Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 606


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУЙҠАЙ
ҺУЙҠАЙ I с. диал. ҡар. һөҙәк. Һуйҡай урын. Һуйҡай ярлы йылға.
ҺУЙҠАЙ II и. диал. ҡар. уйһыулыҡ. һуйҡайға төшөу. һуйҡай уләне һутлы була. Мал һуйҡайҙа утлап йөрөй.
ҺУЙЛАҠТАЙ с. ҡар. һуйҙай. һуйлаҡтай булып ятыу. Һуйлаҡтай кәуҙәле. М [Фатима - Фәхригә:] Нәмә һуйлаҡтай булып һуҙылдың, кешегә ауырлығыңды һалма! Б. Бикбай.
ҺУЙЫЛ I (Р.: хлыст; И.: сапе; T: sırık) и.
Оҙон, һығылмалы таяҡ, сыбыҡ. □ Хлыст, прут. Имән һуйылы. Тал һуйылы, һуйыл, ҡылыс алышы. ■ Айҙарҙың башына кемдер һуйыл менән тондорҙо кеуек, уның куҙ алдары ҡараңғыланып китте. Р. Байбулатов. Һәр икебеҙ ҡулға оҙон һуйыл алып, буреләрҙе ҡубырғытырға йыйындыҡ. Й. Солтанов. • Һуҡмаҫ һуйыл кутәрер. Мәҡәл.
ҺУЙЫЛ II с. ҡар. һығылмалы, һуйыл сыбыҡ менән һуйыу, һуйыл сыбыҡ менән һуҡтырыу. Йәш һуйыл ботағын әрсеп алыу.
ҺУЙЫЛДАЙ (Р: долговязый; И.: heavyset; T.: sırık gibi) с.
1. Оҙон кәүҙәле, ҙур (балаларға ҡарата). □ Долговязый, крупного телосложения. Һуйылдай кәуҙәле булып уҫеу. Һуйылдай кәуҙәле булып киткән.
2. Килбәтһеҙ ҙур кәүҙәле һәм ялҡау (ризаһыҙлыҡты белдереп әйтелә). □ Дылда. һуйылдай кәуҙәһе менән һуйҙанлап тик йөрөй. Һуйылдай кәуҙәле ялҡау.
ҺУЙЫЛЛАУ (һуйылла-) (Р: бить палкой; И.: cane; T.: sopalamak) ҡ.
Һуйыл менән, таяҡ менән туҡмау. □ Бить палкой, дубинкой, хлыстом. Бик ҡаты һуйыллау, һуйыллап ташлаған, һуйыллай башлау. ■ Революция сыҡҡас, халыҡ теге әрәм тамаҡ заводчиктарҙы һуйыллап ҡыуған. Ж. Кейекбаев.
ҺУЙЫЛЛЫ (Р: с хлыстом; И.: having а сапе; T.: sopalı) с.
Һуйылы булған. □ С хлыстом, имеющий дубинку. ■ Корал-яраҡтары ла ярайһы: һәр береһе уҡлы-һаҙаҡлы, киҫтән йә һуйыллы. Ғ. Хөсәйенов.
ҺУЙЫЛЫУ I (һуйыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. һуйыу, страд, от һуйыу. Һуйылған мал. Бер-бер артлы һимеҙ-һимеҙ
бәрәндәр һуйылды. Ш Тәңре хаҡына, баҡшы хөрмәтенә ике-өс йәш йылҡы, унлап һарыҡ һуйылды. Ә. Хәкимов. Ҡалынға һуйыла торған тыу бейәләр, һыйырҙар, тәкәләр айырым ҡураға ябылалар. Д. Юлтый.
2. Ҡубып һыҙырылыу. □ Сдирать (кожу, кору и т. п.). Һуйылған ағас. Һуйылған йукә. Усының тиреһе һуйылып сыҡҡан. Йәнлек тиреһедөрөҫһуйылмаған. И Йортҡырындағы ҡарт ҡайындың шаҙра ҡабыҡтары һуйылған. Ғ. Хәйри, һыҙырылған тире, киҫкеләнгән ит киҫәктәре һуйылып ырғый. Ғ. Хөсәйенов. • Таштан йукә һуйылмай. Әйтем.
ҺУЙЫЛЫУ II (һуйыл ) (Р: износиться; И.: be used up; show wear; T.: eskimek) ҡ.
Туҙыу, бүҫелеү. □ Износиться. Кейемдәре һуйылып бөткән. Итәк остары һуйылып төшкән.
ҺУЙЫНДЫ (Р: дерево, очищенное от коры; И.: wood; T.: kabuğu soyulan ağaç) u.
1. Ҡабығы әрселгән ағас. □ Дерево, очищенное от коры. Һуйынды әҙерләу. һуйындыларҙы өйөп ҡуйыу. Бағаналыҡ һуйындылар әҙерләу.
2. Әрселгән ағастың ҡабығы. □ Кора очищенного дерева, бревна. Ағас һуйындыһы. Һуйынды әрсеу. Ҡырсылған һуйынды. ■ Шәйхи ҡарт теҙҙәренә тиклем төшөп торған оҙон киндер кулдәгенә йәбешкән ваҡ йукә һуйындыларын төшөргөләне. Ғ. Хәйри.
ҺУЙЫР (Р: глухарь; И.: great grouse; T: çalı horozu) и. зоол.
Ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған эре урман ҡошо. □ Глухарь. / Глухариный (лат. Tetrao urogallus). Һуйыр ите. Һуйырҙар уйнаған мәл. Буйҙаҡ һуйыр. Һуйыр эҙҙәре. ■ Әрәмәлек аръяғында һуйырҙар уйнаған, ҡорҙар кетерләгән тауыш ишетелде. Я. Хамматов. Тик тормаҫ сыйырсыҡтар ығы-зығы килә, һуйырҙар куренгеләй. Ә. Бикчәнтәев.
ҺУЙЫРТАШ (Р: булыжник; И.: cobblestone; T: kaldırım taşı) и.
Бик ҡаты шыма таш (юл тушәуҙә, төҙөлөштә һ. б. ҡулланыла). □ Булыжник. Юлға һуйырташ тушәу. Һуйырташ менән биҙәу. Йылға ярынан һуйырташ йыйыу. Ҡойма буйына һуйырташ йәйгәндәр. М Кулдәре,
606