ҺУҒЫШҠАҠ
көндәрҙә ук, йәше иллегә етһә лә, уҙе теләп фронтҡа китте. И. Абдуллин.
2. Ике ҡара-ҡаршы көстөң урындағы киҫкен бәрелеше. □ Сражение. Баррикада һуғышы. Сталинград һуғышы.
3. Ике ҡара-ҡаршы көстөң хәл иткес алышы. □ Схватка. Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы.
4. Талаш-тартыштан сыҡҡан үҙ-ара туҡ-маш. □ Драка. Һуғыш сығарыу. Һуғыш башларға әҙер тора. ■ [Ринат - Нәсимә Хә-митовнаға:] Фәнис менән [Наил] һуғыштылар ҙа, хәҙер мин ғәйепле. Р. Байбулатов. Бәкер .. шаҡмандарҙы яҡларға керешә. Китә һуғыш. Б. Бикбай.
♦ һуғыш суҡмары һуғышҡаҡ, һуғышырға яратҡан кеше. □ Драчун, һуғыш суҡмары булыу.
ҺУҒЫШҠАҠ (Р: драчливый; И.: cockerel; T: savaşkan) с.
Һуғышырға яратҡан йә һәр саҡ һуғыш сығарыусы. □ Драчливый, һуғышҡаҡ әҙәм. Һуғышҡаҡ бәндә булып сыҡты. Ш Уның [Фә-риҙәнең] эргәһендә Оля тигән һуғышҡаҡ ҡыҙыҡай ултыра, икеһе һыйыша алмай йонсойҙар икән. Т. Сәғитов.
ҺУҒЫШСАН (Р: воинственный; И.: bellicose; T.: savaşçıl) с.
1. Һуғышырға оҫта, һуғышыуға батыр. □ Воинственный, воинствующий, һуғышсан ҡәбилә. Һуғышсан халыҡ. ■ Николай Каширин уҙенең һуғышсан һыбайлыларын ярһыу Ҡариҙел кисеуен штурмлауға алып китте.
3. Биишева.
2. ҡар. хәрби I, 3. ■ Генералдың тушендә бер буш урын юҡ ине: тиҫтәләгән һуғышсан ордендар, миҙалдар кукрәген броня һымаҡ ҡаплаған. И. Абдуллин. Нолк теләһә ҡайһы ваҡытта һуғышсан бурыс утәргә әҙер булырға тейеш. Н. Мусин.
ҺУҒЫШСЫ (Р: воин; И.: warrior; fighter; T: savaşçı) и.
Һуғышта туранан-тура ҡатнашыусы; яугир. □ Воин. Батыр һуғышсы, һуғышсы булыу. ■ Тирә-яҡта баҫып тороусылар көлөшә, һуғышсыларҙы дәртләндерә, ирештерә, сәмләндерә, ғәрләндерә. И. Абдуллин. Бер төркөм һуғышсылар менән Сабит ағай ҙа ҡайтҡайны. В. Исхаҡов.
ҺУҒЫШТЫРЫУ (һуғыштыр-) ҡ. йөкм. ҡар. һуғышыу. понуд. от һуғышыу. Малайҙарҙы һуғыштырыу. Кеше һуғыштырыу. Ҡотортоп һуғыштырыу. ■ [һалдаттар уҙ-ара:] Нолкка ҡаршы полк килтереп һуғыштыра алмаҫтар. Ғ. Ғүмәр. Буржуй донъяһы Европа тигән илдәрҙә әҙәм балаларын бер-береһе менән һуғыштырып ҡан ҡоя. Д. Исламов.
ҺУҒЫШЫУ (һуғыш-) (Р: воевать; И.: fight; T: savaşmak) ҡ.
1. Берәй ил, халыҡ менән һуғыш алып барыу. □ Воевать. ■ Закира Хановна ике йылдан ашыу һуғышҡан, өс тапҡыр яраланған. Ш. Бикҡол. Ул [Дилмөхәмәт ағай] Чапаев дивизияһында һуғышҡан бит. Р. Ғабдрахманов.
2. Үҙ-ара туҡмашыу. □ Драться. Ҡанға туҙып һуғышыу. Һуғышып китеу. ■ Ғәйрәтле Лал-Лас та ситтә ҡалманы, ул әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе лә уҙе лә һуғыша башланы. Ә. Бикчәнтәев. • Ағай-эне һуғышыр, атҡа менһә, ярашыр. Мәҡәл. Ике ҡарға һуғышһа, өсөн-сөгә ем була. Мәҡәл.
3. кусм. һөйл. Кем йәки нимә менәндер көрәшеү. □ Противостоять чему-то, кому-то. ■ Серәкәйҙәр менән һуғышҡанда ауыл иҫкә төшә. Д. Юлтый.
ҺУҘАНЛАУ (һуҙанла-) (Р: шагать; И.: stride; T: yürümek) ҡ.
Оҙон һуҙа баҫыу. □ Шагать (длинными замедленными шагами), һуҙанлап килә. һуҙанлай башланы, һуҙанлап йөрөй.
ҺУҘҘЫРЫУ (һуҙҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. һуҙыу. понуд. от һуҙыу. Электр бағанаһынан сым һуҙҙырыу. ■ Ул [Чернявский] бына Куге-байҙың винтовкаһын алға һуҙҙырып баҫтырып ҡуя ла уның һурәтен бер киндергә буяп төшөрә торғайны. А. Карнай.
ҺУҘМА I (Р: одеяльная дорожка; И.: coverlet; T: döşek) и. этн. ҡар. түр юрған.
Урындыҡ түренә һуҙып йәйелә торған, ҡорама менән һырып эшләнгән тар буй юрған. □ Одеяльная дорожка (узкая длинная стёганая подстилка на нарах). Корама һуҙма тушәу. Асыҡ төҫтәрҙән һуҙма яһау. Тар ғына һике өҫтөнә һуҙма йәйелгән.
ҺУҘМА II (Р: резинка; И.: elastic string; T: lastik bant) и. диал.
602