Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 607


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҠА
һаҙлыҡтарынан тыш, һуйырташтар, һарыҡташтар тулып ята. М. Ғиләжев, һуйырташ тушәлгән киң, төҙ урамдан юрға аттарын бейетеп .. һылыу-һылыу бисәләр, .. мөһабәт ирҙәр .. уҙып китә. 3. Биишева. Сағыу нурҙары йылға төбөндәге эреле-ваҡлы һуйырташтарҙа уйнай. Н. Алсынбаев.
ҺУЙЫУ (һуй-, һуя) (Р.: резать и разделывать; И.: slaughter; T.: boğazlamak) ҡ.
1. Малды салып, тейешенсә эшкәртеү. □ Резать и разделывать. Кәзә һуйыу. Һыйыр һуйыу. Тауыҡ һуйыу. ■ Ғәлләм ағай ошо шатлыҡлы көндәрҙә һуйыр өсөн атап ҡуйған һимеҙ тыу һарыҡты һуйып ташланы. М. Ғафури. Ертыңлар батыр йылҡы өйөрөнән бер бейәне тотоп һуйған да ҡаҙан тултырып ит бешергән. Әкиәттән. • Бай тәкә һуйғанда, ярлы йукә һуйыр. Әйтем. Һигеҙ һарыҡ һуйма, һимеҙ һарыҡ һуй. Әйтем.
2. Ҡуптарып һыҙырыу; тунау (мал, йәнлектең тиреһен, ағастың ҡабығын һ. б.).
□ Сдирать (кожу, кору и т. п.). Йукә һуйыу. Тиреһен һуйып алыу. М [Олатаһы -малайҙарға:] Әҙәм балаһы тәу башта мал аҫрарға өйрәнгәнме, әллә иген игеп, йукә һуйырғамы? Й. Солтанов. Катын-ҡыҙ, хатта аяҡтан баҫҡан бала-сағаға тиклем имән, тал ҡайыры һуйырға йөрөй. Ж. Кейекбаев. • Аҡыллы тәкә һуйғанда, ахмаҡ йукә һуйыр. Әйтем.
3. Бысаҡ һ. б. менән яралап үлтереү. □ Зарезать (человека). Кеше һуйыу, һуйып китеу. һуйып сығыу.
4. кусм. Ҡаты итеп туҡмау. □ Дубасить. һуйып һалыу, һуйҙы ғына. Кайышлап һуйҙы. Һуйыл менән һуйҙы.
5. кусм. диал. Көслөк менән кеше мөлкәтен үҙләштереү, талау. □ Грабить. Ярлы-ябағаны һуйып йөрөй.
6. кусм. диал. Ныҡ әрләү. □ Сильно ругать. Председатель һуя ғына тегене. Эштән ҡасып йөрөуселәрҙе һуйҙы ғына. Һуйып һалып әйтте.
7. кусм. диал. Саманан тыш күп ашау.
□ Уплетать. Икмәкте һуя ғына. Итте һуя ғына. Кәнфитте һуя ғына.
♦ Бысаҡһыҙ һуйыу үтәү өсөн ауыр нәмә талап итеп, кешене бик ауыр хәлгә ҡалдырыу.
□ Поставить в тяжёлое положение, букв. Без ножа резать. ■ [Башинженер-Шәйхуллинға:] һин мине бысаҡһыҙ һуйырға йөрөмә әле. Т. Сәғитов. Мәкерле Нурали хан эстән барыбер элекке уй-ниәтендә ҡалды - бысаҡһыҙ һуйырға тейеш уҙенә ҡарыулашҡандарын. Ғ. Хөсәйенов. Таштан йүкә һуйыу <менән бер> 1) үтә лә ауыр эш башҡарыу. □ Трудное для выполнения дело. букв. С камня лыко драть. ■ Куй инде был алабута тигәндәре -таштан йукә һуйыу менән бер. Ғ. Мәсғүт; 2) юҡты бар итеү, йүнләү. □ Добыть невозможное; 3) һаран кешенән бер нәмә лә алып булмау. □ Употребляется по отношению к скупому, һуйған да ҡаплаған үтә ныҡ оҡшаған булыу. □ Очень похожий, соотв. Как две капли воды [похож].
ҺУЙЫШ (Р.: резня; И.: blood purge; T.: melhame) и.
Аяуһыҙ ҡан ҡойош, үлтереш. □ Резня, һуйыш башланды. Һуйыш сығыуға сәбәпсе. Һуйыш ойоштороу. ■ [Колой:] һуғышһыҙ булмай, һуғыш булғас, һуйыш та, сәнсеш тә, сабыш та була. С. Ильясов. Ошо Дөмәй ауылында ғына ла ҡан ҡойош, һуйыш, ултереш булды. С. Поварисов. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ултереш, һуйыш куп ерҙә мәрхәмәткә урын тар. Ғ. Хисамов.
ҺУЙЫШЫУ (һуйыш-) ҡ.
1. ypm. ҡар. һуйыу 1. взаимн. от һуйыу
1. Мал һуйышыу. Башмаҡ һуйышыу.
2. Үҙ-ара сәнсешеү. □ Устроить резню. Һуйышып бөтөу. ■ Шул тиклем ярһып һу-йышҡан Дәуләтбай ағай - офицерҙы уртаға ярып төшөргән. Ә. Вахитов.
ҺУҠА I (Р.: соха; И.: sokha; T.: saban) и.
Ер һөрә торған иң ябай ауыл хужалығы ҡоралы (ике тәртәле, тәгәрмәсһеҙ була).
□ Coxa. Ағас һуҡа. Һуҡа менән һөрөп сығыу. Ҡорос һуҡа. ■ Ҡолоҡас тәу башлап уҙенә иген сәсергә керешә, ағас һуҡаны тимер һабанға алмаштыра. Б. Бикбай. Беҙҙең яҡтарҙа борондан оҫта ҡуллы, эшкә уңған кешеләр йәшәгән. Ошо киң яландарҙы улар купселегендә ағас һуҡа менән һөргәндәр, ураҡ менән бер башағын да ҡалдырмай урғандар. Ә. Вәли.
♦ һуҡа баш япа-яңғыҙ, бөтөнләй яңғыҙ.
□ Одинокий. Туғандарым улеп бөтөп, һуҡа баш ултырам.
607