Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 608


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҠА
ҺУҠА II (Р.: мотыга; И.: һое; T.: çapa) и. диал. ҡар. тәпке.
Арҡыры башлы кәрәк рәүешендәге ер йомшартҡыс ҡорал; кәтмән. □ Мотыга, тяпка, кетмень. Һуҡа менән утау. Бәләкәй һуҡа. Һапһыҙ һуҡа.
ҺУҠА БОТО (Р.: ручки плуга; И.: plough handle; T.: saban sapı) и.
Һуҡа тотҡаһы. □ Ручки плуга. Ағастан эшләнгән һуҡа бото. Көн дә һуҡа бото тотоп йөрөүгә ҡулға сейәл сыҡҡан.
ҺУҠА БЫСАҒЫ (Р: сошник; И.: sock; Т.: saban demiri) и.
Һуҡа төрәне. □ Сошник. Һуҡа бысағын үткерләү, һуҡа бысағын һындырыу. Ҡоростан ҡойолған һуҡа бысағы.
ҺУҠАЙЛАУ (һуҡайла-) ҡ. диал. ҡар. һылтыҡлау. Атлағанда еңелсә генә һуҡайлай. Һуҡайлап бара. Һуҡайлап йөрөй.
ҺУҠАЙЫУ (һуҡай-, һуҡая) (Р: торчать на виду; И.: stick up, be conspicuous; T.: dışarı fırlamış durmak) ҡ. диал. ҡар. һерәйеү.
Тирә-яҡтағы нәмәләрҙән айырылып күтәрелеү, суҡайыу. □ Торчать на виду, выступать на фоне чего, һуҡайып тороу, һуҡайып ултырыу. Һуҡайып сығыу.
ҺУҠА ҠЫРҒЫСЫ (Р: отвал; И.: dump; T: kulak) и.
Ер һөргәндә төрәнде тупраҡтан таҙартыу өсөн ҡулланылған ялпаҡ тимер башлы ҡырғыс; ҡарлау. □ Отвал, лопатка, лопаточка для очистки лемеха плуга, һуҡа ҡырғысы менән тиҙ-тиҙ ҡарлауҙы таҙартыу, һуҡа ҡырғысын юғалтыу. Һуҡа ҡырғысы йөрөтөү.
ҺУҠАЛАҠ (Р: не крытый; И.: roofless; Т: çatısız) с. диал. ҡар. туҡалаҡ.
Башы ябылмаған, ҡыйыҡһыҙ (өй, ҡура, хужалыҡ биналары). □ Не крытый, без крыши. һуҡалаҡ өйҙәр, һуҡалаҡ ҡура ҡаралтылары.
ҺУҠАЛАНЫУ (һуҡалап-) ҡ. төш. ҡар. һуҡалау I. страд, от һуҡалау I. һуҡаланған ер. Баҡса һуҡаланды. Баҫыу һуҡаланған.
ҺУҠАЛАУ I (һуҡала-) (Р.: пахать сохой;
И.: plow; T: sabanla sürmek) ҡ.
Һуҡа менән һөрөү. □ Пахать сохой. ■ Сафа ашығып.. һуҡаламаған ерҙең бер башына аттарын килтереп туҡтата. Әкиәттән.
ҺУҠАЛАУ II (һуҡала-) (Р: занимать; И.: amuse; T: eğlemek) ҡ.
1. Алдаштырыу, әүрәтеү. □ Занимать, развлекать кого-л. чем-л. Һуҡаларға ярата. Һуҡалап тороу.
2. диал. ҡар. һупалау 2. Русса һуҡалай башлаған. Саҡ-саҡ һуҡалау. Ары-бире һуҡалау. ■ [Проводник ағай:] Һинд телен, бенгаль телен беләм, инглизсә һуҡалайым. Ә. Бикчәнтәев. [Гәрәй:] Мин бит төрки таныйым, яҙыуҙы ла бер аҙ һуҡалайым. А. Таһиров.
ҺУҠАЛАШЫУ (һуҡалаш-) ҡ. урт. ҡар. һуҡалау I. взаимн. от һуҡалау I. Ер һуҡала-шыу. Һуҡалашырға ярҙам итеү. Һуҡалаша башлау.
ҺУҠАСЫ (Р: пахарь (на сохе); И.: ploughman; T.: rençper) и.
Һуҡа менән ер һөрөүсе; һуҡа һөрөүсе. □ Пахарь (на сохе). Н Һуҡасы Сафаға ер һуҡалау күңелле. Әкиәттән. Һуҡасылар ҙа баҫыуҙан ҡайта башланылар. А. Таһиров.
ҺУҠБАЙ (Р: бродяга; И.: tramp; Т: serseri) и.
Ил араһында йөрөгән йортһоҙ, малһыҙ кеше; берәҙәк. □ Бродяга. Һуҡбай булып йөрөү. Ауылдан ауылға йөрөүсе һуҡбай. Һуҡбайға иҫәпләү. М [Совет рәйесе - Поэзовскийға:] Урамдағы һәр һуҡбай өсөн яуап бирә алмайым, мин эт көтөүсеһе түгел! Й. Солтанов.
ҺУҠБАЙЛАНЫУ (һуҡбайлан-) (Р: бродяжничать; И.: tramp; T: serserilik etmek) ҡ.
һуҡбай рәүешендә булыу, һуҡбай булыу. □ Бродяжничать. Һуҡбайланып йөрөү, һуҡбайланып сығып киткән. Һуҡбайланып йөрөп ҡайтты.
ҺУҠ БАРМАҠ (бармағы) (Р: указательный палец; И.: index finger; T: işaret parmağı) и.
Баш бармаҡ менән урта бармаҡ араһындағы бармаҡ. □ Указательный палец. ■ Шымбай ҡарт кәкре һуҡ бармағын бөгөп ҡуйҙы.
3. Биишева. Хәйруллин мине бик йәтеш кенә итеп һуҡ бармағы менән саҡырып ала. С. Агиш. Ул [Ғәлиәхмәт] тантана менән әҙ генә тынып торҙо ла мәғәнәле итеп һуҡ бармағын өҫкә күтәрҙе. Р. Байымов.
ҺУҠҠЫ (Р: булава; И.: club; T: topuz) и.
l.map. Борон һунарҙа, яуҙа ҡулланылған суҡмар башлы таяҡ. □ Булава, бита (исполь-
608