Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 610


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҠМА
ҡылыстар урыҫ, Византия ғәскәрҙәрендә лә булған. С. Ильясов.
ҺУҠМА II с. диал. ҡар. һуғылған. Һуҡма балаҫ. Һуҡма таҫтамал. Һуҡма шәлдәр һатыу, һуҡма ашъяулыҡ.
ҺУҠМА III (Р.: палас; И.: rug carpet; T.: paspas) и.
Сепрәк балаҫ. □ Палас (тряпичный самотканый половик). Буй һуҡма. Биҙәкле һуҡма. Һуҡма һуғыу. Һикегә асыҡ төҫлө һуҡма йәйелгән.
ҺУҠМАҠ (һуҡмағы) (Р: тропинка; И.: path; T.: patika) и.
1. Йәйәүле кеше йәки мал йөрөй торған тар юл. □ Тропинка. Тар һуҡмаҡ. Берләм һуҡмаҡ. Һуҡмаҡ һалыу, һуҡмаҡҡа төшөрөп ебәреу. Дөрөҫ һуҡмаҡ менән барыу, һуҡмаҡты улән баҫҡан. М Ҡыҙҙар йәһәт кенә кейенделәр ҙә тар ғына һуҡмаҡ буйлап ауылға ҡарай йунәлделәр. Р. Байбулатов. Егет һуҡмаҡтың береһендә уҙе торҙо, ти, ә икенсеһендә ҡулында ҡамсыһы ғына булған малайҙы ҡуйҙы,, ти. «Аҡһаҡ ҡола».
2. кусм. һөйл. Тормоштағы йүнәлеш. □ Направление (жизненное). Үҙ һуҡмағыңды ярыу. һуҡмағыңдан тайпылма. ■ Һикәлтәле тормош һуҡмаҡтары, ауыр яҙмышлы етәкселәр, мәкерле дуҫтар тураһында ине был йыр. Н. Алсынбаев. Әйтсе, Бурыл, ә һуң йәшәр өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар? Ғ. Сәләм.
ҺУҠМАЛАУ (һуҡмала-) ҡ. диал. ҡар. һуҡҡылау, һуҡмалап алыу. Һуҡмалап сығыу, һуҡмалай башлау. Аяуһыҙ һуҡмалау. Кургеһеҙ итеп һуҡмалап бөткән.
ҺУҠМАЛЫ АТ (Р: ленивая лошадь; И.: lazy horse; T: tembel at) u.
Һуҡҡанға йөрөгән ялҡау ат. □ Ленивая лошадь. Һуҡмалы ат егеу. Һуҡмалы ат менән йөк ташыу, һуҡмалы ат аҫрау.
ҺУҠМА ЮЛ (Р: старая тропинка; И.: olden path; T: eski patika) и.
Үлән баҫҡан иҫке юл. □ Старая тропинка. Урман аша һуҡма юл утә. һуҡма юл аҡланға алып сыҡты, һуҡма юл менән барыу.
ҺУҠМЫШ (Р: подвыпивший; И.: tipsy; T: sarhoş) с. һөйл.
Аҙыраҡ эсеп алған. □ Подвыпивший, поддатый. Һуҡмыш егет. һуҡмыш хәлендә куреу. Һуҡмыш ир-ат ҡыҙыу бәхәскә кусте.
ҺУҠРАНДЫРЫУ (һуҡрандыр-) к. йөкм. ҡар. һуҡраныу, понуд. от һуҡраныу. Кешене һуҡрандырыу. Бушҡа һуҡрандырыу. ■ Гузәлиәгә, шофёрҙы һуҡрандырып булһа ла, кире боролорға тура килде. Г. Ғиззәтуллина.
ҺУҠРАНЫУ (һуҡран-) (Р: роптать; И.: grumble; T: homurdanmak) ҡ.
1. Ризаһыҙлыҡ менән һөйләнеү; зарланыу.
□ Роптать, сетовать, жаловаться на кого-то, что-то. // Роптание, ропот, сетование, һуҡранып йөрөу. Картлыҡҡа һуҡраныу. Тормошҡа һуҡраныу. ■ Куңел асыу айҙан артһа, аҡһаҡалдар һуҡрана, ел ҡыуып йөрөугә һанай башлай. Р. Низамов. [Гаңдыса:] Куңыр буғам, һәу-һәу-һәу, һәукәшкәйем, һәу-һәу-һәу! һуҡрандым урынһыҙға, йәш туктем юлығыҙға, һығынып-һыҡтап һораным, әллә ниҙәр юраным. «Ҡуңыр буға».
2. Ризаһыҙлыҡты белдереп әйтеү, һөйләнеү; әрләшеү. □ Ругаться, ругать, бранить. // Ругань, брань. Карсыҡ һуҡрана. Курше һуҡрана. ■ Әлфиә, туң ерҙә ҡырын ятып, эсенән генә немецтарға ла, уҙебеҙҙекеләргә лә һуҡранды. И. Абдуллин. Емеш эстән генә тағы һуҡранды. 3. Биишева. Әсәһе таҙ малайҙың һөйләгәндәренә бер ҙә ышанмаған, юҡты һөйләмә тип һуҡранып ҡуйған. Әкиәттән.
ҺУҠРАНЫШЫУ (һуҡраныш-) ҡ. урт. ҡар. һуҡраныу, взаимн. от һуҡраныу. Өйҙәгеләр бер аҙ һуҡранышып алды. Һуҡранышып торалар. Катындар әсе яҙмыштарына һуҡранышып ҡуйҙылар.
ҺУҠТА (Р: пустой колос; И.: effete ear; T.: boş başak) и.
1. диал. Ҡыҫыр башаҡ. □ Пустой колос. Иген уңманы, ҡоро һуҡта булған. Башаҡтар тос тугел, ҡоро һуҡта.
2. Емеш-еләктең, япраҡтың һабағы, каса япрағы. □ Чашелистник. Еләкте һуҡтаһы менән ҡайнатыу. ■ Куйы, бөҙрә, бай япраҡтар урынына, уларҙың [ағастарҙың] кипкән һуҡталары ғына ҡалып, тимгел-тимгел булып, тош-тош ерҙәренән ҡобарып торалар. Ғ. Дәүләтшин.
3. Бер һабаҡтағы суҡ сәскә, емеш; тәлгәш.
□ Кисть, соцветие, гроздь, стебель. Балан һуҡтаһы. Сирень сәскәһенең һуҡтаһы. Миләш
610