Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 609


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҠМА
зуемая на охоте или в бою). Һуҡҡы менән һуғышыу. Һуҡҡы менән ҡаршы тороу. Һуҡҡы менән буре һуғыу. ■ Алпар менән Аҡтуған да, һуҡҡыларын тотоп, һаҡлап йөрөйҙәр. Ғ. Ибраһимов. Һунарсы тиһәм, ҡулында һис бер һуҡҡы куренмәй; яусы тиһәм, manı ла юлдаштары куренмәй. «Мәргән менән Маянһылыу». Шул ваҡыт ҡырҡ һаҡсы һуҡҡы алып баяғы йыртҡыс менән һуғыш һалған. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. Ҡапҡандың ҡыҫа торған дуғаһы. □ Дужка капкана. Капкан һуҡҡыһы. Бесәй һуҡҡыға эләккән.
3. Оҙон һапҡа сылбыр менән тағылған элекке ашлыҡ һуғыу ҡоралы; шыбағас, сыбағас. □ Цепь. Ашлыҡты һуҡҡы менән һуғалар.
ҺУҠҠЫЛАУ (һуҡҡыла-) (Р.: побить; И.: give a beating; give beans; T.: hafifçe vurmak) ҡ.
Этеп, төртөп, еңелсә туҡмап алыу. □ Побить, поколотить (слегка), һуҡҡылап алыу. Ҡамсы менән һуҡҡылау. Бәргеләп еңелсә һуҡҡыланы. ■ Тимер юлсылар оҙон һаплы бәләкәй генә сукештәр менән вагон тәгәрмәстәренә һуҡҡылай башланы. Ғ. Аллаяров. Студент ғәҙәте буйынса етеҙ генә һикереп тороп, Кәбирҙе тартҡыларға, һуҡҡыларға тотондо [Кашапов]. Яр. Вәлиев. Сәйҙе-ямал ағас туҡмаҡ менән һуҡҡылай башланы. Я. Хамматов. [Кейәуе - әбейгә:] Төнө буйы тынғы булманы: утҡа тотоп ташланылар, иҙмәләй иҙҙеләр, сепрәккә һалдылар, ҡаҡҡыланылар, һуҡҡыланылар. Әкиәттән.
ҺУҠҠЫС (Р.: молотилка; И.: threshing machine; T.: harman makinesi) и.
1. Ашлыҡ һуға торған машина. □ Молотилка. Һуҡҡыста бойҙай көлтәләрен һуҡтырыу. Һуҡҡыс менән ашлыҡ һуғыу. ■ Ырҙындарҙа һуҡҡыс машиналар кәлтә бөркөп кукрәй, гөр килеп. Т. Йәнәби. Кургәҙмәнең бер өлөшөндә яңы һабандар, тимер тырмалар, урғыс һәм һуҡҡыс машиналар тора. Ә. Вәли. Бөтә йәмәғәткә урғыстар, һуҡҡыстар алырға тип көҙ көнө ҡапҡа башынан аҡса йыйғайнылар. М. Кәрим.
2. Ашлыҡ һуға торған машинаның башаҡтан игенде тирә торған өлөшө (йәки һуҡҡыс барабан). □ Барабан молотилки. Комбайндың
һуҡҡысы. ■ Ырҙын табағына килеп туҡтаған хужа иген һуҡҡысы барабанында көлтәнең бауын ҡырҡып торған Абдрахман эргәһенә килде. Р. Өмөтбаев. Беләктәренә киндер еңсә кейеп, терһәктәренән быуып бәйләгән барабансы көлтәләрҙе тартып, һуҡҡыс ауыҙына килтерә. И. Ғиззәтуллин.
3. Һуғыу көсөнөң тәьҫирен бирә торған элемент. □ Боёк (ружья). Мылтыҡ һуҡҡысы. Һуҡҡыс көсө. ■ Ташыусылар минаға зарядты кәрәк булғанса кейҙереп, уны ҡороусыға бирә торалар, икенсе номер уны кәбәккә һала бара, һуҡҡысҡа (боёкка) тейеу менән ул атылып китә лә дошман янына барып ярыла. С. Поварисов.
ҺУҠЛЫҒЫУ (һуҡлыҡ-) (Р: биться; И.: pulsate; T.: çarpmak) ҡ.
1. Хәрәкәт ыңғайында килеп һуғылыу, ҡаҡлығыу. □ Биться (о волнах, течении). Ташҡа һуҡлығыу. Ярға һуҡлығыу. V Кар елдәре өйө-рөлөп һуҡлығалар туң ярға. X. Назаров.
2. диал. ҡар. һуғылыу. Кайтышлай һуҡлығып китеу. Барышлай һуҡлығыу. Юл ыңғайы һуҡлығып сығыу. ■ Мейеһенән «Әшрәф» тигән исем йәшен тиҙлегендә һуҡлығып утте. Д. Бүләков. Калын табанлы ирҙәр итеге менән таҡ-тоҡ баҫып, ағайымдан ҡалған ҡайыш йугәнде ҡулында шылтыратып, эшкә китте еңгәйем. Еңгәмдең был ҡылығын һис тә башыма һыйҙыра алмай, тулҡынланып, ишек алдында арлы-бирле һуҡлыҡтым. Ғ. Дәүләтшин.
ҺУҠЛЫҠТЫРЫУ (һуҡлыҡтыр-) (Р: забрасывать; И.: get to; T.: götürmek) ҡ.
1. Нимәгәлер алып барып юлыҡтырыу. □ Забрасывать, заводить. Яҙмыш ҡайҙа ғына һуҡлыҡтырмай. Юлдар мине һеҙгә лә һуҡлыҡтырҙы. il Юлдар уны [Сәғитовты] ҡайҙа ғына илтеп ташламаны ла, ҡайҙа ғына һуҡлыҡтырманы. Й. Солтанов.
2. Тирбәтеп бәреү, һуғыу һәм ҡаҡлыҡтырыу. □ Бить, прибивать. Ел кәмәне ярға һуҡлыҡтыра. Көслө тулҡын һалды ҡаяға һуҡлыҡтырҙы.
ҺУҠМА I (Р: чеканный; И.: hammered; Т.: meşkuk) с.
Һуғып, сүкеп яһалған. □ Чеканный, һуҡма ҡайсы. Һуҡма балдаҡ. Һуҡма беләҙек. Һуҡма тәңкәләр. ■ Кәкре тартма йәки һуҡма
609