Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 605


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУЙҘЫРЫУ
уткән ыңғай уҙгәрештәргә район ауылдарына оптик-сус элемтә линиялары һуҙыу һөҙөмтәһендә ирешелгән. «Йәшлек», 10 июль 2010.
7. Көйҙө, мондо оҙон итеп башҡарыу. □ Тянуть. Тауышты һуҙыу. Һуҙып тын алыу. Һуҙып әйтеу. һуҙып уҡыу. Һуҙып йырлау. ■ Сәлимә йырҙы әйтәһе урынға, оҙон һуҙып, моңайып йырлап ебәрҙе. 3. Биишева. Йырлайыҡ та, дуҫтар, һуҙып-һуҙып, бер йырламай куңел баҫылмай. Халыҡ йырынан. Андрей, һырмаһын аҫтына һалып, ҡырын ятты ла ниндәйҙер бер моңһоу көй һуҙҙы. Д. Исламов.
8. Оҙаҡ ваҡытҡа тартыу, дауам иттереү. □ Тянуть, затягивать, оттягивать. Оҙаҡҡа һуҙыу, һуҙҙе оҙонға һуҙыу. Эште һуҙыу. Ваҡытты һуҙыу. М [Бай:] Мулла ағай, һуҙма, никахты тиҙерәк уҡы. Әкиәттән. Фатима эште оҙаҡҡа һуҙырға яратмай. Ә. Бикчәнтәев. Ғәйнулла уҙенең ошо кереш һуҙен байтаҡҡа һуҙып һөйләне лә, ҡулына «Нәсихәтъте алып, уҡый башланы. Һ. Дәүләтшина.
9. Оҙаҡ ваҡытҡа еткерергә тырышыу. □ Протянуть. Ваҡытты һуҙырға тырышыу. Оҙаҡ ваҡытҡа һуҙыу мөмкинселеге. ■ [Үмәр ҡарт] был игенде ҡалайтып ҡына һуҙһаң да, йыл әйләнәһенә .. етмәйәсәген уйлап ҡуйҙы. Һ. Дәүләтшина.
ҺУҘЫУ II (һуҙ-) (Р.: расчёсывать козий пух; И.: comb down; T: yünü taramak) ҡ.
Ая аша үткәреү (дебетте)', аялау. □ Расчёсывать козий пух. Тиҙ-тиҙ генә һуҙыу. Дебетте өсөнсө ҡат һуҙҙым. Дебетен бик матур һуҙған.
ҺУҘЫШЫУ (һуҙыш-) ҡ.урт. ҡар. һуҙыу
2. взаимн. от һуҙыу 2. Сым һуҙышыу. Бау һуҙышыу.
ҺУЙҘАЙ (Р: долговязый; И.: lanky; all legs; T: sırık gibi) с. һөйл.
Килешһеҙ, самаһыҙ оҙон; һонтор. □ Долговязый. Һуйҙай әҙәм. Һуйҙай егет. Килбәтһеҙ һуйҙай кәуҙәле.
ҺУЙҘАЙЫУ I (һуйҙай-, һуйҙая) (Р: растянуться; И.: sprawl; T: uzanmak) ҡ.
Самаһыҙ оҙон булып һуҙылыу. □ Растянуться, вытянуться (чрезмерно). Һуйҙай булып ятыу. Һуйҙайып уҫеп китеу. Һуйҙайып ятыу. ■ Хужаһы элеккесә шаяртырға
иткәйне лә, эте ҡуҙғалманы, бер нөктәгә моңһоу текләгән көйө һуйҙайып ятыуын дауам итте. X. Дауытов.
ҺУЙҘАЙЫУ II (һуйҙай-, һуйҙая) (Р: забываться; И.: forget oneself; T.: dalmak) ҡ. диал.
Онотолоп китеү, иҫәүәнләнеү. □ Забываться. һуйҙайып йөрөу. Ҡапыл һуйҙайып китте. Һөйләшкәндә һуйҙайып ала.
ҺУЙҘАН (Р: с прямым длинным стволом без сучьев (о дереве)', И.: lank (tree)', T.: sırık gibi) c.
1. Әҙ ботаҡлы, үҙе төҙ һәм нәҙек оҙон. □ С прямым длинным стволом без сучьев (о дереве). Һуйҙан ағас. Һуйҙан саған. ■ Осло эйәкле кук алаһына атланған Арыҫлан был ваҡытта юл буйында яңғыҙы ғына уҫеп ултырған оҙон олонло, ботаҡһыҙ һуйҙан эргәһендә тыныс ҡына куҙәтеп тора ине. Ғ. Ибраһимов. Хөсәйен ҡарт оҙон олонло бер һуйҙан ағас төбөнә курһәтте. Ғ. Ибраһимов.
2. Нәҙек оҙон кәүҙәле. □ Долговязый. Һуйҙан кеше. Һуйҙан кәуҙәле булыу. ■ Былай ҙа һуйҙан кәуҙәле ирҙәрҙән .. стеналарға төшкән куләгә ғифрит кеуек куренә. Ғ. Хисамов. Юлаусының тоҙланып ҡатҡан һалдат гимнастеркаһы .. һуйҙан, ыҡсым кәуҙәһенә егеттәрсә төҙөклөк биреп тора. Й. Солтанов.
ҺУЙҘАНЛАУ (һуйҙанла-) (Р: бездельничать; И.: idle; T.: haylazlanmak) ҡ.
1. Эшһеҙ-ниһеҙ тегендә-бында һуғылыу. □ Бездельничать, слоняться без дела, һуйҙанлап йөрөу. Көнө буйы урам буйлап һуйҙанлау. Бушҡа һуйҙанлап йөрөп ҡайтыу.
2. Эшләр-эшләмәҫ йөрөү. □ Работать неохотно. Эш белмәгәс, һуйҙанлап йөрөй.
ҺУЙҘЫРТЫУ (һуйҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. һуйыу, понуд. от һуйыу. ■ Һаҡмар яры буйында һуғым һуйҙыртып кешеләрҙе һыйлауы-на генерал Перовский уҙелә сикһеҙ ҡәнәғәт ине. Я. Хамматов. [Мөхәмәтҡолой:] Ижап тантанаһына бер тыу бейә һуйҙыртам. С. Ильясов.
ҺУЙҘЫРЫУ (һуйҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. һуйыу, понуд. от һуйыу, һуғым һуйҙырыу. Тәкә һуйҙырыу. ■ Маһинур, улар [Фазыл Шәрипов менән Азаматов] ҡайтыуға, тауыҡ һуйҙырып тултырғайны һәм бик һәйбәт аш бешереп торғайны. Ә. Вәли. • Яман ҡатын яңғыҙ атың һуйҙырыр. Мәҡәл.
605