ҺУҒЫУ
♦ Ары бәрелеп, бире һуғылыу (йәки ҡайҙа барып һуғылырға белмәү) ҡайҙа барырға, ни эшләргә белмәү. □ Быть в недоумении. ■ Ҡайҙа барып һуғылырға белмәй аптырағас, аҡтыҡ аҡсабыҙҙы тоттоҡ та Аҡтүбәгә билет алдыҡ. Т. Йәнәби. Нуҡта һуғылмаған ҡулға эйәләштерелмәгән. □ Пасущийся на воле, неприрученный.
ҺУҒЫЛЫУ II (һуғыл-) (Р.: получить осложнение; И.: get or develop a complication; T.: tekrar hastalanmak) ҡ. диал.
1. Шәбәйеп етмәйенсә ҡабаттан ауырып китеү; имгәк булыу, өҙлөгөү. □ Получить осложнение (после болезни). // Осложнение. Ауырып бөтмәй тороп йөрөп йәнә һуғылыу. Баланан һуң һуғылыу. Һуғылыу булған. Һуғылыу арҡылы ҡолаҡҡа ҡаты булып ҡалыу, һуғылып киткән.
2. миф. Кире заттар, көстәр ҡағылыу. □ Заболеть (от прикосновения нечистой силы). Зәхмәт һуғылыу. Ауырыу һуғылыу.
ҺУҒЫМ (Р: убойный скот; И.: cattle for slaughter; T.: boğazlanmış veya kesilecek hayvan) и.
1. Һуйыу өсөн тәғәйенләнгән мал. □ Убойный скот. Һуғым һимертеү, һуғым һуйыу. ■ Ҡола айғыр ҙа йүгерек ине. Ул ҡартайҙы. Әхмәҙиуны һимертеп, һуғым итте. Ж. Кейекбаев. Таһир ҡатынһыҙ, бер үҙенә генә.. һуғымға ике бейә, бер-ике һимеҙ ябағыларҙы боҙ өҫтөндә һуйҙырып ала ине. «Түлле Мәмбәт».
2. миф. Махсус тәғәйенләнгән мал. □ Скот, предназначенный на убой. доел. Ударенный (реликт древней формы забоя скота у башкир). Һуғым малын ҡорбанға тәғәйенләнгән мал кеүек тәрбиәләйҙәр, сөнки ул да ҡорбан.
ҺУҒЫМ АШАУ и. этн. ҡар. һуғым ашы. һуғым ашауға саҡырыу.
ҺУҒЫМ АШЫ (Р: угощение после забоя скота; И.: kind of national treat; T: bir tur Başkurt gelenegi) и. этн.
Һуғым малы һуйғандан һуң ойошторолған ҡунаҡ ашы. □ Угощение после забоя скота. һуғым ашына барыу. ■ һуғым ашын ашағас, мал уңыуын, уның именлеген теләп, теләк әйтәләр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺУҒЫМ БАЙРАМЫ и. ҡар. һуғым ашы. һуғым байрамына барыу. Һуғым байрамының ашы. ■ һуғым һуйғас, ауылда һуғым бай
рамы башлана. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺУҒЫМЛЫҠ (һуғымлығы) (Р: убойный скот; И.: slaughter cattle; T: boğazlanmış veya kesilecek hayvan) и.
1. Һуғымға ҡалдырылған мал. □ Убойный скот. ■ Ҡалған аҡсаһына ҡунаҡ саҡырыу өсөн һуғымлыҡ алырға уйлаһа ла, өлкән мал алып булмағанға,.. бер өлкән ҡуй һатып алды [Аҡназар]. Ғ. Дәүләтшин.
2. күсм. һөйл. Эшкә насар мал йәки кешегә ҡарата әйтелә. □ Негодный, һуғымлыҡ булып йөрөү. • Ат ҡартайһа - һуғымлыҡ. Әйтем.
ҺУҒЫМСЫ (Р: забойщик скота; И.: man doing slaughtering; T: hayvanları boğazlayan kimse) u.
Һуғым һуйып йөрөүсе. □ Забойщик скота. Һуғымсы саҡырыу, һуғымсыны көтөү. ■ Хәкимйән - һуғымсы, мал һуйып, ит сауҙаһы менән яҡшы ғына көн күрә. «Түлле Мәмбәт».
ҺУҒЫУ I (һуҡ-) (Р: ударить; И.: strike; T: vurmak) ҡ.
1. Ҡул менән йәки башҡа берәй нәмә менән ныҡ ҡағыу; бәреү. □ Ударить (рукой, чем-н.). Ныҡ һуғыу. Йыға һуғыу. Ҡул менән һуғыу. Өҙә һуғыу. ■ Рәшит бер һуҡһа ла берәгәйле һуға шул. Ә. Бикчәнтәев. Дилмөхәмәт ағай сыбыртҡыһы менән итек ҡунысына һуғып ҡуйҙы. Р. Ғабдрахманов. Ул [Янһары] айыуҙарҙы шарт та шорт һуғып, ҡыуып алып киткән. Әкиәттән.
2. Ҡул менән ҡағыу. □ Ударить (рукой). ■ Мирғасим ашыҡмай ғына урынынан торҙо, .. Нур янына килде, шапылдатып уның арҡаһына һуҡты. И. Абдуллин.
3. Ергә йәки башҡа бер нәмәгә ҡуша бәреү. □ Ударить (обо что-то). Ергә ҡуша һуғыу. ■ Айыуғолаҡ шунда уҡ Имән батырҙы күтәреп һуҡҡан. Әкиәттән. Сәүәних, биҙгәк тотҡан һымаҡ тештәрен шыҡылдатып, аҙ ғына тыңлап торҙо ла .. йоҙроғо менән өҫтәлгә һуҡты. Р. Ғабдрахманов. Тәслимә ике у сы менән дә өҫтәлгә һуғып ҡуйҙы. Р. Ғабдрахманов.
4. Тауыш сығарыу өсөн нимәнелер йыш-йыш ҡағыу, бәреү. □ Бить, стучать. // Стук. Барабан һуғыу. Ҡыңғырау һуғыу. Саң һуғыу. ■ [Ҡарт] ҡайтып йоҡларға ваҡыттыр инде, тип, шаҡылдағын һуға-һуға, кире китеп барҙы.
599