Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 611


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҠЫРАЙЫУ
һуҡтаһы. Еләкте һуҡтаһы менән йыйыу. Ҡыуарған һуҡталар.
4. Ҡош-ҡорттоң яңы сығып килгән һәм йолҡҡандан һуң тороп ҡалған ҡара-күкһел ҡауырһын төбө. □ Молодые перья (у птенцов). Ҡаҙ бәпкәләренең һуҡтаһы, һуҡтаһы ҡалҡыу. Һуҡталары ҡалҡҡан көҙгө себештәр. Ҡаҙҙың йөнөн йолҡоп алғас, тәнендә ҡара-ғороһо ҡала, уны һуҡта тиҙәр. Ябыҡ өйрәк-тә һуҡта була.
5. диал. Сәс төбө. □ Корни волос, һуҡтаһы ҡыуаҡланып тора. һуҡтаһы оҙонораҡ ҡалған.
ҺУҠТАЛЫ (Р.: имеющий кисть; И.: having bunches; T.: salkımlı) с.
1. һуҡтаһы менән бергә өҙөп йыйылған. □ Имеющий кисть, һуҡталы балан, һуҡталы муйыл, һуҡталы ҡарағат.
2. һуҡтаһы (4) булған. □ Имеющий молодые перья (у птиц), һуҡталы өйрәк. Ҡаҙ ныҡ һуҡталы булды.
ҺУҠТЫБАЙ (Р: пьяница; И.: sot; Т.: ayyaş) и. диал.
Иҫерткес эсемлектәр менән мауығыусы; эскесе. □ Пьяница, һуҡтыбай булып алған.
ҺУҠТЫБАЙЛАНЫУ (һуҡтыбайлан-) (Р: выпивать; И.: drink, booth; T.: içmek) ҡ. диал.
Иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу; эсеү. □ Выпивать, һуҡтыбайланып йөрөй. Һуҡты-байланып ала. һуҡтыбайланырға ярата.
ҺУҠТЫРЫУ (һуҡтыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һуғыу, понуд. от һуғыу. Барабанды һуҡтырыу. Бура һуҡтырыу. Иген һуҡтырыу. Ҡул менән һуҡтырыу, һуҡтырып язалау. Тау аша һуҡтырыу. ■ Йософ иген уңған ете йыл буйы дәүләт келәттәренә бик куп итеп йыйҙыра, ашлыҡты кәбәндәрҙә башаҡлата һуҡтырмай ҡалдырта. «Йософ ҡиссаһы». Күркәм .. алмас ҡылыс һуҡтырып, көмөштән ҡынын нағышлап, Ҡоблан батырға тоттора. «Ҡоблан батыр».
2. күсм. һүҙҙе нимәгәлер йүнәлтеү, нимәгәлер төбәү; төрттөрөү. □ Намекать. ■ Алпаров күберәк өгөтләргә, кешенең намыҫына һуҡтырырға ярата. Яр. Вәлиев. Беҙҙең халыҡ бит ул шулай тура бәреп түгел, алыҫтан, уратып килтереп һуҡтырырға ярата. 3. Биишева.
3. күсм. Юл йөрөштө ҡайҙалыр йүнәлтеү.
□ Направляться. Тау аша һуҡтырыу. Турыға һуҡтырыу.
ҺУҠЫР (Р: слепой; И.: blind; T.: kör) с.
1. Күреү һәләтенән мәхрүм; күрмәҫ. □ Слепой, һуҡыр кеше. Һуҡыр күҙ. Дөм һуҡыр. Тома һуҡыр. Һуҡыр булыу. < һуҡыр, һаңғырау әҙәм - ярты, юҡ, сирек кеше. И. Абдуллин. Һуҡыр Сапыйҙың килене балаға ауырый икән. 3. Биишева. • Һуҡырға көн дә бер, төн дә бер. Мәҡәл. Һуҡырҙың теләгәне - ике күҙ. Мәҡәл. Һуҡыр тауыҡҡа бары ла тары. Әйтем. Илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға икән. Әйтем. Һуҡыр тотһа, ныҡ тотор, сулаҡ һуҡһа, ныҡ һуғыр. Әйтем.
2. күсм. Тормошта күп нәмәне аңлай белмәгән; томана. □ Несведущий, бестолковый. Был мәсьәләлә тома һуҡыр. Сәйәсәт әлкәһендә тома һуҡыр әҙәм. Уҡыу-яҙыу танымаған тома һуҡыр.
♦ Күҙле һуҡыр күренеп торған нәмәне күрмәй эҙләгән кешегә әйтәләр. □ досл. Зрячий слепец. ■ Заманы шундай. Уҡымаған кеше - күҙле һуҡыр ул, тома һуҡыр. Яр. Вәлиев. Күрә һуҡыр күрәғарау. □ Близорукий. һуҡыр <бер> тин <тормай> хаҡы, баһаһы бик түбән. □ соотв. Ломаного гроша не стоит. ■ [Остапчук:] Айыу кеүек таҙа һигеҙ ир шул ҡыҙ баланы ла осора алмаһаҡ, бешәбеҙҙең баһаһы һуҡыр бер тин тормаясаҡ. Д. Исламов.
ҺУҠЫРАЙТЫУ (һуҡырайт-) (Р: лишать зрения; И.: blind; T: körleştirmek) ҡ.
Һуҡырға әйләндереү, һуҡыр итеү. □ Лишать зрения, ослеплять. Уң күҙҙе һуҡырайтыу. Кешене һуҡырайтыу. Ҡараңғыла уҡыу һуҡырайта. ■ Атай кешене байтаҡ ваҡыт зиндан соҡоронда тотоп һуҡырайтҡандар. Б. Рафиҡов.
ҺУҠЫРАЙЫУ (һуҡырай-, һуҡырая) (Р: слепнуть; И.: grow blind; T: kör olmak) ҡ.
Һуҡырға әйләнеү, һуҡыр булыу. □ Слепнуть, становиться слепым, терять зрение. Һуҡырайып ҡалыу. ■ Бынан күп йылдар элек яу ҡырында күҙе һуҡырайып ҡайтҡан Уғатар ағайҙы ауылдаштары ихлас йәлләйҙәр. Р. Байбулатов. Нурулланың әсәһе илай-илай һуҡырайып ҡалды. X. Зарипов. Иллә-
611