Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 601


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҒЫШ
ай миңә тәтемәне. Ата-әсәһе отказ һуҡты. И. Ғиззәтуллин.
20. Электр, йәшен тейеп зарарлау. □ Ударить (о молнии, токе). Йәшен һуғыу. Кешене ток һуға. ■ Ҡайын йәш тугел ине инде. .. Аяуһыҙ ҡояш уның йәш ботаҡтарын ҡыуартҡан һәм, ҡасандыр йәшен һуғып, башын койҙөргәйне. Ә. Вәли. Балтаны .. йәшен һуғып йыҡҡан бер ялбыр ҡарағайҙың сытыры аҫтына тығып ҡалдырғандар. М. Тажи.
21. кусм. һауа, тәбиғәт көстәре тейеп боҙоу, зарарлау. □ Ударить, побить (о заморозках, мгле, инее, граде и т.п.). Боҙ һуға. Монар һуға. Көн һуға. Ел һуғыу. Муйыл сәскәһен ҡырау һуҡты. М Бисәнең еләнен һатып, бер әсминлек тары сәскәйнем, ҡырау һуҡты. С. Агиш.
22. диал. Ышҡыу, өйкәү (тәнде). □ Натирать. Аяҡты итек һуҡты. Ат муйынын ҡамыт һуҡҡан.
23. кусм. Иҫәпкә алыу, һанлау, һанға һуғыу.
□ Считать кем-чем, принимать за кого-что. Балаға һуғыу. Кешегә һуҡмау. Әҙәмгә һуҡмау. ■ Кешене һанға һуҡмауҙан да әсе хурлай торған нәмә юҡ ул донъяла. Б. Бикбай. [Маруська - Тимакка:] Алартма куҙеңде, супкәлә һуҡмайым уҙеңде. С. Мифтахов.
24. Кәрәк мәлдә эш башҡарып ҡалыу; өлгөрөү. □ Воспользоваться (моментом). • Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ. Мәҡәл.
25. Тауыш күтәреү, барыһы өсөн сигнал еткереү. □ Бить (тревогу). М Ашығыс тревога һуҡтылар. Ә. Байрамов.
26. кусм. миф. Яман көстәрҙең тәьҫире арҡаһында ауырыу, һаулыҡты зыянлау, имгәтеү. □ Ударить. Сарпыу һуғыу. Зәхмәт һуғып ауырыу. М Тик ҡуҡрый ҡунаҡ булып, тыйнаҡлыҡты белмәгән Кәмәриә ҡарсыҡты көтмәгәндә паралич һуҡты. «Ағиҙел», № 8,2012.
♦ Аҡса һуғыу мул аҡса йә килем алыу.
□ Зарабатывать большие деньги. Аҡса һуға башлаған. Эшҡыуарлыҡ башлап, аҡса һуғыуға кускән. Алла (йәки Хоҙай) һуғыу насар эш өсөн Алланан яза килеү. □ Настигать (о божьей каре). Алла һуғыуынан ҡурҡыу. Ауыҙға (йәки ауыҙыңа) һуҡмаҫ «нимәлер әйткәнгә ҡаршы булмаҫ» мәғәнәһендә.
□ Не осудит, пожалуй. Аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булыу уйламағанда, көтмәгәндә.
□ Как гром среди белого дня, неожиданно. Башҡа һуҡҡан кеүек <булыу> ни эшләргә белмәй аптырап, юғалып ҡалыу. □ Как по голове ударил, остаться в недоумении, растеряться. ■ Был һуҙ Гәуһәрҙең башына һуҡҡан кеуек тәьҫир итте. И. Абдуллин. Баш һуҡҡан яҡҡа китеү теләгән яҡҡа сығып китеү. □ Идти куда глаза глядят. Ҡайтара һуғыу кире ҡағыу, риза булмау. □ Отказаться. Ҡаҡ бәкәлгә һуғыу ауыр хәлгә ҡалдырыу.
□ Поставить в трудное положение, подвести. Ҡырын һуғыу ҡамасаулау. □ Мешать, препятствовать. Түш (йәки күкрәк) һуғыу ныҡ маһайыу. □ Бить в грудь, хвалиться. Кукрәк һуғып маҡтаныу. ■ Ниғмәй кукрәгенә һуғып алды. Р. Ғабдрахманов.
ҺУҒЫУ II (һуҡ-) (Р.: ткать; И.: weave; Т.: dokumak) ҡ.
Арҡыры-буй ептәр һалып ишеп туҡыма яһау. □ Ткать. // Тканьё. Аҫалы балаҫ һуғыу. Биҙәк һалып һуғыу. Буй балаҫ һуғыу. Киндер һуғыу. Етен таҫтамал һуғыу. Борон кесерткәндән тоҡ һәм төрлө тоҡсайҙар һуҡҡандар. ■ Бисә-сәсә киндер һуғып, быйма, кейеҙ баҫып, тары төйөп, ҡымыҙ яһап өйҙә йәшәй. 3. Биишева. Бабай һалабаш батырған, йукә ишкән, септә һуҡҡан, әбей йөн теткән, еп иләгән. Әкиәттән.
ҺУҒЫУ III (һуҡ-) (Р.: молотить; И.: thresh; Т: harman dövmek) ҡ.
1. Ҡағып, тапап, игендең орлоғон төшөрөү. □ Молотить. // Молотьба. Арыш һуғыу. Иген һуғыу. Бойҙай һуғыу. Киндер һуғыу. Көнбағыш һуғыу. Ш Уларҙы [Саръян менән Хәсәншәне] бик ныҡ дошманлаштырған хәл ауылда торған саҡта, алыҫ ырҙында ашлыҡ һуғып йөрөгәндә булды. Ә. Байрамов.
2. Иген культураһын йыйып алыу. □ Собирать (урожай). Ашлыҡ һуғылып бөттө. ■ Баҫыуҙа ашлыҡ һуғыу тамамланып килә ине. А. Абдуллин.
ҺУҒЫШ (Р: война; И.: war; T: savaş) и.
1. Ил, дәүләт йәки ижтимағи синыфтар араһындағы ойошҡан ҡораллы көрәш. □ Война. / Военный. Бөйөк Ватан һуғышы. Беренсе донъя һуғышы. Империалистик һуғыш. һуғышҡа китеу. һуғыш ҡоралы, һуғыш көсөргәнеше. ■ [Хисами ағай] һуғыш башланған
601