ҺУҒЫУ
М. Тажи. һабан төрәненә һуғыуҙан хасил булған сынҙгау, тауҙарға китеп, төрлө яҡтан серле шаңдау булып урап ҡайта. И. Абдуллин. Яҡында ғына тимергә тимер менән һуҡҡан тауыш ишетелеп ҡалды. Ә. Бикчәнтәев.
5. Ваҡыт иҫәбенсә дыңлатып ҡағыу, тауыш сығарып бәрелеү (сәғәткә ҡарата). □ Бить, стучать (о часах). Таңғы алтыны һуҡты. ■ Ҡала сәғәте, бөтә ҡаланы яңғыратып, унды һуҡты. И. Насыри. Майя Владимировна, сәғәт унды һуҡҡас, ҡыҙҙы йоҡлата башлаясаҡ. Ә. Бикчәнтәев.
6. һулҡ-һулҡ итеп ҡағыу, тибеү (йөрәк, тамырға ҡарата). □ Биться (о сердце). Тамыр һуға. М Минең тәндәр эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йөрәк тә бер аҙға тиклем дөпөлдәтеп һуғып торҙо. Т. Йәнәби. Ҡыҫҡа еңле аҡ кулдәк кейгән куҙлекле кешенең кем икәнен Заман шунда уҡ таныны: инженер. Уның йөрәге ҡапыл дөпөлдәп һуға башланы. Ә. Вәли.
7. һыбай баҫтырып барып, суҡмар менән йәнлек аулау, тотоу; һунар итеү. □ Охотиться, бить. Алғыр буре һуғып алыу. Айыу һуға йөрөу. Төлкө һуғыу. ■ Буранбай уҙ ғумерен-дә етмешләп кенә айыу алған, буре һуҡҡан. Ж. Кейекбаев.
8. Ҡорал менән йәнсетеп нимәлер яһау; сүкеү. □ Изготовлять, чеканить. // Изготовление, чеканка. Балдаҡ һуғыу. Беләҙек һуғыу. Биҙәк һуғыу. ■ Алтын һуҡҡан ике ҡулды кем бирҙе? Атам-әсәм, тыуған йортом - шул бирҙе. К. Кинйәбулатова.
9. Ҡалыпҡа һалып нимәлер яһау. □ Изготовлять. Кирбес һуғыу. Саман һуғыу. Тиҙәк һуғыу. ■ Яҙ, баҫыуҙа эштәр бөткәс, ауылда тиҙәк һуғыу өмәләре башланып китә. Б. Бикбай.
10. Ҡаҡҡылап, бәреп һ. б. төрлө нәмәләр эшләү. □ Изготовлять. Ҡойма һуғыу. Тәгәрмәс һуғыу. ■ Ғиззәт итек тегеп арыһа, бил яҙыу өсөн, тышҡа сығып, кәрәк сапты, умарта соҡоно. Йә булмаһа тәгәрмәс һуҡты. И. Ғиззәтуллин.
11. күсм. Таныҡлыҡ өсөн ниндәйҙер билдә һалыу; баҫыу. □ Ставить печать, клеймо, клеймить. Мисәт һуғыу. Тамға һуғыу. ■ [Өйҙөң] өрлөгөнә атай ҡулы буйҙан-буйға тамға һуҡҡан. М. Кәрим.
12. Бәреп йәки төртөп уйнау. □ Бить (в игре). // Игра. Бура һуғыу. Туп һуғыу. Сәкән һуғыу.
■ Малай-шалай сүрәкә һуға, йәш-елкенсәк өҙгөс, таҡта ярғыс, сәпәмә туп уйнай. Р. Солтангәрәев. Ятаҡ ишеге алдындағы кипкән майҙансыҡта малайҙар, шау-гөр килеп, туп һуға ине. А. Абдуллин.
13. һөйл. Уйнау (домино һәм кәрткә ҡарата). □ Играть. // Игра (в домино, карты). Домино һуғыу. ■ Беҙҙең тирәгә һалған һарайҙарҙа бильярд һуғып ятҡан батшалар. Ғ. Сәләм. Өҫтәл тирәһендә ултырған малайҙар кәрт һуға. X. Мохтар.
14. Көслө хәрәкәт ыңғайына ныҡ бәрелеү.
□ Продувать (о ветре, холоде). Ел үтәнән-үтә һуға. Буран өйрөлтөп килтереп арҡаға һуға. Һыуыҡ һуҡмаһын!
15. Сүкеү, йәнсетеү, формаһын үҙгәртеү (тимерҙе һәм унан яһалған нәмәләрҙе).
□ Ковать. Ҡыҙыу тимер һуғыу. Еҙ һуғып семәр эшләү. Алмаш-тилмәш тимер һуғыу.
■ Тимерлектә сың да сың металл һуҡҡан тауыш юлдар моңо, йылдар аһәңе булып ишетелә Саръянға. Ә. Байрамов. Ҡунакбаев та, Әфләтунов та .. ҡалайҙан бөктөләр, тимерҙән һуҡтылар, ләкин барыһын да үҙҙәре башҡарҙылар. Ә. Вәли.
16. күсм. һөйл. Ихласлап, ныҡлап ашау. □ Уплетать, много кушать. ■ Ғәләү был ваҡиғанан файҙаланып, итте бик ныҡ һуғып ҡалырға уйланы. Т. Йәнәби. Бала-саға йәйгеһен билдәле инде: ҡатыҡ менән икмәк һуға ла һыу буйына китеп юғала. Ғ. Амантай.
17. күсм. һөйл. Эсеү (араҡы һ. б.). □ Пить, выпивать. N Бөгөн Ямай.. бер стакан араҡыны һуғып та сыҡҡан ине. Д. Юлтый.
18. Бер яҡ ситкә ҡайырыу; ҡайҙалыр йүнәлеш алыу. □ Поворачивать, сворачивать, заворачивать, һалдың ҡойроғон һуғыу.
■ Буранбай тимер юл буйындағы һуҡмаҡтан барҙы-барҙы ла, урман ситенә еткәс, һулаҡайға һуғып, берләм юлға төштө. Т. Килмөхәмәтов.
19. күсм. Исемдәр менән килеп, нимәнелер кире ҡаҡҡанды белдергән һүҙбәйләнеш яһай.
□ Отказать, отказаться. Ҡәңәште кире һуғыу. Әйткәнде кире һуға. ■ Директор кешегә нисек отказ һуғаһың инде. М. Тажи. Нурлы
600