Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 603


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҘЫЛЫШЫУ
Тартылып һуҙылып торған бау. □ Резинка. / Резиновый. Ыштан һуҙмаһы, һуҙма уткәреу. һуҙма һатып алыу. Аҡ һуҙма. Ҡара төҫтәге һуҙма.
ҺУҘМАЙЛАНЫУ (һуҙмайлан-) ҡ. диал. ҡар. һуҙмаҡайланыу. Һуҙмайланып йөрөу. Һуҙмайланып тороу, һуҙмайланып ҡалыу.
ҺУҘМАҠАЙ (Р: копотливый; И.: dawdler; T: yavaş davranan) с. диал. ҡар. ығыш.
Эшкә яй ҡуҙғалыусан; ығыш. □ Копотливый, медлительный (о человеке). / Копуша. Һуҙмаҡай булыу, һуҙмаҡайҙың таңда башлаған эше кискә саҡлы һуҙыла, һуҙмаҡай әҙәм булып сыҡты. Һуҙмаҡай инәй яйлап ҡына йөрөп сәй әҙерләне. Үтә ныҡ һуҙмаҡай.
ҺУҘМАҠАЙЛАНЫУ (һуҙмаҡайлан ) (Р: медлить; И.: dawdle; potter about; T: yavaş davranmak) ҡ.
Эшкә һ. б. яй ҡуҙғалыу; ығышыу. □ Медлить, долго возиться, копошиться. Һуҙмаҡайланып йөрөу. Һуҙмаҡайланырға әу>әҫ. Оҙаҡ һуҙмаҡайланды. М Сөләймән кирелеп-һуҙылып алды, башын юрған аҫтынан сығарып ята бирҙе, һаман ҡуҙғала һалманы, .. һаман һуҙмаҡайланды ул. 3. Ураҡсин.
ҺУҘМАҠОЙОҠ (һуҙмаҡойоғо) (Р: простые чулки фабричного производства; И.: plain stockings; T: uzun çorap) и. диал.
Баҙар ойоғо. □ Простые чулки фабричного производства. Һуҙмаҡойоҡ кейеу. Ҡара һуҙмаҡойоҡ. Һуҙмаҡойоҡ һатыуҙа бөткән.
ҺУҘМАНЛАУ (һуҙманла-) (Р.: тянуть;
И.: protract; T: sallanmak) ҡ.
Берәй эште, хәрәкәтте һ. б. оҙаҡҡа һуҙыу. □ Тянуть, затягивать. М [Председатель:] Эй, егеттәр!.. Һуҙманлап тормағыҙ, йәһәт кенә менеп ултырығыҙ. Ғ. Әхмәтшин.
ҺУҘМА ЮРҒАН и. ҡар. һуҙма I. ■ Унда [ҡунаҡ булған урында] иҙелгән мендәрҙәр, сите йомшартылған буй һуҙма юрғандар, биҙәкле кейеҙҙәр аҫмалы лампа ташлаған туңәрәк куләгә эсендә ташландыҡ нәмәләр кеуек аунап яталар. Һ. Дәүләтшина.
ҺУҘЫЛМАҠЛЫ с. диал. ҡар. һуҙмаҡай. ■ [Атаһы - әсәһенә:] Шул малайыңды һуҙылмаҡлы итеп уҫтерәһең уҫтереуен, һуңынан уға ҡыйын булыр. К. Кинйәбулатова.
ҺУҘЫЛМАЛЫ (Р: тягучий; И.: viscous; T: esnek) с.
1. Һуҙыла торған. □ Эластичный. Һуҙылмалы ойоҡ. Һуҙылмалы ҡайыш.
2. Өҙөлмәйенсә һуҙыла торған (масса хаҡында). □ Тягучий, һуҙылмалы лайла, һуҙылмалы елем. Һуҙылмалы матдәнән яһалған. Эремсекте һуҙылмалы массаға әйлән-гәнгә тиклем ҡайнатып сыр эшләйҙәр.
ҺУҘЫЛЫУ (һуҙыл-) (Р: растягиваться; И.: stretch; T: uzanmak) ҡ.
1. Тартылып оҙонайыу. □ Растягиваться, удлиняться. Сей тире һуҙыла. Эластик кейемдең еңе һуҙылған. М Сайыр һымаҡ һуҙылып торған ҡуҙҙай ҡыҙыл быяла массаһын алып, манма һыуға төшөп, тының тарыҡҡансы өрәһең. Ж. Кейекбаев.
2. Яҙылып оҙонайыу; оҙон булып яҙылыу. □ Потягиваться, растянуться. Ҡирелеп һуҙылды ла көҙгө алдына барып баҫты. Һуҙылып төшөп ятыу. ■ Әпләс бабай, ҡара янған ҡалай сәйнуген сәй ҡайнатырға аҫып, .. ҡыуыш куләгәһенә салҡан төшөп һуҙылып ятты. һ. Дәүләтшина.
3. Нимәгәлер ынтылыу; һонолоу. □ Тянуться, протягиваться. Икмәккә һуҙылыу, һуҙылып алыу. Аслыҡтан йонсоған баланың ҡулдары ирекһеҙҙән икмәккә һуҙылды. ■ Наза, һикереп, аяҡ өҫтө баҫты. Куршеһе аша Вәсиләгә табан һуҙылды. Р. Ғабдрахманов.
4. Оҙон булып, буйҙан-буйға дауам ителеү. □ Проходить, простираться. Һуҙылып китеу. Һуҙылып ятыу. Йылға борғоланып-борғоланып һуҙылған. Ауыл артынан башлап иген баҫыуҙары һуҙылған. ■ Был шишмәгә ҡая битләп һығыла-бөгөлә һуҡмаҡ һуҙылған.
3. Биишева. Артабан ҡабыҡ һәм һалам ҡыйыҡлы, кубеһе яртылаш тиерлек ергә һеңгән шыҡһыҙ өйҙәр теҙеме һуҙыла. А. Абдуллин.
5. Оҙаҡ дауам ителеү. □ Затягиваться, оттягиваться. Йыл буйына һуҙылыу. Оҙаҡҡа һуҙылыу. ■ Ямғыр яуырға тотондо. Иген йыйыу эше һуҙылды. Я. Хамматов. Ғәҙәттә, бер-береһен хөрмәт итеугә ҡоролған бындай белешлек оҙаҡ йылдарға, хатта ғумер буйына һуҙылыусан. М. Ямалетдинов.
6. Яй ҡуҙғалыу (нимәлер эшләгәндә), мыштырлау. □ Медлить, долго возиться. Һуҙылып йөрөу. һуҙылып тороу.
ҺУҘЫЛЫШЫУ (һуҙылыш ) ҡ. урт. ҡар. һуҙылыу 2. взаимн. от һуҙылыу 2. һуҙылы-шып ятыу. Һуҙылышып йөрөу. һуҙылышып уҫеп китеу.
603