ҺУҘЫМ
ҺУҘЫМ (Р.: длина; И.: length; T.: uzunluk) и.
1. Оҙонлоҡтоң дауамы. □ Длина, расстояние. Һыҙыҡтың һуҙымы. Юлдың һуҙымы. ■ Ус һуҙымы ғына аралыҡта тәңкәләй ялтырап балыҡтар утеп китә. Н. Алсынбаев. Яйыҡтан Һаҡмар башынаса - ҡул һуҙымы ара. И. Ноғманов. Сафуан табын артында ла Сәмиғәнең барыһын да ҡарап, йә теге, йә был ризыҡты ҡул һуҙымына шылдырып ултырғанын куҙ алдына килтерҙе. Г. Ғиззәтуллина.
2. Ваҡыттың дауамы; дауам иткән ваҡыт араһы. □ Продолжительность (времени). Ваҡыт һуҙымы. Көндәр һуҙымы. Бер сәғәт һуҙымында эш тамам булды. М Кәрим Зәйнулла улы һуңғы ай һуҙымында кәсебен өҙөу, сауҙаһын ябыу менән мәшғул булды. Р. Вәлиев. [Һалдаттар] бер нисә көн һуҙымында бер ҡабым ҡайнар аш төҫө курмәгән. Д. Юлтый. Тиктормаҫ Әхмәтйән ай һуҙымында өйҙә ятып ныҡ биҙҙе. И. Ноғманов.
ҺУҘЫНҠЫ I (Р: растянутый; И.: prolate; T.: uzatılmış) с.
1. Оҙонға һуҙыулы. □ Растянутый. ■ Кә-биргә ул [ҡарт] ысынлап та имәндәй ныҡ һәм йәштәрсә сәләмәт булып куренде:.. кәкерерәк, һуҙынҡы танауы бөркөт суҡышына оҡшаған. Ә. Вәли. Оҙон һомғол буйлы, башҡорттарға хас булмаған һуҙынҡы аҡ йөҙлө, матур ҡырлас танаулы, .. куркәм егет ине был. Й. Солтанов. Ҡаланың оҙонға уҫеуе водопровод, газопровод һәм канализация селтәрен кәрәгенән артыҡ һуҙынҡы итә. М. Хисмәтов.
2. Һуҙылып торған. □ Тягучий, һуҙынҡы масса.
ҺУҘЫНҠЫ II (Р: гласный; И.: vowel; T.: sesli) с.
İ. лингв. һауаны ауыҙҙан иркен үткәреүгә ҡоролған, һуҙып әйтелә торған. □ Гласный. Һуҙынҡы өндәр. Ҡалын һуҙынҡы өндәр. Нәҙек һуҙынҡы өндәр. Һөйләшкәндә, һуҙынҡы өнөн йомоп ҡалдырыу. ■ Айгиздең «Һуҙынҡы өндөң тынлығы» тигән бары бер генә өн-хәреф - «а»нан торған шиғыры бар. Г. Ғиззәтуллина.
2. Оҙон, оҙаҡ ишетелгән, яңғыраған. □ Протяжный. ■ Яй, тыныс, һуҙынҡы «Урал» моңо ағылды. Я. Хамматов. Тон тынлығын һуҙынҡы, әсе тауыш ярып ебәрҙе. X. Мохтар.
ҺУҘЫУ I (һуҙ-) (Р: растягивать; И.: space out; T: uzatmak) ҡ.
1. Тартып, киреп оҙонайтыу. □ Растягивать. ■ [Шәмсиә] йомшаҡ, һарғылт дөйә йөнөн һуҙып-һуҙып иләй ине. һ. Дәүләтшина. Гармуныңды һуҙып уйна уҙең яратҡан көйгә. Халыҡ йырынан.
2. Турайтыу, төҙ рәүешкә килтереү; һоноу, яҙыу. □ Протягивать, тянуть. Аяҡты һуҙып ултырыу. Муйынды һуҙыу. ■ Әлфиә-Жужа яйлап ултырҙы, ботинкаларын сисеп, аяҡтарын усаҡҡа һуҙҙы. И. Абдуллин. Йыйылыш башланыу менән, өҫтәл аҫтына беренсе булып Яфай ағай аяғын һуҙҙы. Ә. Бикчәнтәев. Аҡмырҙа ҡылысын һуҙып купер аҫтынан сыҡҡан. Әкиәттән.
3. Ынтылып, нимәгәлер йәки ҡайҙалыр йүнәлтеү; һоноу. □ Протягивать. Ашҡа ҡулды һуҙыу. ■ Йылдар иркен тип ук төкөрмәгеҙ уҙегеҙ ҡашыҡ һуҙған табаҡҡа. М. Кәрим. Кәртә башында ҡысҡырып торған йәшкелт тажлы ерән әтәс, .. былай ҙа оҙон муйынын тағы ла һуҙа төшөп, ике куҙен тәгәрәтеп, уғата ярһып һөрәнләргә керешә. М. Кәрим.
4. Кемгәлер берәй нәмәне тоттороу, биреү өсөн ынтылыу; һоноу. □ Протягивать, подавать. Сәскә һуҙыу. Аш һуҙыу. Курешергә ҡул һуҙыу. Бер сеуәтә ҡымыҙ һуҙыу. ■ Фәтихов ғаризаһын цех начальнигына һуҙҙы. И. Абдуллин. Азаматов, председателдең кәйефе арыу саҡта тура килдем, ахыры, тип ҡыуанып, Исҡужинға ҡулын һуҙҙы. Ә. Вәли. Нур аҡса һуҙғайны, Мәғрифә еңгәнең ҡашы емерелде. И. Абдуллин.
5. Буйҙан-буйға, оҙонлоҡҡа тартыу. □ Протягивать, протянуть. ■ Тулған ай көмөш нурҙарын офоҡ ҡыҙыллығына мансып ала ла сәй өҫтөнә ҡыҙғылт таҫма һуҙа. 3. Биишева. Килен юл буйына дилбегәне һуҙып һала. Әкиәттән. Ишмырҙа Ишбулдинға быға тиклем улсәнеп ҡарарға тура килмәгәс, стенаға арҡаны терәп, баштан табанға тиклем сантиметр һуҙырға тура килде. Ә. Бикчәнтәев.
6. Ниндәйҙер аралыҡҡа, оҙонлоҡҡа нимәлер төҙөү, үткәреү. □ Проводить, протянуть. Сым һуҙыу, һыу торбаһы һуҙыу. Канау һуҙыу. « Эй, йәмле лә Урал буйҙары, еле һуҙып ҡолон бәйләуе. Халыҡ йырынан. Юғарыла барлап
604