҙан һуң һуҡыраҡ булып ҡалды.
ҺУҠЫРАС с. ҡар. һуҡыраҡ. Һуҡырас куҙле булыу, һуҡырас бала. һуҡырас ҡарт. Һуҡырасҡа әйләнеу.
ҺУҠЫР КЕСЕРТКӘН и. бот. ҡар. һаңғырау кесерткән. Һуҡыр кесерткән тамыры. Һуҡыр кесерткән ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡарай, һуҡыр кесерткән төнәтмәһе, һуҡыр кесерткән йыйыу. Һуҡыр кесерткән киптереу. ■ Ул [Шәйхетдин] тик сейә япрағы, гөлйемеш тамыры, меңьяпраҡ, еләк, бөрлөгән һабағы, һуҡыр кесерткән, мышар, балан, һары һәм көрән мәтрушкә һабаҡтары ҡайнатмаһын эсә. С. Ильясов.
ҺУҠЫР ЛАМПА и. диал. ҡар. һуҡыр шәм. Һуҡыр лампа яҡтыртыу. Һуҡыр лампа менән донъя көтөу. М Мин [Емеш] тыуғас та, яҡты донъяны курергә ашҡынып, һаҡлыҡ менән генә башты борғолап, .. мейес соҡалтаһында бызылдаған һуҡыр лампанан башҡа нәмә куренмәгәс,.. илап ебәргәнмен, имеш. 3. Биишева. Бина эсендә берҙән-бер һуҡыр лампа быҫҡып ултыра. Ш. Бикҡол.
ҺУҠЫР СЕБЕН (Р: мошка; И.: midge; Т.: böcek) и. зоол. ҡар. ләпәк.
Ваҡ ҡына себен. □ Мошка, мошкара (лат. Simuliidae). Һуҡыр себен талай. Малды һуҡыр себен йонсота. Һуҡыр себендән һаҡланыу өсөн төтөн һалыу. ■ Машиналар һуҡыр себен кеуек: батҡаҡҡа киләләр ҙә баталар. Р. Камал. Волком милиционеры, башына һуҡыр себен-дәй ябырылған уйҙарын ҡыуалап, атын ашыҡтырҙы. Р. Камал.
ҺУҠЫР СЫСҠАН (Р: крот; И.: mole; Т.: köstebek) и.
Ер аҫтынан юл йырып йөрөй торған осло моронло, ҡыҫҡа тарбаҡ аяҡлы хайуан; төрткө, табан сысҡан. □ Крот (лат. Talpa), һуҡыр сысҡан тиреһе, һуҡыр сысҡанға тоҙаҡ һалыу, һуҡыр сысҡан аулау, һуҡыр сысҡан тутәлде йырып сыҡҡан. М [Закир:] Ниңә шәм
яндырмайһығыҙ? һуҡыр сысҡан кеуек ҡараңғыла ултыраһығыҙ. 3. Биишева. [Нәфисә -председателгә:] Көнө буйы, һуҡыр сысҡан һымаҡ, шул китап кәштәләре араһында йөрө лә йөрө, имеш. Д. Бүләков. Ауырыуҙың хәлен белеу өсөн ингән-сыҡҡан курше ҡатындары .. маңлайына һуҡыр сысҡан тиреһен ябырға .. кәңәш бирҙеләр. Ж. Кейекбаев.
ҺУҠЫР ТЕГӘНӘК (тегәнәге) и. диал. ҡар. һырмалсыҡ. һуҡыр тегәнәк йәбешкән. Һуҡыр тегәнәк япрағы. Һуҡыр тегәнәк тамыры.
ҺУҠЫР ТӘКӘ и. этн. диал. ҡар. һәпәләк. Һуҡыр тәкә уйыны. ■ Ҡыш көнө курше-куләндәге бала-саға уларға [Йосоповтарға] йыйыла. Куҙ бәйләш, йәки икенсе төрлө итеп әйткәндә, «Һуҡыр тәкә» уйыны уйнайҙар. М. Ғиләжев. «Һуҡыр тәкә» уйнай башланыҡ. Башта Рафиҡ «һуҡыр тәкә» булды, мин әленән-әле куҙенә бәйләнгән яулыҡты тикшереп торам. Р. Камал.
ҺУҠЫР ҺУҠТЫ (Р: молодёжная игра; И.: kind of youth game; T.: gençler oyunu) и. этн.
Йәштәр уйыны (ҡыҙҙар менән егеттәр ҡара-ҡаршы теҙелеп тора; уртаға бер егет менән бер ҡыҙ сыға; уларҙың куҙен бәйләйҙәр; ҡалған ҡыҙҙар менән егеттәр ҡул тотошоп, йырлап әйләнә, йыр бөткәс, тағы ҡара-ҡаршы теҙелеп тора; урталағы ҡыҙ теҙелеп торған егеттәрҙең береһенә, ә егет ҡыҙҙарҙың береһенә һуғырға тейеш була; дөрөҫ һуға алһалар -һуғылған кешеләр, һуға алмаһалар - уҙҙәре уртала була; уйын яңынан башлана); «Кем һуҡты?» □ Молодёжная игра. букв. «Кто ударил?». «Һуҡыр һуҡты» уйыны уйнау, «һуҡыр һуҡты» уйынында ҡатнашыу. «Һуҡыр һуҡты» уйынының ҡағиҙәһе.
ҺУҠЫР ШӘМ (Р: лампа керосиновая без пузыря; И.: kerosene lamp without blowhole; T.: kandil) и.
Ҡыуыҡһыҙ кәрәсин шәме; быҫҡый, йылтын шәм. □ Лампа керосиновая без пузыря, коптилка. Һуҡыр шәм яҡтыһы. Һуҡыр шәм яндырыу. ■ һуҡыр шәм, бына һунәм, бына һунәм тигәндәй, пылт-пылт килә башланы. Ғ. Лоҡманов. Мейес буйында һуҡыр шәм яна, уның яҡтыһы уҙ янынан уҙмай. А. Мағазов. Бибиямал йәлп итеп урынынан торҙо, һуҡыр
612